Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2021, 10:00

3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәр тураһында

2020 йылда 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн яңы түләүҙәр индерелде.

2020 йылда 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн яңы түләүҙәр индерелде.
Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы буйынса филиалы тарафынан был түләүҙәр буйынса 10,5 мең ғариза ҡаралды. Бөгөнгө көнгә 5,7 меңдән артыҡ бала 4984, 50 һум күләмендәге түләүҙәрҙе ала.
Шуны билдәләргә кәрәк, тулы булмаған мәғлүмәттәр менән ғаризалар бихисап, бынан тыш, филиал тарафынан килем артыҡ булыу менән бәйле күп кенә кире ҡағыуҙар булды. Был бер ғариза менән генә тәғәйенләнгән тәүге түләү. Барлыҡ кәрәк булған мәғлүмәттәр загстан, Пенсия фондынан, һалым органдарынан һәм башҡа органдарҙан ведомство-ара хеҙмәттәшлек юлы менән алынды.

Әлеге ваҡытта хәрби хеҙмәт-кәрҙәрҙең, көс структураһы хеҙмәткәрҙәренең, студент-тарҙың килеме тураһында мәғлүмәт, шулай уҡ балаларға түләнгән алименттар күләмен ведомство-ара хеҙмәттәшлек юлы менән алып булмай. Был мәғлүмәттәрҙе ғариза биреүсегә үҙаллы тапшырырға кәрәк.

2021 йылдың апреленән 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләү тәртибе үҙгәрә. Был пособиены алыу хоҡуғы килемдәргә ҡарап ҡына билдәләнмәй, ә ғаиләнең мөлкәти тәьминәте йәғни матди хәле (милектә булған торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналар, баҡса өйҙәре, ер, транспорт) иҫәпкә алына. Әгәр ғаиләнең милкендә ике йәки унан күберәк объект булһа, пособие тәғәйенләүҙән баш тартылыуы ихтимал. Торлаҡ биналарҙы иҫәпкә алғанда ғаиләнең бер ағзаһына тура килгән майҙан иҫәпкә алына. Шулай уҡ нуль килем (нулевой доход) тигән төшөнсә индерелә – әгәр йыл буйына килем булмауҙың объектив сәбәптәре килтерелһә, ата-әсәләр түләүҙәрҙе алыу мөмкинлегенә эйә.

Үҙгәрештәр үҙ көсөнә ингәс, улар тураһында ентекләберәк “Бәйләнештә” селтәрендәге “Соцподдержка РБ в г. Белорецк” тигән төркөмдә белә алаһығыҙ.
Пособиеның күләме йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 проценты кимәлен тәшкил итеүе ғаиләнең килеменә бәйле – килем ни тиклем түбәнерәк, пособие күләме шул тиклем юғарыраҡ.

Түләүҙәрҙең күләме килемдәргә бәйле үҙгәреп торасаҡ. Төбәк йәшәү минимумының 50 проценты пособиеның база күләме итеп алына. Әгәр түләүҙәрҙә база күләмендә ғаиләнең уртаса йән башына килеме төбәк йәшәү минимумына етмәһә, ул ваҡытта түләүҙәр уртаса йәшәү минимумының 75 проценты күләмендә тәғәйенләнә. Әгәр ҙә был осраҡта ла ғаиләнең уртаса йән башына килеме төбәк йәшәү минимумына етмәһә, ул саҡта түләүҙәр йәшәү минимумы күләмендә түләнә. Ғариза менән мөрәжәғәт иткәндән алдағы 4 айҙан алдағы 12 айҙың килеме иҫәпкә алына.

Түләүҙәрҙе арттырылған күләмдә тәғәйенләүгә ғариза 2021 йылдың 1 апреленән 31 декабренә тиклем ҡабул ителә. Ә иҫәпләү 2021 йылдың 1 ғинуарынан йәки, әгәр балаға 2021 йылда 3 йәш тулған икән, уға 3 йәш тулған мәлдән алып эшләнә.
Был түләүҙәрҙе алыусы граждандар 2021 йылдың 1 апреленән уны яңы күләмдә түләүгә ғариза бирә һәм 2021 йылдың ғинуарынан өҫтәмә ала алалар.
2021 йылдың 1 апреленән ғаризаны дәүләт хеҙмәте порталында, шулай уҡ республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарында һәм күп функциялы үҙәктәр (МФЦ) бүлексәләрендә бирергә мөмкин.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Һеҙҙән үтенеп һорайбыҙ! Ғариза бирер алдынан пособиены тәғәйенләү тәртибе менән ныҡлап танышығыҙ, үҙегеҙҙең килемдәрегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе баһалағыҙ, ғаризаны дөрөҫ һәм тулыһынса тултырығыҙ, йәнә ведомство-ара алып булмай торған документтарҙы теүәлләгеҙ.

Әгәр ғаризала түбәндәге дөрөҫ булмаған йәки тулы булмаған мәғлүмәттәр булһа, пособие тәғәйенләнмәйәсәк:
-ғаиләнең йән башына уртаса килеме уртаса йәшәү минимумынан артып китһә;
-милектә тейешле нормативтарҙы үтеп киткән объект булһа;
-иҫәпкә алынған осорҙа етди сәбәптәрһеҙ килем булмаһа.
Үҙегеҙҙең дә, беҙҙең дә ваҡытты бушҡа сарыф итмәгеҙ, баһалағыҙ.
Республика халыҡты
социаль яҡлау үҙәгенең Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы буйынса филиалы.
Читайте нас: