Һәр кешенең хәүефһеҙ һәм уңайлы йәшәгеһе килә. Быға ирешеү ысулдары төрлө. Шуға ҡарамаҫтан, бөтәбеҙ ҙә барыһының да законлы рәүештә эшләнеүен теләр инек. Кеше үҙенең кешелеген юғалтмаһын ине. Был хәҡиҡәт берәҙәк эттәрҙең элекке хужаларына ла ҡағыла.
Һуңғы йылдарҙа хужаһыҙ эттәр етди социаль проблемаларҙың береһенә әүерелде. Ләкин был проблема әле генә барлыҡҡа килмәгән. Йылдар буйы быға иғтибар бирелмәгән, ә уны көйләүсе федераль закон тик 2018 йылда ғына сыға. Ауыл биләмәләренең йыл да үтеп торған йыйылыштарында ла был һорау бик йыш күтәрелә.
Ҡайҙан барлыҡҡа килә хужаһыҙ эттәр? Кем уның өсөн яуап бирә? Һәм нисек был проблеманы хәл итергә?
Беҙҙең халыҡ араһында был проблеманы “еңел генә” - эттәрҙе юҡ итеп хәл итергә тәҡдим итеүселәр ҙә, дүрт аяҡлы иптәштәребеҙҙе яҡлаусылар ҙа бар. Һәр яҡтың – үҙ дөрөҫлөгө, үҙ кире ҡаҡҡыһыҙ аргументтары бар.
Ҡайҙан барлыҡҡа килә һуң хужаһыҙ эттәр? Беренсенән – хужалары баш тартҡан эттәр, икенсенән – ташланған эттәрҙең урамда үрсеүе. Көсөк саҡтарында эттәр бик матур: бәләкәй, йәтеш, йомшаҡ булалар. Әммә көсөк ҙурая бара үҙенең матурлығын бөтөрә, ашарға ла күберәк кәрәк була башлай һәм кешеләр, уйнап туйған уйынсыҡты һелтәгән һымаҡ, тере йән эйәһен урамға сығарып ебәрәләр.
Әлеге мәлдә эт көтөүселәрҙең хоҡуҡ һәм бурыстарын көйләгән система юҡ. 2018 йылда сыҡҡан 498-се федераль закон бөтә мәсьәләләрҙе хәл итә алмай. Ләкин был законда эт көтөүселәргә нисек этте көтөргә, ниндәй принциптар менән мөғәләмә итергә һәм башҡа ҡағиҙәләр бар. Был турала район хакимиәте башлығының ауылды үҫтереү һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса урынбаҫары Айҙар Ишниязов түбәндәгеләрҙе бәйән итте: “Башҡортостан Республикаһында йорт хайуандарын көтөү 498-се Федераль һәм Башҡортостан Республикаһының 289-сы закондары менән көйләнә. Шул закондар нигеҙендә 2021 йылдың башында Бөрйән районының ауыл биләмәләре Советтарында эттәр көтөү буйынса ҡағиҙәләр ҡабул ителгән. Ошо ҡағиҙәләр буйынса эт көтөүселәр: биологик нормаларға ярашлы көтөргә; гуманлы мөғәләмә итергә; ҡарауһыҙ, һыуһыҙ һәм аҙыҡһыҙ ҡалдырмаҫҡа; туҡмамаҫҡа; ауырыһа – ветеринар ярҙамына мөрәжәғәт итергә бурыслы һ.б. Халыҡ үҙ эттәрен ауыл биләмәләрендә һәм ветеринар станцияла теркәргә тейеш”.
Административ комиссия-ның яуаплы сәркәтибе Ғәлләм Айытбаев: “Ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн эт хужалары федераль һәм республика закондары буйынса яуап бирәләр. 2021 йылдың тәүге ике айында эт көтөү буйынса ҡағиҙәләрҙе боҙоу арҡаһында 5 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Уларға 500-ҙән 1500-гә тиклем штраф һалынған”.
Шул уҡ 498-се Федераль закон буйынса хужаһыҙ эттәрҙе атыу, ағыулау йәки икенсе ысул менән үлтереү ярамай. Шуға күрә эттәрҙең һаны артҡандан-арта бара. Ә нисек уларҙы кәметергә?
Беренсе ысул – стерилләштереү йәки кастрациялау. Был эштәрҙе Бөрйән ветеринар станцияһында башҡарырға мөмкин.
Бөрйән ветеринария станцияһы начальнигы Зәбир Аратов:
“Бөгөнгө көндә стерилләштереү йәки кастрациялау хужаһыҙ эттәр менән көрәшеүҙең төп ысулдарының береһе. Ветеринар станцияла йәки пункттарҙа өй хайуандарына чип йәки бирка ҡуйҙырырға, стерилләү һәм кастрациялау эшләтергә була. Шулай уҡ ҡурҡыныс (ҡотороу, ҡош киҙеүе һ.б.) ауырыуҙарға ҡаршы вакцина эшләтергә мөмкин”.
Ветеринария станцияһы табибы Миңзәлә Ямғурсина: “Ағымдағы йылдың 1 апреленә тиклем Бөрйән ветеринар станцияһында эттәргә һәм бесәйҙәргә льготалы теркәү һәм стерилләү үткәрергә мөмкин. Былай ғәҙәти хаҡтар (льготаһыҙ): 1 бесәйҙе стерилләү һәм бирка ҡуйыу – 700 һум, кастрациялау – 440 һум. Эттәрҙе стерилләү: бәләкәй эт – 739, уртаса эт – 900, ҙур эт – 1018 һум. Кастрациялау: бәләкәй эт – 739, уртаса эт – 810, ҙур эт – 976 һум”.
Икенсе ысул – эттәр өсөн махсус приюттар. Ләкин был приюттарҙы ҡарар өсөн күпләп финанс кәрәк. Бюджеттан бирелгән субсидиялар был эште башҡарыр өсөн бик әҙ. Бөгөнгө көндә районда приюттар юҡ.
Бөтә проблеманы дөйөмләп, шуны әйтке килә. Ҡарауһыҙ эттәр мәсьәләһенә йылдар буйы дәүләт яғынын тейешле иғтибар бирелмәй килеп, әлеге мәлдә ҡатмарлы проблемаларҙың береһенә әүерелде. Әгәр ҙә бер нәмә лә ҡабул итмәһәк, бының аяныслы хәлгә килтереүе мөмкин һәм уның өсөн кеше тик үҙе ғәйепле. Бөтәһе лә тик үҙебеҙҙән тора. Дүрт аяҡлы йән эйәһен алыр алдынан төптән уйлағыҙ: күпмелер ваҡыт үткәс шул йән эйәһе урам эттәренең өйөрөнә ҡушылып китмәҫме? Йыш ҡына проблемаларҙы һәм ауырлыҡтарҙы беҙ үҙебеҙ тыуҙырабыҙ, ә һуңынан улар менән көрәшә башлайбыҙ.
С. Мөхәмәтғәлин,
«Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге»нең баш зоотехник-консультанты.
Район үҙәге урамдары эттәр менән тулды. Байтаҡтарының чиптары ла бар. Араларында һимеҙ, ҡараулы ғына эттәр ҙә байтаҡ. Ни өсөн улар урамда? Хужалары нимә ҡарай? Кем яуаплы был эттәр өсөн? Берәй фажиғә булмаҫ борон сараһын күрергә кәрәктер ул.
Рәис Ишбаев, Иҫке Собханғол ауылы.