Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2021, 20:00

Берҙәмлектә - көс

Бөрйән район үҙәк дауаханаһының, райондағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының 2020 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм ағымдағы йылға бурыстар билдәләнде.

Бөрйән район үҙәк дауаханаһының, райондағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының 2020 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм ағымдағы йылға бурыстар билдәләнде.
Коллегияла район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы В. Вәлиева, район үҙәк дауаханаһының структур бүлексәләре етәкселәре, ФАП мөдирҙәре һәм район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Район үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллин һаулыҡ һаҡлау тармағының эшмәкәрлегенә анализ яһаны.

Дөйөм алғанда, райондың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары тотороҡло эш күрһәткән, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендә билдәле бер үҙгәрештәр булған, дауахананың район халҡына дауалау-профилактик ярҙам күрһәтеү буйынса матди-техник базаһы нығытылған.

Райондың һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһын нығытыу һәм камиллаштырыу, медицина ярҙамының сифатын күтәреү, медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу, кадрҙар менән тәьмин ителеште яҡшыртыу, заманса дауалау һәм диагностика ысулдары индереү бурыстары ҡуйылды.

Район үҙәк дауаханаһының баш бухгалтеры Г. Хоҙайғолова райондағы һаулыҡ һаҡлау учреждение-ларының финанс-хужалыҡ хәленә анализ яһаны.
БР Медицина страховкаһы бүлегенең Территориаль фондының Сибай филиалы директор урынбаҫары Э. Йософбаева медицина ойошмаһының ОМС өлкәһендәге ҡайһы бер мәсьәләләргә туҡталып китте.

Артабан профсоюз ойошмаһы рәйесе Р. Мөхәмәтйәнова отчет менән сығыш яһаны.
Коллегия аҙағында район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов медицина хеҙмәткәрҙәренә пандемия шарттарында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе, провизор госпиталендә дауалау сифатының яҡшы кимәлдә алып барыуын билдәләне, ҡатмарлы эпидемиологик осорҙа әүҙем эшләгән табип-инфекционист Зилә Исмәғилеваға, балалар прививка кабинетының шәфҡәт туташы Ғәзизә Тулыбаеваға, хирургия бүлегенең техник хеҙмәткәре Зилә Ҡолдәүләтоваға “Берҙәм Рәсәй” партияһының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

-Берҙәмлектә - көс, ниндәй генә ҡатмарлыҡтар килеп тыумаһын, бергә эшләйек, - тине, коллегияны йомғаҡлап, баш табип И. Фәтҡуллин.

Читайте нас: