Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2021, 12:00

Үҙебеҙҙекен һаҡлайыҡ!

12 мартта район хакимиәтендә Бөрйән ҡортон һаҡлап алып ҡалыу мәсьәләһенә арналған кәңәшмә уҙҙы. Уны район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов алып барҙы.

12 мартта район хакимиәтендә Бөрйән ҡортон һаҡлап алып ҡалыу мәсьәләһенә арналған кәңәшмә уҙҙы. Уны район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов алып барҙы.
“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы директоры В. Косарев райондағы, ҡурсаулыҡтағы ҡортсолоҡ өлкәһенә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләргә туҡталды. Ғөмүмән алғанда, район биләмәһендә тоҡом таҙалығын һаҡлау буйынса үҙәк булдырыу йәки бер нисә ҡортсоға ошо өлкәлә эш алып барыу өсөн дәүләт ярҙамы кәрәклеге, шулай уҡ Апимондияға әҙерлек кимәле тураһында һүҙ барҙы.

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының баш ғилми хеҙмәткәре Ф. Йомағужин бөрйән ҡортоноң башҡа төр бал ҡорттарына ҡушылып, үҙенең үҙенсәлектәрен юғалтыуы, шулай уҡ таблицалар, схемалар ярҙамында райондың ҡайһы ерҙәрендә таҙа тоҡомло ҡорттарҙың юғала барыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Таблицала күренеүенсә, мәҫәлән, гибрид ҡорттар Ғәлиәкбәр ауылы зонаһында - 8-12%, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы һәм “Алтын солоҡ” заказнигында 7-10% тәшкил итә.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, район халҡы ҡортто сит яҡтарҙан һатып алмаһын өсөн үҙебеҙ тәғәйен саралар күрергә тейешбеҙ, әммә бөтә нәмә финансҡа килеп төртөлә. Етмәһә, бәғзе бер ҡортсоларға был мәсьәлә мөһим дә түгел, сөнки уларҙың төп маҡсаты бал, унан килем алыуға ҡайтып ҡала, тинеләр.

Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәре Ә. Шәрипов бөрйән ҡортон үҫтереү үҙенсәлектәре тураһында, Президент грантын алғандан һуң ниндәй эшмәкәрлек алып барылыуы, бал ҡорттары менән үткәрелгән эксперименттар, тәжрибә туплау өсөн уҡыу кәрәклеге тураһында бәйән итте.

Яңы Усман ауылында йәшәүсе ҡортсо Вадим Сәйфетдинов, сығышы менән сит райондан булыуына ҡарамаҫтан, таҙа тоҡомло бөрйән ҡортон үрсетеүгә, һаҡлауға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә, район халҡына ярҙам итергә ниәтләгән һәм ошо йүнәлештә маҡсатлы эштәрен башлаған да инде. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар уның инициативаһын хупланылар, уға ҙур өмөт бағлауҙарын белдерҙеләр.

Сығыштар барышында тыуған төрлө һорауҙарға урында уҡ яуаптар яңғыраны, ҡатнашыусылар үҙ-ара бәхәс ҡорҙо, фекер уртаҡлашты. Әлбиттә, уй-фекерҙәрҙең тап килмәгән моменттары ла булманы түгел. Әйткәндәй, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы директоры В. Косарев билдәләүенсә, район хакимиәте башлығы Ғ. Манаповтың ҡортсолоҡ өлкәһе буйынса тулы мәғлүмәткә эйә булыуы кәңәшмәне йәнле алып барыуға булышлыҡ итте.
Читайте нас: