Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2021, 17:10

Иң ҡыҫҡа интервью

Ике тиҫтәгә яҡын журналист булып эшләү осоронда яҙған мәҡәләләр, алған интервьюлар бихисап. Уларҙың араһында мәңгегә иҫтә ҡалырҙайҙары ла, гәзиттә баҫылып сыҡҡас уҡ онот булғандары ла, йылға буйындай оҙондары ла, иң ҡыҫҡалары ла бар.

Ике тиҫтәгә яҡын журналист булып эшләү осоронда яҙған мәҡәләләр, алған интервьюлар бихисап. Уларҙың араһында мәңгегә иҫтә ҡалырҙайҙары ла, гәзиттә баҫылып сыҡҡас уҡ онот булғандары ла, йылға буйындай оҙондары ла, иң ҡыҫҡалары ла бар.
Оҙондарын иҫләй алмайым, ә бына иң ҡыҫҡағы иҫтә ныҡ ҡалған. Юлай Хәләф улы заманында (йәғни ул редактор булғанда) булды, ахыры, ул мине ул замандағы район хакимиәте башлығы Ирек Фәсхетдин улы Зариповтан “Шоңҡар” журналы өсөн интервью алырға ебәрҙе.

Барҙым, ҡабул итеү бүлмәһендә саҡ ҡына башлыҡ янынан сығасаҡ кешене көтөп ултырҙым. “Һаумыһығыҙ! Мин интервью алырға килгәйнем...”-тип хәбәремде һөйләп тә бөтмәнем, Ирек Фәсхетдин улы: “ Уй , Айһылыу, үҙеңдең дә, минең дә алтын ваҡытты алма. “ Урал батыр”ҙан (эпосты күҙ уңында тотоп әйтте) башла ла, бөгөнгө көн менән бөтөр. Бөрйән тураһында бөгөн һинән дә матур яҙа алмаҫ бер кем...”

Аптырағас, асылған ауыҙымды ябырға ла онотоп, кире сыҡтым. Яҙҙым ул интервьюны. Яҙғанды күрһәтәйемме, тип шылтыраттым. “Юҡ, мин һиңә ышанам”, -булды яуап. Баҫылды ул интервью “Шоңҡар”ҙа. “Таң” да баҫылды микән – иҫләмәйем.

Быны ниңә яҙам? Элек һәр яҙғаныбыҙ, барыбер, район хакимиәтенең күҙ уңында булды. Шул күҙлектән ҡарағанда, райондың тыналышын тотош республикаға күрһәтәсәк интервьюның цензураһыҙ китеп барыуы – башҡа һыймаҫлыҡ эш. Шулай ҙа ышанғандар икән ҡәләмемә, үҙемә, тигән рәхмәт тойғоһо әле лә йәшәй күңел төбөндә...
Читайте нас: