Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2021, 18:00

Якубович күрһә, көнләшер ине

Шулай тиҙәр Яңы Монасипта үткән «Мөғжизәләр яланы» уйыны тураһында.

Шулай тиҙәр Яңы Монасипта үткән «Мөғжизәләр яланы» уйыны тураһында.
Иҫке Монасип ауылы биләмәһенә ҡараған өс ауыл халҡы өсөн ойошторолған был уйын ысын мәғәнәһендә мөғжизәләр яланы булды.

Нәби, Яңы һәм Иҫке Монасип ауылдарының йәмәғәт ойошмаларынан берәр ҡатнашыусы, уларҙың «ауырыусылары» һәм тамашасылар билдәләнгән ваҡытҡа йыйылып бөттө. Хакимиәт башлығы Х. Йомағолов уйынды асып, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Уйынды ағинәйҙәр - Яңы Монасиптан Ҡәмәриә Йәғәфәрова, Нәби ауылынан Сәрүәр Һатыбалова, Иҫке Монасиптан Нәйлә Буранбаева башлап ебәрҙеләр. Телевизорҙан күреп өйрәнгәнсә, ҡатнашыусыларҙың төрлө формала үҙҙәре менән таныштырыуы, сәләмдәр тапшырыуы урыны менән мәрәкәгә әйләнеп, уйын-көлкөһө лә етерлек булды. Яңы йыл темаһына арналған һорауҙар ауыр ғына тойолһа ла, уйнаусылар бер-бер артлы яуаптарҙы таба алды. Беренсе турҙа уңыш Нәби ағинәйенә йылмайҙы.

Икенсе турҙа барабан артына ветерандар советы ағзалары Лилиә Әйүпова, Таңһылыу Ҡыуандыҡова һәм Рима Рәхмәтуллина сығып баҫтылар. Был юлы Яңы Монасип уйынсыһы Л.Әйүпова финалға эләкте. Өсөнсө турҙа Яңы Монасиптан Ләйсән Яхина, Иҫке Монасиптан Илгиз Муллағолов һәм Фәйлә Сәлтәшева көс һынашып, Ләйсән Факил ҡыҙы иң сосо булып сыҡты. Ҡатнашыусыларҙың уйынға етди әҙерләнеүҙәре уйындың башынан алып аҙағына тиклем һиҙелде. Күстәнәстәр ҙә, мәҙәниәт йортона бүләктәр ҙә, музыкаль сәләмдәр ҙә хас Якубовичтың тапшырыуындағы кеүек булды. Һәр сығыш көслө ҡул сабыуҙар менән оҙатылды. Иң тулҡынландырғыс минуттар яҡынлашты. Финалда өс тур еңеүселәре араһындағы көслө алышта Ләйсән Яхина еңеүсе булды. Супер уйында ла дөрөҫ яуапты табып, уның йондоҙло сәғәте һуҡты. Ҡатнашыусылар матур бүләктәр алып ҡыуанды.

- Һәр ауылдың ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советы ағзалары ярҙамында матур сәй табыны ойошторолдо. Сара халыҡ өсөн йылы, иҫтәлекле осрашыу булды, - ти Яңы Монасип мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре В. Ҡыуандыҡова.
Читайте нас: