Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2021, 10:00

Ҡарҙа дымлылыҡ юғары

Район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ташҡынға ҡаршы комиссияның ултырышы үтте.

Район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ташҡынға ҡаршы комиссияның ултырышы үтте.
“Район биләмәһендә янғынға ҡаршы һыу менән тәьминәт. Ауылдарҙың янғын һағы подразделениеһы ҡарамағындағы хәленә анализ” темаһына 73-сө янғын һүндереү часы начальнигы Ш. Хәкимов доклад менән сығыш яһаны. Байназар ауыл хакимиәте башлығы А. Салауатов, Кейекбай ауыл хакимиәте вәкиле үҙ биләмәләрендәге һыу алыу урындары, янғынға ҡаршы дружиналарҙың, техниканың, гидранттарҙың торошо, һыу-һүл мәленә әҙерлек эштәренең ниндәй кимәлдә булыуы хаҡында бәйән итте.

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры урынбаҫары М. Нәбиуллин, ҡурсаулыҡтағы метеорологик станцияһы хеҙмәткәрҙәренең тикшереү-күҙәтеүҙәренә нигеҙләнеп, быйыл ташҡындың көслө булыу ихтималлығы хаҡында әйтте: “Ҡышҡы осорҙа яуған ҡар 141, 7 мм, йәғни уртаса алғанда, һуңғы 5 йылда 33, 1 мм-ға күп. Шулай уҡ һуңғы 5 йыл эсендә ерҙең 80 см тиклем туңыуы быйыл һәм 2018 йылда ғына күҙәтелде. Беҙҙең ҡурсаулыҡ биләмәһендә ҡар ҡатламы 130 см – был һуңғы 5 йылда иң юғары күрһәткес. 12 мартҡа ҡарҙың дымлылыҡ запасы норманан бер ярым тапҡырға артыҡ.

Беҙ Яуымбай, Байназар, Тимер, Иҫке Собханғол ауылдарындағы ҡар тәрәнлеген һәм дымлылығын тикшерҙек. Ҡарҙың уртаса тәрәнлеге Байназарҙа 55 см булһа, Иҫке Собханғолдоң асыҡ урындарында 112 см тиклем.Шулай итеп, 2020/2021 йыл аномаль һыуыҡтары, яуым-төшөмгә бай булыуы, ҡарҙың тәрәнлеге менән айырыла. Ҡарҙағы дымлылыҡ норманан 1,5 тапҡырға артыҡ. Ҡапыл иретһә, йылғаларҙағы һыу кимәленең күтәрелеү ихтималлығы бар. Ер туң булғас, һыу ергә һеңмәйәсәк”.

Район мәғариф бүлеге етәксеһе И. Сәйфетдинов белем һәм тәрбиә усаҡтарында яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләләре хаҡында һөйләне.
Иҫке Монасип ауыл хакимиәте башлығы Х. Йомағолов: “Беҙҙең биләмәлә 3 ауылға һыу баҫыу янай. Ташҡынға ҡаршы эштәр хаҡында бойороҡтар яҙылып, пландар төҙөлөп, комиссия ағзаларына бурыстар еткерелгән. Иҙелдә боҙҙо шартлата торған ерҙәр бар. Техникалы кешеләр менән килешеүҙәр төҙөлгән”, - тине.

Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы Р. Шахниязов та биләмәһендәге ташҡынға ҡаршы әҙерлек эштәре менән таныштырҙы.
Комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов: ”Яҙғы ташҡынға әҙерләнгәндә беҙ иң насар вариантҡа әҙер булырға, был яуаплы осорға етди һәм яуаплы ҡарарға тейешбеҙ”, - тине.

Өсөнсө көн тәртибендә яҙғы ташҡын һәм яҙғы-йәйге янғын хәүефһеҙлеге осоронда БТП РСЧС-ның Бөрйән звеноһына ҡараған хеҙмәттәрҙең көс һәм алымдары әҙерлегенә смотр үткәреү мәсьәләләре ҡаралды.
Читайте нас: