Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2021, 17:25

15 МАРТ - БӨТӘ ДОНЪЯ ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ХОҠУҠТАРЫН ЯҠЛАУ КӨНӨ

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын беләме?

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын беләме?
15 март – Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан 1983 йылда булдырылған көн Рәсәйҙә 1994 йылдан алып билдәләнә. Беҙ барыбыҙ ҙа көн һайын нимәлер һатып алабыҙ, төрлө хеҙмәттәр менән файҙаланабыҙ һәм закон буйынса ҡулланыусы булып һаналабыҙ. Ҡулланыусылар берлегенең бөтә донъя ойошмаһы билдәләүенсә, ҡулланыусыларҙың төп хоҡуҡтары: тулы мәғлүмәт алыу, хәүефһеҙлек, һайлау, һинең фекерең менән иҫәпләшеүҙәре, зыянды кире ҡайтарыу, ҡулланыусылар белеме алыу, төп ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү һәм тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы. Юғарыла әйтеп үтелгәндәр хоҡуҡи нигеҙҙә ҡәтғи үтәлергә тейеш.

Бөрйән районы хакимиәтенең иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Б. Юлмөхәмәтов ошо хаҡта: «Үҙ хоҡуғыбыҙҙы белмәү, кеше менән “яманлашырға” теләмәү һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында етештереүселәрҙән, һатыусыларҙан, төрлө хеҙмәт күрһәтеүселәрҙән халыҡ бик йыш отола. Көндәлек тормошта һәр беребеҙҙең тиерлек ниндәй ҙә булһа ошондай хәлгә тарығаны бар. Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек һауытта күрһәтелгән яраҡлылыҡҡа тура килмәй һәм уның сифаты насар булыуы ихтимал. Магазинда һатып алынған ҡиммәтле әйберҙең дә насар сифаты өйҙә генә асыҡланыуы мөмкин. Ошондай хәлгә тарыйһығыҙ икән, граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлаған тейешле ойошмаларға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡыҙыу бәйләнеш селтәренә - 8(34792) 3-25-61 һәм райондың иҡтисад бүлегенә 3-52-33, 3-52-25 телефон номерҙары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Аҙнаһына 2-3 тапҡыр магазиндарҙағы хаҡтарға һәм тауар сифатына тикшереүҙәр ойошторабыҙ. Ауылдарға ла йөрөйбөҙ. Үткән йыл беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр булманы. Граждандар әйберҙең хаҡы, сифаты буйынса етешһеҙлектәрҙе беҙгә әйтеп барһа, яҡшы булыр ине. Сайттар аша һатып алырға тура килгәндә бик һаҡ булырға, ышаныслы интернет магазиндарҙан ғына алырға, алдан аҡса күсермәҫкә саҡырабыҙ», - тине.

Әйткәндәй, яңыраҡ хакимиәттең иҡтисад бүлеге «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса иң яҡшы йәмәғәт ойошмаһы» республика конкурсында еңеүсе булған.
Халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса граждандар хоҡуғы тураһында хакимиәт башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Н. Сафин газ, һыу, йылылыҡ хеҙмәттәренең яҡшы эшләүен телгә алды.

- Сүп-сар йыйыуға килгәндә, түгеү өсөн ер билдәләнгән һәм «Эко-Сити»-ның планына кергән, киләһе йыл төҙөлөш башланасаҡ. Макулатура, полипропилен, ПЭТ шешәләре, алюмин банкалар айырым йыйыласаҡ, махсус контейнерҙар ҡуйыласаҡ. Шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтары буйынса мәсьәлә лә хәл ителә. Ҡайынтүштә спорт майҙансығы менән ял паркы төҙөлөшө башланырға тора. Киләһе йыл Баҙал биҫтәһендә планлаштырылған, – тине Наил Сәлих улы.

Халыҡ өсөн көн дә кәрәк булған аҙыҡ-түлеккә хаҡтар район үҙәгендәге магазиндарҙа нисек икән? Әйҙәгеҙ, күҙ һалайыҡ!
«Нәркәс» магазинында шәкәрҙең килоһы - 49 һум, 5 кг он - 230 һум, ҡарабойҙай - 75 һум, дөгө - 65 һум, көнбағыш майы 115 һумдан алып, сәй 60 һумдан башлана.
«Тулҡын» магазинында шәкәрҙең килоһы 50 һум, 10 кг он - 400 һум, ҡарабойҙай - 75 һум, дөгө - 60 һум, көнбағыш майы 100 һумдан алып, сәй 55 һумдан башлана.
«Иҙел» магазинында 1 кг шәкәр - 59 һум, 5 кг он - 224 һум,1 кг ҡарабойҙай - 81 һум, 1 кг дөгө - 57 һум, көнбағыш майы - 107 һумдан алып.
«Нурлы» (Баҙал) магазинында 1 кг шәкәр - 60 һум, 1 кг ҡарабойҙай - 82 һум, 1 кг дөгө - 75 һум.
«Уралочка» (Ағиҙел ҡасабаһы) магазинында шәкәрҙең килоһы 55 һум, 5 кг он - 234 һум, 1 кг ҡарабойҙай - 86 һум, 1 кг дөгө - 64 һум, көнбағыш майы -127 һумдан алып, сәй 52 һумдан башлана.

«Пятерочка» магазинында 1 кг шәкәр 45 һум 99 тин, 900 г. ҡарабойҙай - 67,49 һум, 900 г. дөгө - 59,99 һум, көнбағыш майы 103 һумдан алып, йомортҡаның 10 данаһы – 71 һум.
Читайте нас