Башҡортостан Республикаһында Бөтә Рәсәй “Ҡайҙа үлем менән сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит” акцияһы башланды. Иҫкәртеү сараһы 2021 йылдың 26 мартына тиклем дауам итә.
Акция сиктәрендә республика министрлыҡтарында һәм ведомстволарында ”ҡыҙыу линия” эшләй башлаясаҡ. Наркотиктар эшләү, һаҡлау, притондар тотоу урындарын белгән һәр кем тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында был турала йәшерен хәбәр итә ала. Теләүселәр наркологик ярҙам күрһәтеүсе һәм наркотиктарға бәйлелектән дауалаусы ойошмалар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә.
Акцияны ойоштороусылар граждандарҙың социаль әүҙемлегенә ышана. Һәр шылтыратыу һәм хәбәр мөһим – был наркотиктарға ҡаршы акцияның төп принцибы.
Шылтыратыуҙар полиция бүлектәрендә ҡабул ителә. Бынан тыш, Башҡортостан Эске эштәр министрлығында тәүлек әйләнәһенә ышаныс телефоны эшләйәсәк. 8(347) 279-32-92 һәм 8(347) 272-71-42 (БР Прокуратураһы) һандарына шылтыратып, граждандар тыйылған матдәләрҙе ҡулланыу, таратыу осраҡтары хаҡында һөйләй һәм белгестәргә һорауҙар бирә ала.
Килгән бөтә мәғлүмәт мотлаҡ тикшерелә, бер шылтыратыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Конфиденциаллек гарантиялана.