Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2021, 12:45

ИХ, МАРС, ТИП УЛТЫРЫП ҠАЛДЫҠ...

Их, Марс, әрәм генә булдың китеп барып... Шулай тип ҡуйҙыҡ бөгөн.

Их, Марс, әрәм генә булдың китеп барып... Шулай тип ҡуйҙыҡ бөгөн.
Шөкөр, Марсыбыҙ имен-һау, ғаиләһе менән гөрләтеп йәшәп ята, ике ҡатлы итеп тороп өй һалып инде. Тик... үткән йыл беҙҙе ташлап, йәнә үҙенең Хоҙайҙан тәғәйенләнеш урынына – ҡурсаулыҡҡа эшкә китте. Саҡырғайнылар, ныҡ уйланып йөрөнө былай. Нимә типме? Коллектив ныҡ оҡшаны, китке лә килмәй, тип.

Китте... Ярай, кит, урының шунда, тип фатиха бирҙек. Биология фәндәре кандидаты башы менән әрәм булып йөрөмәһен гәзиттә. Шулай бит? Тәбиғәтте һаҡлау мөһимерәк ундай ғилемле кешегә, тинек.

Һағынабыҙ үҙен. Шөкөр, һағыныуыбыҙҙы баҫып торорға ла йүнен табып тора. Ана, бөгөн дә, бер ҡосаҡ сәскәләр тотоп, иртүк килеп тә инде. 8 март менән ҡотларға! Рәхмәт инде, Марс!

Ә беҙҙең “еврей” Иршат шуны ла үҙенә борорға әмәлен тапты. Бүлмәбеҙгә башын тығып, беҙҙең курьер һеҙгә лә инеп сыҡҡан икән, тип көлкөһөн саҡ баҫып сығып ҡасты. Үҙҙәренән иртәрәк ҡотлағанға эсе көтөрләүе инде. Һыр бирмәй маташа шилма малай.

Бына ошондай бәләкәй генә ваҡиғалар ҙа ҡайһы саҡ ҙур шатлыҡҡа юл аса бит ул.
Хөрмәтле ир-егеттәр! Ә һеҙ онотманығыҙмы бөгөн ҡәҙерлеләрегеҙҙе ҡыуандырырға? Бәй, сәскә менән булмаһа, яҡшы һүҙ, компЛимент менән булһа ла инде...

Ә джентльмен Марстың артынан, не зря биология фәндәре кандидаты, тип ултырып ҡалдыҡ. Һеҙҙең дә һәр ҡайһығыҙҙың үҙегеҙҙең ошондай сәскә бүләк итергә яратыусы “биолог кандидаттарығыҙ” булһын, гүзәл заттар!
...Ана, Әлфинәбеҙ ҡалай ҡыуанып ултыра һүрәттә...
Читайте нас: