Улым Ильясҡа тәнҡит һүҙҙәрен әйтә алам, киленгә бер һүҙ өндәшкәнем юҡ. Ҡоҙағыйыма шундай ҡыҙ үҫтереп биргәненә гел рәхмәт әйтәм», - ти ҡәйнә кеше.
Бер көн шулай гөлдәр баҡсаһында
Сәскәләрҙе ҡылдым тамаша.
Хуш еҫтәре менән йән шатлана,
Нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша...
(М.Ғафури)
Был шиғыр юлдарын баҡсала үҫкән гөлдәргә түгел, Кейекбай ауылында йәшәүсе Хәйруллиндарҙың бер түгел ике Гөлдәренә бағышларға булалыр. Бер иш исемле ҡәйнә менән килендең үҙ-ара мөнәсәбәтенә һоҡланмаған кеше юҡ. Әйтерһең дә, әсә менән ҡыҙ улар.
Гөлдәр инәйҙең тәҙрә төптәрендәге ят-ят гөлдәре лә һәр кемдең иғтибарын йәлеп итә. «Үҙем яратҡан гөлдәрҙе генә үҫтерегә тырышам: кейәү менән кәләш, гортензия, эухарис, эустома, бегония, глоксиния, бесәй табаны», - тип һүҙ башланы хужабикә. Өй эсендәге һәр мөйөштә - ҡул эштәре. Ҡорама ҡорау, сергетыш менән ҡыҙыҡһына ул.
«Ауылдың ағинәйҙәре менән бергәләшеп бер айҙа 7 сергетыш эшләнек. Яңыраҡ ат ярыштары менән берлектә үткән ҡорамалар бәйгеһендә ҡатнашып, үҙем беренсе урын алдым, коллектив 2-се урынға сыҡты», - тип ҡыуаныслы яңылыҡтары менән бүлеште Кейекбай ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Гөлдәр Исхаҡ ҡыҙы. Бер-нисә ауылды берләштереп, «Күңелем биҙәктәре» исемле ҡул эштәре һәм ҡорамалар байрамын да ойошторған улар. Мендәр тыштарын, ҙур һәм бәләкәй түшәктәрҙе, сергетыш, карауат япмаларын, матрас, машинала йөрөтөргә йылы түшәктәрҙе төрлө технологиялар ҡулланып, күҙҙең яуын алырлыҡ итеп эшләп ҡуйған. Күңел йылыһын һалып башҡарған эштәренең күбеһен яҡындарына бүләк итә.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 5 март һанында уҡығыҙ.