Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2021, 12:00

Матурлыҡ - күңел сафлығынан

Фәйрүзә Хәкимова, 2004 йылдан мәғариф бүлегендә бухгалтер, 2009 йылдан баш бухгалтер булып эшләй.

Фәйрүзә Хәкимова, 2004 йылдан мәғариф бүлегендә бухгалтер, 2009 йылдан баш бухгалтер булып эшләй.
-Эшемдең конкрет һандар менән бәйле булыуы оҡшай. Буш ваҡыттарҙы ейән-ейәнсәрҙәрем менән үткәрергә тырышам. Бергә тау шыуабыҙ, шашка уйнайбыҙ, йәнһүрәттәр ҡарайбыҙ. Бешеренергә яратам. Бишбармаҡҡа, ҡамыр аштарына өҫтөнлөк бирәм. Гәзит-журналдар, «Таң»ды уҡыйым. Тормоштан алынған, кеше яҙмышы тураһында хикәйәләр оҡшай. Ауырлыҡтар килеп сыҡһа, түҙемлек, сабырлыҡ менән еңеп сығам.

Матурлыҡ кешенең ихласлығында, күңел сафлығында. Һаулыҡты һаҡлау маҡсатында йәйәү йөрөргә тырышам, элек саңғыла йөрөй торғайным. Донъялар имен булһын, кешеләр иман юлында булһын, тип теләйем.
Читайте нас: