Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2021, 12:30

Кешеләр араһында яҡшы мөнәсәбәткә иң лайығы кем?

8 Март- халыҡ-ара ҡатын –ҡыҙҙар байрамы яҡынлаша. Һәр кем үҙе өсөн ғәзиз, гүзәл, матур, яҡын, ҡәҙерле булған ҡатын-ҡыҙҙы бүләкләп, ололап, ҡотлап ҡалырға тырыша.

8 Март- халыҡ-ара ҡатын –ҡыҙҙар байрамы яҡынлаша. Һәр кем үҙе өсөн ғәзиз, гүзәл, матур, яҡын, ҡәҙерле булған ҡатын-ҡыҙҙы бүләкләп, ололап, ҡотлап ҡалырға тырыша.
Тонналап сәскәләр, тәмлекәстәр алына, бүләктәр үҙ эйәһен таба. Насар эш түгел был, баһаға лайыҡ.Ошондай ихтирам-иғтибарҙан мәхрүмдәр ҙә юҡ түгел. Тормош бит – берәүҙәр туғанлыҡ бәйләнешен өҙгән, икенсене яһил ҡатыны әсәһе, ҡыҙ туғандары менән ҡатнаштырмай, өсөнсө үҙе битараф, дүртенсе эске һаҙлығынан сыға алмай, бишенсене шайтан ләғин бөккән...

Шулай ҙа әсәй тип өҙөлөп торған, гүзәл зат тип нарыҡланған ҡатын-ҡыҙҙы ысын күңелдән яратҡан, ихтирам иткәндәр бихисап. Ошоноһо күңелде өмөтләндерә.
Динебеҙ ни ти һуң ҡатын-ҡыҙ, әсә хаҡында? Ҡөрьәндә “Ән-Ниса” (“Ҡатын-ҡыҙ”) тигән сүрә булыуы, ата-әсәгә мөнәсәбәттең яҡшыһы талап ителеүе, хәҙистәрҙә лә әсәгә, ҡатын-ҡыҙға ҡарата яҡшы мөғәмәлә талап ителеүе “ислам динендә ҡатын-ҡыҙ иҙгеләнә, ул - икенсе сорт” тигән ялған ҡарашты ҡояш ҡарҙы иреткәндәй юҡ итә.

Мәҫәлән, “Исра” (“Төнгө йөрөү”) сүрәһенең 23-сө аятында: ”Раббың бары тик Үҙенә генә ғибәҙәт ҡылыуығыҙҙы, ата-әсәгеҙгә лә изгелекле булыуығыҙҙы ҡәтғи рәүештә бойорҙо. Уларҙың береһе йәки икеһе лә һеҙҙең янда ҡартайһа, уларға “уф” тип тә әйтмәгеҙ: уларға ҡысҡырмағыҙ, икеһенә лә яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ”, - тиелә.

Бохари сахих хәҙистәр йыйынтығының “Күркәм тәрбиә китабы” бүлегендә (2-се том, 332-се бит, 1625 (5971)-се хәҙис) әйтелә: “Әбү Һөрәйрә, Аллаһ унан риза булһын, әйткән:
Бер мәл бер кеше пәйғәмбәребеҙ, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, янына килде лә һораны: “Әй, Аллаһ илсеһе, кешеләрҙең араһында уның менән яҡшы мөғәмәлә итеүгә иң лайыҡ булғаны кем?”

Ул (пәйғәмбәр) әйтте: ”Һинең әсәйең”. Был кеше тағын һораны: “Ә унан һуң кем?! Пәйғәмбәребеҙ йәнә: “Һинең әсәйең”, - тип яуапланы. Теге кеше тағы һораны: “Ә унан һуң кем?”. “Әсәйең”, - булды яуап. Дүртенсе тапҡырға: “Ә унан һуң кем?” - тип һорағас ҡына яуап:” Һинең атайың”, - булды.
Бәй, шулай булғас, әсәйҙәргә ҡарата ниндәй мөғәмәләлә булырға, тип баш ватырға урын ҡалмай түгелме?
Читайте нас: