Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2021, 19:50

Сос та икән килендәр!

«Мәсем» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре районыбыҙҙың уңған, сая, сос, егәрле килендәре араһында «Ауылым килендәре» исемле конкурс ойошторҙо. Клуб педагогы Флүрә Мырҙағолова, «ҡәйнә» роленә инеп, килендәрҙең аш-һыуға оҫталығын, уңғанлығын, ижади һәләтен, фантазияһын, спортҡа таһыллығын һынап ҡараны.

«Мәсем» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре районыбыҙҙың уңған, сая, сос, егәрле килендәре араһында «Ауылым килендәре» исемле конкурс ойошторҙо. Клуб педагогы Флүрә Мырҙағолова, «ҡәйнә» роленә инеп, килендәрҙең аш-һыуға оҫталығын, уңғанлығын, ижади һәләтен, фантазияһын, спортҡа таһыллығын һынап ҡараны.
Биш һәм алты балаға әсәй булған килендәр менән бер рәттән йәштәр ҙә үҙ көсөн һынап ҡараны. Килендәрҙең барыһы ла: Аҫҡар ауылынан Гөлназ Ғәлиуллина, Әбделмәмбәттән Сәлимә Ғарифуллина, Ғәҙелгәрәйҙән Диана Иҫәнаманова, Исламбайҙан Вәсилә Ғәлиуллина, Иҫке Собханғолдан Лилиә Бикбаева, Гөлнәзирә Исҡужина, Фәүзиә Ҡонафина, Нәбиҙән Гөлйемеш Теләүбаева, Ғәлиәкбәрҙән Нурсилә Әминева, Ҡолғананан Гөлфиә Мөхәмәҙиева, Исламбайҙан Резеда Мырҙағолова, Әтектән Гөлназ Мирасова, Иҫке Монасиптан Динара Ҡотлобаева, Мәһәҙейҙән Лариса Маликова һәм Байназарҙан Гөлгөнә Йәмилева үҙҙәре, ғаиләһе, балалары, эше, тормошо тураһында шиғри формала таныштырҙылар.
«Ҡәйнә» килендәрен ҡеүәтләп, ижади конкурсҡа саҡырҙы. Сәлимәнең балаларына бағышлаған йыры һәр кемдең күңеленә хуш килде. Фәүзиә, Резеда һәм Вәсилә лә моңло йырҙарын ишеттерһә, Диана менән Гөлйемеш дәртле итеп бейеп күрһәттеләр. Ҡул эштәренә лә оҫта икән килендәр.
Динара тыуған яғы – Ейәнсура шәлдәре тураһында һөйләп, дебеттән үҙе бәйләгән шәл, күкрәксен, бейәләй, ойоҡбаштарын күрһәтте. Нурсилә сигергә, ултырғыс түшәктәре тегергә ярата, тәҙрә яңаҡтарын семәрләп эшләй.
Гөлфиә хәситә, селтәр, түшәктәр һәм башҡа ҡул эштәре менән таныштырҙы. Гөлназ да бәйләмгә оҫта икән: мәрйен ҡулланып ҡурсаҡ кейемдәре, янсыҡ, селтәрҙәр эшләргә ярата.
Лилиә маршмеллоуҙан топиарий эшләп, тамашасыларҙы һыйлап сыҡты. Үҙе әйтмешләй, «Япония»ла тыуып, «Финляндия»ға килен булып төшкән Гөлнәзирә төрлө материалдарҙан сәскәләр эшләргә ярата.
Лариса тасуири итеп шиғыр уҡып күрһәтһә, Гөлназ, оло кеше ҡиәфәтенә инеп, табипҡа барған күренеште сәхнәләштереп, килендәштәрен көлдөрөп алды. Гөлгөнә гимнастик күнегеүҙәр башҡарыу оҫталығын күрһәтеп кенә ҡалманы, сигелгән ҡул эштәрен дә килтергән.

«Ҡәйнә» ҡатын-ҡыҙҙың иң төп эштәренең береһе – аш-һыу бешереү тураһында иҫтәренә төшөрөүе булды, килендәр йәһәт кенә матур алъяпҡыстарын тағып та алды. Килендәр, конкурс шарттарына ярашлы, алдан әҙерләп алып килгән төрлө бәлеш, торт, ваҡ бәлеш, салат, өсмөйөш, ҡаҙы, ҡаҙылыҡ, бал, эремсек, ҡорот, сәк-сәктәрҙән өҫтәл һығылып торҙо.

Артабан «ҡәйнә» килендәренең эшсәнлеген тикшереү маҡсатында, уларҙан көйәнтәләп «һыу ташытып», «иҙән йыуҙыртып», уйынсыҡтар менән уйнай белеүҙәрен дә тикшереп ҡараны.

Йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы етәксеһе Н. Ишниязова конкурста ҡатнашыусылар менән «Беҙ бергә» акцияһына ҡушылды. Акцияның атрибуты – ҡыҙғылт һары еп. Ул - пандемияны еңеү һәм кешеләрҙе берләштереү символы.

Ҡатын-ҡыҙҙың иң күп ваҡыты аш-һыу бүлмәһендә үтә. Һауыт -һаба менән идара итә белеү ҙә уңғанлыҡҡа ишара. Фантазияларын эшкә егеп, килендәр һауыт-һаба менән фотосессия үткәреп алдылар. Ярыштың һуңғы өлөшөндә, бассейнға төшөп, ярышып ҡына түгел, рәхәтләнеп ял итеп тә сыҡтылар.

Гөлназ Мирасова - «Иң шаян килен», Диана Иҫәнаманова - «Замана килене», Сәлимә Ғарифуллина - «Моңло килен» , Фәүзиә Ҡонафина - «Иң шәп йөҙөүсе килен», Динара Ҡотлобаева - «Тыйнаҡ килен», Гөлгөнә Йәмилева «Спорт һөйөүсе килен» тип табылды.
«Ҡәйнә» килендәренә рәхмәт әйтеп, сәй менән һыйлап ҡайтарҙы.
Читайте нас: