Гөлсәсәк Дауытова, ЗАГС бүлегендә 2009 йылдан алып эшләй, 2012 йылдан бүлек етәксеһе.
- Эскерһеҙ кешеләр матур була. Матурлыҡ – ул кешенең күңел торошо. Ә ҡатын-ҡыҙҙың төп матурлығы – әсә, ҡатын булыуында. Йөҙ матурлығын ҡыҙҙарым ҡайғырта. Һәр ҡыҙ бала әсәһен матур, йәш күрергә теләй бит инде.
Аш-һыуға килгәндә, ҡамыр аштары бешерергә яратам. Сит илдәргә сәйәхәт итергә хыялланам. Буш ваҡыттарымда хикәйәләр, дүрт юллыҡ шиғырҙар яҙам. Эшемде бик яратам. ЗАГС - кеше яҙмыштары хәл ителгән урын. Ғаилә эсендәге төрлө хәлдәрҙе, аяныслы ваҡиғаларҙы күрергә тура килә. Ҡайһы бер йәштәр бер-береһен белеп тә етмәй өйләнешә.
Йәки ныҡлап уйламайынса, айырылышыуға ғариза бирәләр. Шундай осраҡтарҙа психолог ролен үтәргә тура килә. Ғаиләнең тарҡалмауына булышлыҡ итә алһам, бик шатланам. «Башҡортостан ҡыҙы» журналын, «Башҡортостан» гәзитен уҡып барам. Йәйәү йөрөргә, ваҡыт булғанда, бассейнға барырға тырышам. Ауырлыҡтарҙы эш менән генә еңеп була, тип иҫәпләйем. Районыбыҙҙың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарына һаулыҡ, мөхәббәт, ғаиләләре тулы булыуын, рух сәләмәтлеге теләйем.