Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ!
Банк хеҙмәткәрҙәре:
- клиенттарға шәхси мәғлүмәттәрен, карталарының номерҙарын һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе һорап шылтыратмайҙар.
- “мутлашыу операциялары” ҡылынған, тип, уларҙы юҡ итеү өсөн СМС-кодтарын әйтеүҙе һорамайҙар;
- аҡсағыҙ һаҡлаулы булһын өсөн, тип уларҙы махсус иҫәптәргә күсерергә йәки ситтән тороп инеү йәки компьютер менән идара итеү өсөн махсус программалар урынлаштырырға тәҡдим итмәйҙәр;
- “Һеҙҙең картағыҙ блокировкаланған”, “Тү-ләү суммаһы блокиров-каланған” тигән һ.б. СМС-хәбәрҙәр ебәрмәйҙәр. Шул СМС-тарҙа күрһәтелгән номерҙарға бер ниндәй осраҡта ла шылтыратмағыҙ!
- таныш булмаған кешеләргә бер ваҡытта ла үҙегеҙҙең банк картағыҙҙың номерын һәм CVC-кодығыҙҙы хәбәр итмәгеҙ!
- интернет менән ҡулланған саҡта һылтанмалар аша (ссылкалар) таныш булмаған ресурстарға инмәгеҙ;
+7 495…, +7 499…, +7 49…һандары менән башланған абонент номерҙарының шылтыратыуына яуап бирмәгеҙ.
Полиция хеҙмәткәрҙәре, башҡа хоҡуҡ һаҡлау һәм дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре кеүек үк, шул иҫәптән “Ышаныс телефоны” аша ла граждандарға, банк карталарын һәм башҡа финанс инструменттарын файҙаланып, улар тарафынан тәҡдим ителгән финанс операцияларының законлымы-юҡмы икәнлеген раҫлауҙы һорап шылтыратмайҙар.
“Бәйләнештә” сайты аша туғандарығыҙҙан, дуҫтарығыҙҙан, таныштарығыҙҙан һәм башҡаларҙан аҡса ебәреүҙе һораған СМС-хәбәр алған осраҡта уларға шылтыратығыҙ һәм аҡса средствоһының ысынлап та кәрәкме икәнлеген белешегеҙ. Был шуға бәйле – күп осраҡта уларҙың сәхифәләре (страницалары) боҙолған була һәм һеҙҙең менән мутлашыусылар яҙыша.
“Авито” сайтында йәки башҡа шундай сайттарҙа һатырға тауар ҡуйғанда йәки, киреһенсә, үҙегеҙ һатып алырға булғанда, тауарҙы күрмәйенсә, алдан аҡса күсермәгеҙ. Шулай уҡ тауар һатҡанда, һатып алыусы аҡса күсерһен, тип, унда аҡса булыу-булмауына ҡарамаҫтан, үҙегеҙҙең банк карталарының номерҙарын хәбәр итмәгеҙ.
Мутлашыусыларҙың кешене алдау буйынса тағы бихисап ысулдары бар. Шуға күрә һеҙҙе иғтибарлы һәм уяу булырға саҡырабыҙ. Үҙегеҙҙең аҡсаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Был мәғлүмәтте таратығыҙ һәм үҙегеҙҙең яҡындарығыҙҙы, дуҫтары-ғыҙҙы, таныштарығыҙҙы иҫкәртегеҙ!
И. ИШҠОЛОВ,
эске эштәр бүлексәһе начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы,
полиция майоры.