Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2021, 19:40

Ризыҡҡа өрмәгеҙ – ярамай!

Бәләкәй саҡта, әсәйем борҡоп ҡайнап ултырған самауырҙан сәй яһап, йә көршәктән аш һалып биргәс, беҙ уларҙы тиҙерәк һыуытыр өсөн : “ Өф, өф-ф !”-тип өрөргә керешә инек. Диндар өләсәйем гел: “ Ризыҡҡа, ризыҡ һалынған һауытҡа өрмәгеҙ!”-тиер ине. “Ни эшләп?”-тигән һорауға яуап: “ Ярамай, тигәс, ярамай!”-булыр ине күп ваҡытта.

Һорауға яуап алып булманы, әммә ризыҡҡа өрөү ғәҙәтен ташлатты өләсәй. Ошо һорауға яуапты башти ҡартайғас, хәҙистәрҙе өйрәнә башлағас ҡына, алдым.
Баҡтиһәң, Әбү Дауыт, Тирмизинан килтерелгән хәҙистәрҙә, ысынлап та, ризыҡҡа өрмәгеҙ, тиелә икән.

Сәбәбе нимәлә һуң? Быны 21-се быуат фәне иҫбат иткән дә инде: ауыҙ эсе ҡыуышлығы – иң бысраҡ микрофлора. Тын менән сыҡҡан микробтар, бактериялар ризыҡтағы юғары температураға тәл булып (ҡушылып) патогенға әйләнә, йәғни күп ауырыуҙарға сәбәпсе була икән. Ошо хаҡта бынан 15 быуаттай әүәл әйтелгән, өләсәйҙәребеҙ ҙә ошо хәҙистәге аҡылды белгән, беҙҙе шуға ризыҡҡа өрмәгеҙ, тип үҫтергән.

Ә бөгөнгө фәнни-техник погресс осоронда һәр беребеҙ ашыға, ризыҡты ла ҡабалан-ҡарһалан ашай, эҫеһен өрөп һыуыта. Бигерәк тә бәләкәй балаларға өрөп һыуытып бирәбеҙ. Әйткәндәй, эҫе, ҡайнар ризыҡта бәрәкәт булмай, уны һыуытыңҡырап ашарға ҡушыла тағы. Тик өрөп түгел, һыуына биргәнен көтөп, сабыр итеп.
Ашай белергә лә аҡыл, ғилем кәрәк икән...
Читайте нас: