Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2021, 12:00

Береһе өсөн береһе кәрәк...

“Беҙ киткәс тә бер-берегеҙгә терәк булып, эш бүлешмәй, уҡмашып, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә булығыҙ...” – был Мәскәү өләсәйемдең (уны, Нурсәнә өләсәйемде, Мәскәү ҡыҙы булғас, бөтәһе шулай атап йөрөттө) беҙгә, балаларына, әйтеп ҡалдырған һуңғы һүҙҙәре – васыяты...

“Беҙ киткәс тә бер-берегеҙгә терәк булып, эш бүлешмәй, уҡмашып, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә булығыҙ...” – был Мәскәү өләсәйемдең (уны, Нурсәнә өләсәйемде, Мәскәү ҡыҙы булғас, бөтәһе шулай атап йөрөттө) беҙгә, балаларына, әйтеп ҡалдырған һуңғы һүҙҙәре – васыяты...
Ҙур ғаиләлә, уҡмашып китеп, 9 бала үҫте улар. Олатай менән өләсәй үҙҙәре тере саҡтарында һәр саҡ бөтә балаларын бер ояға һыйҙырып, олоһона ла, кесеһенә лә аҡыл биреп, эшкә өйрәтеп йәшәнеләр. Хатта беҙҙе, ейән-ейәнсәрҙәрен дә эшкә өйрәтте улар. “Кешенән эш һорамағыҙ, үҙегеҙ белеп эшләгеҙ”, - тиер ине гел олатай.

2019 йыл был ҙур ғаилә өсөн ҙур һынау йылы булды – олатай менән өләсәй бер-бер артлы фани донъяһынан баҡыйлыҡҡа күсте. Ә васыяттары мәңге хәтерҙә ҡалды.
Мин был васыят-һүҙҙәрҙең көсөн әсәйем Хәсәнова Һәҙиә Зиннур ҡыҙы бәләгә тарығас аңланым.

...Йыл башынан бер-бер артлы ауыр 3 операция үткәрҙе әсәй. Туғыҙ баланың, туғыҙ бер туғандың берләшкәнен, бер булғанын шунда күрҙем. Әсәй дауаханала... Яңы Мөсәттән Нәзирә инәйем Шәрипованың, олораҡмын, тип ҡарап тормай, бөтәһен дә ҡуҙғытып ебәреүенә шатландым. Хатта район үҙәк дауаханаһының хирургы әсәйемә Хәсәнова, тиәһе урынға, Шәрипова, тип өндәшә ине.

Фирҙәүес апайым, үҙе лә сирләүенә ҡарамаҫтан, Ғазина Әлиә апайым менән икәүләп көн аша Белоретҡа ауыр хәлле, аяҡһыҙ әсәйемде, йәғни апайҙарын, диализға оҙата йөрөнөләр. Әлибакова Розалия апайыма һүҙ ҙә юҡ инде - көн дә тәмле бәлеш-пирожкиларынан, ашынан өҙмәне. Кем аша булһа ла бирә лә ебәрә ине.

Салауатовтар – Айрат ағайым менән Нәфисә еңгәй ҙә хәлдәренән килгәнсә ярҙам итте, телефондан хәл белешеп, әсәйемдең хәлен хәлләп, ҡеүәтләп, оҙайлы ауырыуҙарҙан, ҡаты һынауҙарҙан ҡурсып, өмөт ҡанаттарын үҫтереп, Раян ағайым менән Тәнзилә еңгәм, Яр Саллынан - Әлфиә Исламғолова, Сибайҙан Хәҙисә апайымдар көн дә тиерлек әсәйем менән һөйләшеп, рухын күтәреп, һынауҙарға бирешмәҫкә әжеүәләп-өндәп кенә торҙолар.

Ә ғаиләнең иң бәләкәстәре – кинйәбикәләре Фирҙәүес апай 6 балаһын, ейәнсәрен (ҡыҙы Азалия Өфөлә сессияла ине), донъяһын ҡалдырып, бер осор хатта әсәйем менән бергә йәшәне. Әсәй дауахананан сыҡҡас, үҙенә алып ҡайтып дауаланы, ҡараны, аҙаҡтан көн һайын дауаханала эргәһендә булды. Төнгөлөккә генә ҡайтып эшен эшләп, таңға кире әйләнеп килер ине...

Белорет дауаханаһы. Ҡышҡы һыуыҡ, шыҡһыҙ көндәр.Февраль бураны юлдарға көрт һалған саҡ. Әсәйем ауыр хәлдә. Алда – хәл иткес операция...
Шәкәр сире ағзаларҙы ашап бөтөргән, тиерлек. Ике бөйөр эшләмәү сәбәпле, көн аша гемодиализ кәрәк. Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, быларға йөрәк сире, ике ай элек кенә гинекология яғынан яһалған ауыр операция өҫтәлә... Февраль айында иһә өсөнсөгә бысаҡ аҫтына ятырға...

Хирург Кутузов: ”Төшөнкөлөккә бирелә башлаған кешегә операция эшләүе ауыр, ә инде ҡотҡарыуы – икеле. Операцияны күтәрергә кәрәк...” - тип яҡындарҙы, туған-тыумасаны йыйырға кәңәш итә.

8 бер туған йыйылышып, кәңәш-төңәш итешеп, Нәзирә инәй, Әлиә, Розалия, Фирҙәүес апайҙар, Айрат ағайым, олатайҙы ултыртып, тиҙ генә Белоретҡа дауаханаға килеп тә етә. Бөтә палата ғына түгел, тотош хирургия бүлеге уларҙың берҙәмлегенә һоҡланды. Әсәйемде йыуатып, рух һәм өмөт ҡанаттары үҫтереп, күстәнәстәрен таратып, фатихалап ҡайтып киттеләр...

Улар ҡайтҡас, аяғы шешкәнлектән саҡ атлап йөрөгән йор һүҙле бер апай сыҙаманы – йырлап, таҡмаҡ әйтеп, ауыртҡан аяҡтары менән бейеп тә күрһәтте.
...Ә иртәгәһен әсәйем, туғандарынан күңел йылыһы, изге доға-теләк һәм фатиха алғас, операцияға күтәренке кәйефтә, төҙәлеренә өмөт менән, хатта табиптарҙы йор һүҙе менән көлдөрөп, тыныс ҡына инеп китте...

Ә мин хатта ошоғаса белгән аят-доғаларымды уҡыр хәлдә түгелмен – коридорҙа бөгөлөп төштөм. Шул саҡта мине бөтөнләй белмәгән бер апай ярҙамға килде. Үҙе лә йөрәгенә операция яһатып сыҡҡан Ғәзимә исемле уҡытыусы апай (Байназарҙыҡы) хәлемә инде – йыуатты, өмөт уятыр һүҙҙәре менән яралы йөрәгемде имләне... Ошондай оло йөрәкле кешеләр менән осраштырғанына Аллама рәхмәтлемен.

Бер нисә сәғәттән әсәйем операциянан йылмайып сыҡты. “Аяғымдың яртыһынан күбеһен ҡалдырҙылар, ҡыҙым...” - тине.
Кешеләрҙең кемлеге һин ауыр хәлгә тарығас беленә. Дамир ағайым, Рита еңгәм йыш килде, Ғәзимә апай иһә гел эргәлә булды.
Ниһайәт, дауахана, күңел төшөү, болоҡһоуҙар артта ҡалды. Был осор туған ҡәҙерен белеүгә, бер-береңде ҡәҙерләүгә һынау булды. Шуныһы мөһим – туғандарыбыҙ берәгәй һәм бер булып ҡалды.

Күмәкләп мал аҙығы әҙерләүҙәр, утын-бесән ташыуҙар, мал ҡарауҙар, һуғым һуйыуҙар, тиһеңме – гел бергә улар. Был - һинең эш, был – минең проблема, теге – һинең ҡайғы, тигән нәмә ят уларға. Кемгә ҡасан, ҡайһы ваҡытта эш эшләргә кәрәк – улар бергә. Мәҫәлән, һуғым һуйған мәлдә 15-16-лап туған бер-береһенә йөрөшөп, тиҙ арала тейешле һуғымдарҙы һуйып та бөттө. Килен-кейәүҙәр ҙә бер туғанға әйләнеп бөткән уларҙа. Шуғамылыр, бәләкәйерәк саҡта Мөнир менән Хәйҙәр еҙнәләрҙе бер туғандар тип уйлай инем.

Мәҙинә, Нәфисә, Тәнзилә еңгәләр бер ата-әсә балалары кеүек. Хатта бер-береһенә оҡшаштар ҙа әле ул. Шүлгән мәмерйәһенә сәйәхәткә барғанда Мәҙинә еңгә әсәйемде “ых” та итмәй коляскаһында этеп алып йөрөгән – әле булһа ҡыуанып һөйләй әсәйем. Нәфисә еңгәбеҙ – әсәйемдең “психотерапевт”ы, Тәнзилә еңгәбеҙ – парикмахеры.

Эйе, матурлыҡ туйҙа кәрәк булһа, уңғанлыҡ менән туғанлыҡ көн дә кәрәк шул. 9 бер туған тормоштоң төрлө саҡтарында ла һынмай, һынатмай, туғанлыҡ ептәрен өҙмәй, бынамын итеп йәшәй. Телефон аша хәл белешеүгә генә мөрхәтһенмәй, кеше аша булһа ла күстәнәстәрен ебәреп, буш ваҡыт табып килә һалып етеп, әсәйемдең хәлен хәлләп китәләр. Фирҙәүес апайым килһә, деү теттереп донъя көтөп, эш эшләп ҡайта.

Кис етһә, 7 бер туған ҡыҙ ватсаптан видеозвонок аша һөйләшеүгә күсә- бер-береһенең хәлен белешәләр, яңылыҡтар менән бүлешәләр, күңелдәрен күтәрешәләр, шаяртыуға ла ваҡыт табалар.

Артабан да бергә-бергә йәшәргә яҙһын! Айрат ағайым әйтмешләй: ”Әсәй менән атайҙың васыятын үтәнек – беҙ бөгөн дә бергәбеҙ. Эшебеҙ ҙә, ашыбыҙ ҙа, барыһы ла – уртаҡ. Аранан ел-ямғыр үткәрмәҫкә ҡушты әсәй – ошоға тоғро ҡалайыҡ!”
Читайте нас: