Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2021, 19:00

«Дуҫлыҡ» еңде

Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам сараһы - «Зарница» уйыны үтте.

Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам сараһы - «Зарница» уйыны үтте.
Уны мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Яңы Собханғолдоң «Дуҫлыҡ» командаһы алдан йыйылып бөтөп, Иҫке Мөсәттең «Бөркөттәр» һәм «Иҫке Ыҙма» командаларын ҡаршы алды. Бындай сараларға бик тә һыуһаған халыҡ менән клуб алды шығырым тулды. Бер яҡта ҡайнар самауырлы сәй табыны һәм йәрминкә гөрләп торҙо. Командалар йыйылып бөткәс, хәрби уйын командиры Артур Буранбаев тәбрикләү һүҙе әйтте. Район үҙәгенән килгән хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Олег Ғәлиев һәм моряктар ойошмаһы рәйесе Рәмил Күлбаев Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан хәрби хәрәкәттәрҙә һәм ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашҡандарға миҙалдар тапшырҙылар.

Артабан һәр команда үҙенең исеме, девизы, йыры менән таныштырғандан һуң, арҡан тартыу, граната һелтәү, ҡул көрәше, уҡ атыу, флаг алыш кеүек ярыш төрҙәре дауам итте. Исрафил Вәлиев һәм Әхмәт Уразаев етәкселегендә ярыштар бик ҡыҙыу барҙы. Бәйгеләрҙең иң аҙаҡҡы ҡыҙыу өлөшөн флаг алыш уйыны хәл итте. Бында Ғаян Мырҙабаев сослоҡ һәм етеҙлек күрһәтеп, командаһын еңеүгә өлгәштерҙе.

Жюри ошондай урындар билдәләне: иң күп мәрәй йыйып, Янһарының «Дуҫлыҡ» командаһы 1-се урынға сыҡты, Иҫке Мөсәттең «Бөркөттәр» командаһы 2-се урын яулаһа, «Иҫке Ыҙма» командаһына 3-сө урын бирелде.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан ҡул көрәше буйынса Зилә Иҫәнғужинаға, граната һелтәү буйынса Юлиә Ҡасҡынбаеваға етеүселәр булманы. Ә ир-егеттәр араһында ҡул көрәше буйынса Аслан Мырҙабаев иң көслөһө булды. Иң оҫта уҡ атыусы тип Рәмил Мырҙабаев билдәләнде.

Еңеүселәргә бүләктәр һәм төрлө номинацияларҙа грамоталар тапшырылды. Йыл һайын ошондай сараларҙа йәштәрҙең әүҙем ҡатнашыуы шатлыҡлы күренеш. Артабан да шул дәртегеҙ һүнмәһен, ауылдаштар! Был сарала бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүсе ауылдаштарыбыҙ Артур һәм Зилә Буранбаевтарға, Радик Шәрәфетдиновҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: