Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март 2021, 14:00

Тормошон үҙе гөл итә

Был эштә яйҙар, ығыштар эшләй алмайҙыр ул. Почтальон хеҙмәтен әйтәм. Бынау Гөлгөл апай кеүек терегөмөш ише тәгәрәп йөрөп донъя көткәндәр, эштәрен атҡарғандар ғына булдыра алалыр.

Был эштә яйҙар, ығыштар эшләй алмайҙыр ул. Почтальон хеҙмәтен әйтәм. Бынау Гөлгөл апай кеүек терегөмөш ише тәгәрәп йөрөп донъя көткәндәр, эштәрен атҡарғандар ғына булдыра алалыр.
Ҡасан ҡарама, ҡайҙалыр ашығып китеп барған Гөлгөл апайҙың һөмһөрө ҡойолоп, йөҙө сирылып йөрөгәнен күрмәҫһең – алыҫтан уҡ сәләмләп, асыҡ сырайы, яҡты йөҙө менән солғанышын балҡытып йөрөй.

41 йыл бер урында – почтала эшләй Гөлгөл апай. “Кеше менән эшләүҙе, аралашыуҙы шул хәтлем яратам, шуға ошо эшемә мөкиббән бирелгәнмен. Бына яңыраҡ алтмышым тулды, шулай ҙа эшемде, яратҡан коллективымды ташлап киткем килмәй. Аҙыраҡ эшкә сыҡмай торғайным, гәзит уҡыусыларым – инәй-бабайҙар таптыра, юҡһына башланы. «Ҡайҙа юғалдың, беҙ һиңә ҡарап торабыҙ», - тиҙәр. Кешенән йылы һүҙ ишетеү үҙе ни тора! Ауылдаштарҙың йомош-юлын да үтәйем бер ыңғай – дарыуын да алып ҡайтам, түләүҙәрен түләйем – кешене ҡыуандырыу - үҙе сауап”, - ти Гөлгөл Әбделғәни ҡыҙы.

Уның да хеҙмәт биографияһы үҙенең тиҫтерҙәренекенән әллә ни айырылмай. Тыуған ауылы Яңы Собханғолдан ике йыл Иҫке Собханғолға йөрөп уҡып, 10-сы класты бөткәс “Бөрйән“ совхозында һауынсы булып эш башлай. Күбеһенсә алмаш һауынсы булып, башҡаларҙы ял иттерә.

Спорт менән дуҫ ҡыҙ саңғыла йөрөргә ярата. “Бөрйән” совхозының намыҫын яҡлап, күп ярыштарҙа беренсе урындарҙы алыуға өлгәшә. Әле булһа совхоз директоры Дамир Яхин 1-се урын алғаным өсөн бүләк итеп биргән пластик саңғым бар, ти Гөлгөл апай. Һуңғы осорҙа ғына был шөғөлөн ташлап торған икән.

1980 йылдың февралендә почтальонка булып эшкә урынлаша. Ул осор почта бүлексәһен Мырҙағәле Айытбаев бабай етәкләй ине әле, тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 9 март һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: