2006 йылда Благовещен педагогия колледжына уҡырға ингән студенттар араһында Бөрйән районының Нәби ауылында тыуып үҫкән Зинера Ибәтуллинаның исеме киң билдәле була торғайны.
Хеҙмәттәштәре араһында оло абруй ҡаҙанған Зинера Зәйтүн ҡыҙы быйыл районда утыҙынсы тапҡыр үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы – 2021” конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яуланы.
Курсташ ҡыҙҙары менән ул бергә тырышып уҡып ҡына ҡалманы, уға ышанып тапшырылған йәмәғәт эштәрен бер иренмәй, еренә еткереп башҡара торғайны.
Кеше менән уртаҡ тел таба белгән Зинера Зәйтүн ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡыған йылдарында ла һынатмай. Бында ла уҡыуын уңышлы тамамлап, 2011 йылда Благовещен ҡалаһындағы 3-сө мәктәпкә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә килә. Быйылғы уҡыу йылында инде өсөнсө сығарылыш уҡыусыларына төплө белем биргән алдынғы ҡарашлы уҡытыусы, заманса алымдарға таянып үткәргән дәрестәрен алдан уйлап, яйға һала һәм планлаштыра.
-Киләсәктә мине уҡытыусы итеп күреп, ошо изге һөнәргә оло һөйөү тәрбиәләгән остаздарым – хөрмәтле Сәлимә апай Ишкилдинаны, Асия апай Хисаметдиноваларҙы гел һағынып иҫкә алам. Уларҙың миңә булған һөйөүенә ҡушып, үҙемде төрлө яҡтан да үҫешкән мөғәллимә итеп тәрбиәләргә ынтылам. Бының өсөн күп уҡыйым, хеҙмәттәштәремдең эшенә күҙ, кәңәшенә ҡолаҡ һалам. Иң мөһиме, уҡыусыларымды бик яратам, бәхәс осоронда улар менән килешәм, ысын шәхес булып үҫеп килгән балаларҙың фекерен хөрмәтләйем, уларҙан үҙем дә күп нәмәгә өйрәнәм.Бөгөнгө еңеүем дә улар менән уртаҡ хеҙмәт емешем, - тип һөйләне шатлыҡ хистәренән күҙҙәре янып торған уҡытыусы.
Йыраҡ Бөрйән ерендә йәшәһә лә, ҡыҙының хәлен тын алышынан белеп торған әсәһе Зәбиҙә Исрафил ҡыҙы уға терәк-таяныс булып тора. Бәләкәйҙән ҡустыһы Романға дәрес биреп, китаптар уҡырға әүәҫ Зинераның бөгөн инде уҡыусыларын да ихлас яратҡанлығын тоя әсәй кеше. Атаһы мәрхүм Зәйтүн Ғайфулла улы иҫән булһа, ҡыҙының тос хеҙмәт емештәрен баһалап, маҡтап туя алмаҫ ине, төрлө кимәлдә яуланған күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙарын, дипломдарын, рәхмәт хаттарын уҡып шатланыр ине лә бит...
Благовещен ерендә хәләл көсө менән йәшәп, тик изге эштәр ҡылған,уңған Бөрйән ҡыҙының уңыштары өсөн һөйөнмәҫлек тә түгел. Тырыш һәм өлгөр Зинераның ҡулынан да, теленән дә килә. Маладис!