Демография
Марттың 1-енән 12-һенә тиклемге осорҙа районда 8 сабый тыуған, 3 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 3 пар никахын тарҡатҡан. 9 райондашыбыҙ яҡты донъя менән бәхилләшкән.
02 хәбәр итә
Марттың 5-енән 12-һенә тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 50 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә зыян күреүселәр булған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), кешенең сәләмәтлегенә аңлы рәүештә еңелсә зыян килтереү (1), эскән килеш ҡабатлап транспорт средствоһы менән идара итеү (1), механик зыян килтерелгән юл-транспорт ваҡиғаһы (5), ҡара металдың законһыҙ әйләнеше (1), ғаилә низағы (2), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (5), битлек режимын боҙоу (7), законһыҙ рәүештә алкоголь продукцияһы һатыу (2), ата-әсәлек бурыстарын тейешле кимәлдә үтәмәү (2) һ.б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 71 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 44 протокол.