Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2021, 17:00

Шәфҡәт йыйҙы килен-еңгәләрен

Яңы Усман ауылындағы мәҙәниәт йорто райондағы иң күркәм мәҙәниәт йорттарының береһе.

Яңы Усман ауылындағы мәҙәниәт йорто райондағы иң күркәм мәҙәниәт йорттарының береһе.
Әлбиттә, йорто матур булып та, унда халыҡты йәлеп итер, ял иттерер саралар үтмәһә, ул музей һымаҡ булыр ине. Ә беҙҙә төрлө саралар үтеп кенә тора. Хатта ғәҙәтирәк булмағандары ла ойошторола.
Былтыр хаҡлы ялдағылар өсөн айырым шыршы байрамы үткәрелһә, быйыл Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ауылыбыҙға сит райондарҙан килен булып төшкән ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылды. Иң күп делегация күрше Баймаҡ районынан булып сыҡты. Бынан тыш, Ейәнсура, Белорет, Учалы райондары ҡыҙҙары ла бар.

Мәҙәниәт йорто директоры Шәфҡәт Мәзитовты барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ – һүҙ эҙләп кеше кеҫәһенә төшә торғандарҙан түгел. Сараның йәнле, йылы һәм фәһемле үтеүендә уның роле бик ҙур булды. Ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле һорауҙарын яуҙырҙы ғына еңгә-килендәренә. Тегеләре лә һыр биргәндәй түгел – еңгәйҙәрсә яуаптар тупылдап ҡына торҙо. Ҡатнашыусылар Тарыуалға тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан мәлдәрендәге тәьҫораттары: нимә улар өсөн ят тойолған, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең ниндәйҙәрен бында килгәс кенә күргәндәр – ғөмүмән, ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән ихлас бүлештеләр.

Сарала ҡатнашҡан килендәрҙең иң “стажлыһы” – ауылға 1967 йылда килен булып төшкән мәғариф алдынғыһы Земфира Ғүмәр ҡыҙы Ишморатова. Ул – Белорет районы ҡыҙы. Шулай уҡ ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған Вәзимә Ишбулды ҡыҙы Мәжитованың киленлек стажы теүәл ярты быуат. Зөлфирә Ишморатова 1972 йылда килен булып төшкән был ырыҫлы төйәккә.

Учалы ҡыҙы Эльвира Мәжитова, килендәштәр – Гөлнара, Наилә Моталовалар, Альбина Бикбулатова – Баймаҡ ҡыҙҙары. Фәрзәнә Ҡаһарманова Ейәнсуранан. Шөкөр, барыһы ла төшкән ерҙәрендә таштай батып донъя көтәләр.

Йәш килендәр араһында КВН ойошторолдо. Ололарҙың “Сөмбөлә” фольклор ансамбленең сығышы кисәгә йәм өҫтәне. Юлай Кәләев менән Хөсәйен Рәхмәтуллиндар ҡатын-ҡыҙҙарға йыр бүләк итеп тә ҡыуандырҙылар.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Эльвира һәм Земфира Мәжитовалар сараны бик күңелле һәм йәнле итеп алып барҙылар.

Кисә уңған ҡатын-ҡыҙҙар өйҙә әҙерләп алып килгән тәмле ризыҡтар менән сәй эсеү барышындағы йәнле әңгәмә менән тамамланды.

Бына ошондай ябай ғына, ләкин фәһемле, йәнле саралар халыҡта дәрт уята, уларҙы берләштерә бит ул.
Читайте нас: