Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2021, 14:00

Атап әйтерлек проблемабыҙ юҡ, тиҙәр

Иртәнең яҡшы хәбәр менән башланыуы тотош көнгә ҡеүәт бирә бит ул. Шаршамбы иртәһендә эшкә килеү менән бүлмәбеҙгә бер уҙаман килеп инеп, яҡшы хәбәр еткерергә ашыҡты.

Иртәнең яҡшы хәбәр менән башланыуы тотош көнгә ҡеүәт бирә бит ул. Шаршамбы иртәһендә эшкә килеү менән бүлмәбеҙгә бер уҙаман килеп инеп, яҡшы хәбәр еткерергә ашыҡты.
Үрге Нөгөш ауылында йәшәүсе Морат Толомғужин икән. Ауылдың имам-хатибы.
-Гәзиткә рәхмәт һүҙе яҙҙырып китәйем, тигәйнем. Рәхмәтем юл таҙартыусыға. Барлыҡ ауылдаштарым исеменән беҙҙең юлды таҙартып тороусы Ғәлиәкбәр уҙаманы Ғүмәр Ишмөхәмәтовҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Юлдарҙы шул тиклем матур, иркен итеп, еренә еткереп һөрә. Бер юлдан ғына үтмәй, арҡыры һөрә-һөрә килә. Ауыл эсендәге юлдарҙы ла, хатта кешеләрҙең ҡапҡа төптәренә тиклем, Нөгөшкә төшә торған юлды ла таҙартып ҡуя.

Анауы бурандарҙа тирә-яҡта ҡайһы бер ауылдар оло тормоштан өҙөлөп ҡалғанда ла беҙ юлһыҙ булманыҡ. Быға тиклем трактор боҙолоу менән бәйле өҙөклөктәр булғылай ине. Ғүмәр ағайҙың да тракторы иҫке генә. Күрәһең, һәйбәт хужаны иҫке трактор ҙа тыңлай. Ғөмүмән, ошо эште ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт, - тип алғышланды Морат Толомғужин.

Унан төпкөл ауылдың көнитмеше хаҡында ла һорашып ҡалдыҡ.
-Атап әйтерлек бер ниндәй проблемабыҙ юҡ, шөкөр. Үҙебеҙҙә магазин булмаһа ла, аҙыҡ-түлекһеҙ, башҡа кәрәк әйберҙәрһеҙ ҡалғаныбыҙ юҡ – Ғәлиәкбәрҙән Кәбир Хәлитов пенсия килгән мәлдә машинаһы менән кәрәк-яраҡты алып килеп тора. Уға ла рәхмәтлебеҙ. Юл яҡшы булғас, үҙебеҙ ҙә йөрөп торабыҙ.

Ауылда әле 14 ғаилә йәшәй. Бер уҡытыусы, ирле-ҡатынлы ике кеше мәктәптә эшләй: ире ут яға, ҡатыны йыйыштыра. Тағы ике кеше ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре. Ғөмүмән, халыҡ тырышлығы менән донъяларын матур итеп көтә.

Һәр өйҙә һыу бар. Ҡутара мал тоталар. Ир-егеттәр ҡар әрселеү менән бесәнгә тиклем сит яҡтарҙа бура бурау, өй башы ябыу кеүек эштәрҙә йөрөп ҡайта.
Үҙебеҙсә көңгөр-ҡаңғыр итеп, бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ. Халыҡ алсаҡ, ҡунаҡсыл, - тип көнитмештәре хаҡында ихлас һөйләне Үрге Нөгөш ауылы имам-хатибы.
Барына шөкөр итә, рәхмәтле була белгәнгә лә тормоштары көйлө, күңелдәре бөтөндөр Үрге Нөгөш халҡының.
Читайте нас: