Акцияла 1,2 меңдән ашыу баҫма - федераль әһәмиәттәге 360 гәзит һәм журнал, 300 төбәк һәм 630-ға яҡын район баҫмалары ҡатнаша.
Яратып уҡыған гәзит-журналдарығыҙға, шул иҫәптән “Таң” гәзитенә лә, почта бүлексәләрендә, шулай уҡ podpiska.pochta.ru, rbsmi.ru сайттарында һәм Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһында яҙылырға мөмкин.
Арзан хаҡтар менән матбуғатҡа яҙылыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ, юғиһә хаҡтарҙың йəнə артыуы ихтимал.
Почта бүлексәләренә хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәп, битлек һәм бирсәткә кейеп инергә кәңәш ителә.