Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2021, 11:40

«ШҮЛГӘН-ТАШ» ҠУРСАУЛЫҒЫ ШӘП БАЙРАМҒА САҠЫРА

“Шүлгән-таш” ҡурсаулығы бик ҡыҙыҡ байрамға саҡыра! Ҡыҙыҡ уйындар, сәмле ярыштар, шәп бүләктәр, хәтәр шәп концерт, тәмле аш-һыу, иң мөһиме, саф һауала ғәләмәт шәп ял көтә һеҙҙе, дуҫтар! Тәғәйенерәк нимәләр була, тиһегеҙме? Әйҙәгеҙ – сайтҡа!

“Шүлгән-таш” ҡурсаулығы бик ҡыҙыҡ байрамға саҡыра! Ҡыҙыҡ уйындар, сәмле ярыштар, шәп бүләктәр, хәтәр шәп концерт, тәмле аш-һыу, иң мөһиме, саф һауала ғәләмәт шәп ял көтә һеҙҙе, дуҫтар! Тәғәйенерәк нимәләр була, тиһегеҙме? Әйҙәгеҙ – сайтҡа!
21-22 мартта – көн менән төн тигеҙләшкәндә төрки халыҡтар Наурыз байрамын билдәләй, йәғни астрономик календарь буйынса Яңы йыл ҡаршылай. Был байрамды 20 март көнө «Шүлгән-Таш» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре музей-экскурсия комплексында бергә билдәләргә тәҡдим итә.
Сарала балаларға ла, ололарға ла күңелле уйындар, ярыштар үткәреләсәк. Һәр еңеүегеҙ өсөн уйынды ойоштороусыларҙан фишка алып, аҙаҡ уларҙы «Шүлгән-Таш»тың фирма бүләгенә алмаштырыу мөмкинлеге биреләсәк. Ҡунаҡтарыбыҙға тәҡдим ителәсәк ярыш төрҙәре ошолар: «сабыш», тоҡта йүгереү (әллә тоҡ менән һикереүме), ҡалаҡтағы йомортҡаны тотоп йүгереү, арҡан тартышыу, пазлдар йыйыу, һаҡташ, ҡул көрәше. Әммә иң ҡыҙығы – инструкторҙар теләгән һәр кемде уҡ атырға өйрәтәсәк!
Ярыштар бөтөп, һәр кем бүләген алып ҡыуанғас, беҙ һеҙҙе был байрамдың мөһим өлөшөнә – тәмле тары бутҡаһын ауыҙ итергә саҡырасаҡбыҙ. Һәр саҡырыуыбыҙҙы күтәрмәләп тороусы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары һеҙҙең өсөн ҡоймаҡ әҙерләйәсәк һәм «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығы умарталыҡтарынан алынған хуш еҫле, ифрат файҙалы йүкә балы менән ауыҙ иттерәсәк. Ә инде самауырҙан яһалған тәмле сәй һәр кемде йылытыр һәм күңелен имләр. Бындай төшкө аштан һуң ҡунаҡтарыбыҙҙы данлыҡлы мәмерйәгә һәм музейҙарға күңелле сәйәхәт көтә. Йыр-моңһоҙ ниндәй Яңы йыл булһын – республикала күләмендә киң билдәле йырсылар – Рәфис Ишбаев, Ильяс Кинйәғолов, Хәйҙәр Нәҙершин, Айбулат Ишморатов сарала ҡатнашыусылар өсөн бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләгәндәр. Бик күңелле булмаҡсы!

Байрамда ҡатнашыу, төшкө аш, экскурсия – быларҙың бөтәһе бергә 200 һум тәшкил итәсәк (сағыштырыу өсөн: ҡышҡы экскурсия хаҡы – 250 һум). Байрамда ҡатнашыу 8 йәшкә тиклемге балалар өсөн түләүһеҙ, ә Бөрйән районы халҡы өсөн – 50 һум (паспорт кәрәк буласаҡ).
Барығыҙҙы ла 20 март 11:00 сәғәттә музей-экскурсия комплексында көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: