Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2021, 11:00

Һәр нәмәнән шатлыҡ табырға тырышам

...Ейәнсура егете Шамилдың Бөрйәнгә эшкә килеп, халыҡ араһында “Һаумыһығыҙ, мин - һеҙҙең участковый” тигән рейдта йөрөгән сағы. Был ваҡытта Гөлдәр Ағиҙел мәктәбендә практика үтә. Өшөп-туңып ҡайтып ингән генә мәлендә уларҙың йортоноң тупһаһында участковый пәйҙә була.

...Ейәнсура егете Шамилдың Бөрйәнгә эшкә килеп, халыҡ араһында “Һаумыһығыҙ, мин - һеҙҙең участковый” тигән рейдта йөрөгән сағы. Был ваҡытта Гөлдәр Ағиҙел мәктәбендә практика үтә. Өшөп-туңып ҡайтып ингән генә мәлендә уларҙың йортоноң тупһаһында участковый пәйҙә була.
- Бер заман өйгә матур ғына егет килеп инде. Оҙон халат, атайымдың ҙур ҡуңыслы ойоҡбашын кейеп алғанмын, сәсем бумала кеүек. Эй, уңайһыҙланам, был тиҙерәк үҙе менән таныштырыр ҙа сығыр, тип көтәм. Өшөгәнмен, сәй эсеп, йылыныр кәрәк, ә ул төрлө һорауҙарын бирә башланы, урыны менән шәхси һорауҙарын да яуҙыра. Бәлки, сәй ҡуя башлаһам, сығып китер, тип аш-һыу бүлмәһенә йүнәлдем. Бынымдың уйы ла юҡ. Ахыры, сәйгә саҡырҙым... Хәҙер бына 16 йыл сәйгә саҡырам шулай. Бер сынаяҡ сәйем уны ғүмерлек йәремә әйләндерҙе, - тип көлә Гөлдәр.

Полиция органдарында хеҙмәт итеүсе Шамил Тулебаев менән Гөлдәр ғаилә ҡоралар. Хәҙер уларҙың мөхәббәтле йорттарында өс бала үҫә. 15 йәшлек Эмиль, 14 йәшлек Камила, уҡыуҙан тыш, “Ялҡын” бейеү ансамблендә, “Яугир” түңәрәгендә шөғөлләнәләр.

- Балаларҙы эш менән тәрбиәләйбеҙ. Баш күтәрмәҫлек ауыр эштәр эшләтеп ултыра икән, тимәгеҙ, мөмкин тиклем ваҡыттарын бушҡа сарыф итмәһендәр, тип тырышабыҙ. Асия ҡыҙыбыҙға 4 йәш кенә булһа ла, күнекмәләргә, бассейнға, “Мәсем” клубына йөрөтәм. Балаларым тәртипкә, ваҡыттарын дөрөҫ бүлергә өйрәнә. Бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырырға ярамай икәнлеген дә яҡшы үҙләштергән улар. Мәктәптә тормош һабаҡтарына өйрәтмәйҙәр. Шуға күрә тормошта кәрәкле нәмәләрҙе яйлап ҡына аңлатып киләбеҙ. Әйтәйек, әсәй менән атай бер-береһен яратһа, хөрмәт итһә, ғаилә нигеҙе ныҡлы буласағын аңлап үҫәләр. Байрамдарҙы бергә үткәрәбеҙ, балалар ғаилә ҡиммәттәрен белергә тейеш. Балаларҙы тәрбиәләргә кәрәкмәй, үҙеңде тәрбиәләргә кәрәк. Йәғни, беҙ балаларыбыҙҙан нимәлер талап итәбеҙ икән, тимәк, үҙебеҙ ҙә шул талаптарға тап килергә тейешбеҙ, - ти Гөлдәр.

- Ғаиләлә башҡорт телендә аралашабыҙ. Сит яҡтарҙа ял иткәндә үҙ телебеҙҙән оялмайбыҙ, башҡортса һөйләшәбеҙ. Телдән ниңә оялырға, насар, ҡырын эштәр эшләүҙән оялыр кәрәк.

Тел, тигәндән, ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. Анапала ял итәбеҙ. Рәхәтләнеп үҙ телебеҙҙә аралашып ултырабыҙ. Салауат ҡалаһынан килгән бер мәрйә беҙҙе тыңлап торған да: “Һеҙ бит башҡортса һөйләшәһегеҙ, эйеме? Һеҙҙең һөйләш беҙҙең яҡ башҡорттарының һөйләшенә оҡшаған”, - тимәһенме. Мәрйә милләтенән булһа ла беҙҙең һөйләште айырып ултырыуын әйт!

Тормошон ғаиләһенә, үҙенә бағышлаған Гөлдәр ҡаршылыҡтарҙан баҙап ҡалмай, - рәсми эшенән китеп, селтәрле компанияла ярайһы ғына уңыштарға өлгәшкән.
Әлбиттә, тәүҙә ҡаршы төшөүселәр була, хатта тормош иптәше Шамил да ышанмай, өс тапҡыр күсерелгән эш хаҡын күргәс кенә ышана, хәҙер иһә ҡәҙерлеһен ҡеүәтләп, ярҙам итеп тора.

-Һәр ваҡыт бер-береңә ышаныу булырға тейеш тип уйлайым, ғаиләлә шәхси азатлыҡтың мөһим булыуын икебеҙ ҙә аңлайбыҙ. Башҡаларҙан көнләшеү, негатив уйҙарҙы күңелдә тотоу кеүек насар ғәҙәттәрҙән ары торорға тырышабыҙ, - ти геройым.

Күптәрҙең белеүенсә, Гөлдәр инстаграм селтәрҙәрендә үҙенең сәхифәһен бик матур итеп алып бара. Яҙылыусылары фудблогер булырға ла өндәй, сөнки ул ғаиләһен һыйлаған төрлө аш-һыуҙарының рецептары менән бүлешә. Улай ғына ла түгел, ғаилә, балалары тураһында бик матур, ҡыҙыҡлы постар яҙып, яҙылыусыларын ылыҡтыра. Әйткәндәй, сәхифәһен тик башҡорт телендә алып бара.
Читайте нас: