"Аҡбуҙат" журналының 30 йыллыҡ юбилейы уңайынан күк йөҙөндәге бер йондоҙға "Аҡбуҙат" исеме бирелде.
Космик эшҡыуарлыҡ буйынса "Роскосмос" дәүләт корпорацияһы тарафынан "Аҡбуҙат" журналының 30 йыллыҡ юбилейы уңайынан күк йөҙөндәге бер йондоҙға “Аҡбуҙат” исеме бирелде. Ул Пегас йондоҙлоғонда урынлашҡан.
"Аҡбуҙат" тураһындағы мәғлүмәт күк есемдәре тураһындағы халыҡ-ара каталогка индерелде. Махсус сертификатта йондоҙҙоң координаталары ла күрһәтелгән.