Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2021, 12:00

Еңеүселәр билдәләнде

Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы «Көньяҡ Ҡыраҡаның легенда һәм риүәйәттәре» конкурсына йомғаҡ яһаны.

Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы «Көньяҡ Ҡыраҡаның легенда һәм риүәйәттәре» конкурсына йомғаҡ яһаны.
Ҡурсаулыҡ ерендә урынлашҡан ер-һыу атамаларын, тарихи ваҡиғаларҙы өйрәнеү маҡсатында ойошторолған конкурсҡа йәш сикләүҙәре булмауына ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙың күпселеген балалар тәшкил иткән. Ҡурсаулыҡ етәксеһе А. Бейембәтов әйтеүенсә, ике генә эш конкурс шарттарына тулыһынса ярашлы әҙерләнгән.
- Барлығы 10 эш ҡабул иттек. Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәрен туплап, баҫма итеп сығарырға, ҡурсаулыҡтың сәйәхәт маршруттарында ҡулланырға уйлайбыҙ.– ти Айнур Илгиз улы.

Беренсе урынды алыусы 8-се синыф уҡыусыһы Илнур Ғайсин эшен олатаһы, ҡурсаулыҡтың элекке хеҙмәткәре Ҡадир Ғайсин ярҙамында башҡарған.
-Олатайым менән өләсәйем Ҡыраҡа тауҙары уратып алған Һарғая ауылында йәшәйҙәр. Ҡадир олатайым ҡурсаулыҡта 40 йылға яҡын эшләгән, шуға ла ҡурсаулыҡтағы һәр урындың тарихын белә. Миңә һөйләгән риүәйәттәрҙе ул үҙенең Кейекбай олатаһынан ишеткән.

Ҡыраҡа тауының исеме «Ҡырылмаһа ҡырҡ арҡа» тигәндән барлыҡҡа килгән. Ҡаршыһындағы Башһырт тауына менеп ҡараһаң, ысынлап та, теҙелеп киткән тау һырттарын күрергә мөмкин, – ти Илнур. Үҙенең эҙләнеү эшендә Әүҙекте тауы, Бәрҙе бешкән ҡаяһы, Сабирйән утары тарихтарын да яҙған. Һәр легендаға ярашлы һүрәт тә төшөргән.

Икенсе урын - 9 йәшлек Айдинә Кәримовала. Ул әсәһе һөйләгән риүәйәттәргә таянып, әкиәт ижад иткән. Әкиәтендә телгә алынған йәнлек-ҡоштарҙы һүрәткә төшөргән.
Еңеүселәргә ҡурсаулыҡ тарафынан шәп бүләктәр әҙерләнгән: Илнур планшет алып ҡыуанһа, Айдинәгә сәғәт-телефон эләкте. 4-се класс уҡыусыһы Мәҙинә Миңлеғоловаға дәртләндереү бүләге эләкте. Ул Ҡолғана ауылы мәсете тарихы тураһында яҙған.

-Әлеге ваҡытта башланғыс синыф уҡыусылары өсөн ҡулланылған батарейкаларҙы тапшырыу акцияһы бара. Әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. – тине ҡурсаулыҡ етәксеһе.
Читайте нас: