Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2021, 13:00

Йәнә йыйҙы Урал улдарын

Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында быйыл бишенсе тапҡыр «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» үтте. Рух байрамына әүерелгән сара үҙ эсенә этноспорт йүнәлешен алған.

Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында быйыл бишенсе тапҡыр «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» үтте. Рух байрамына әүерелгән сара үҙ эсенә этноспорт йүнәлешен алған.
Тәүге йылдарҙа район сиктәрендә генә уҙғарылған ярышҡа быйыл Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан, Учалы, Сибай ҡалаларынан һәм Силәбе өлкәһенең «Тағанай» милли паркынан бәйгеселәр килде. Район ағинәйҙәренең ҡорамалары, Яуымбайҙан Р. Латыповтың ағастан юнып эшләгән батман һәм башҡа һауыт-һабалары, Баймаҡ ҡунағы У.Ғөбәйҙуллиндың тал һәм сағандан үреп эшләгән тырыздары байрамға биҙәк өҫтәне.

Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры А. Бейембәтов ҡатнашыусыларға уңыштар теләп, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Зәйнетдин башҡорт халыҡ көйө «Урал»ды башҡарғандан һуң, бәйгеселәр ярыштарға таралышты.

Беренсе ярыш - уҡ атыу турниры. Иңдәренә уҡ-һаҙаҡ аҫҡан һәм халҡыбыҙҙың эске булмышын сағылдырған милли кейемдәге уҡсылар йәш категорияларына ярашлы теҙелеп баҫтылар. Етеҙ уғатарҙарҙың ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй. Уҡтарын сәпкә тыҡылдатып атып та бөттөләр. Урындар түбәндәгесә билдәләнде: ир-егеттәр араһында 1-се урын Сибай ҡалаһынан Х. Таһировта, 2-се урын Бөрйәндән С. Юлбирҙинда, 3-сө урын Баймаҡтан Д. Бүләкбаевта. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында урындарҙы Бөрйән ҡыҙҙары бүлеште. 1-се урынға Ә. Ишморатова, 2-се урынға Л. Мөхәмәтғәлина, 3-сө урынға Н. Ишкилдина сыҡты. Балалар ярышында ҡыҙҙар араһында Ишембайҙан И. Дәүләтова беренсе, И. Мәһәҙиева икенсе, Бөрйәндән Уралиә Муллағолова өсөнсө булды. Ә малайҙар араһында Бөрйән егеттәренә етеүсе булманы. 1-се урын Даян Юлбирҙинда, 2-се урын Ирхан Ғүмәровта, 3-сө урын Динар Юлбирҙинда.

Арҡан тартыш, ағастан юнып эшләнгән ауыр суҡмар менән «таш» ярыу, суҡмар бәреү һәм башҡа спорт уйындары ла үткәрелде.
Уҡ атыу буйынса еңеүселәрҙе тәбрикләгәндән һуң, халыҡ мауыҡтырғыс тамашаға - «Бәйге» ярышына ашыҡты. «Бәйге» - соҡор-саҡырлы урындар буйлап оҙон дистанцияға ат сабышы. Был ярышта һыбайлының таһыллығы мөһим роль уйнай. 1-се ярыш - 2 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттарҙа 1,6 саҡрымға һыбай сабыу. Алты бәйгесе араһында 1-се урынға Роберт Баймөхәмәтов, 2-се урынға Фирғәт Хәмитов, 3-сө урынға Әсғәт Хәмитов лайыҡ булды. 2-се төр ярышта, 5,6 саҡрымға сабышып, 1-се урынға Роберт Баймөхәмәтов, 2-се урынға Фәрүәз Көмөшбаев, 3-сө урынға Вәли Байназаров сыҡты. Өсөнсө ярышта һыбайлылар ярым һәм таҙа тоҡомло аттарҙа 3,2 саҡрымлы дистанцияға сабышты. 1-се урынды - Иҙел Баймөхәмәтов, 2-се урынды 3 ярышта ла ҡатнашып өлгөргән сос егет Роберт Баймөхәмәтов, 3-сө урынды Рәфил Тулыбаев алды. Еңеүселәргә А. Бейембәтов иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Хужаларын лайыҡлы рәүештә еңеүгә сығарған аттарға ла күстәнәс - яртышар тоҡ һоло бирелде.

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр сәхнәлә майҙан тотто. Эпостан өҙөктәрҙе тасуири итеп уҡыусылар араһында Гөлсиә Йомағужина еңеүсе булһа, яттан һөйләүселәр араһында еңеүсе - иң йәш ҡатнашыусы Айзилә Кәримова. Филолог, әҙәбиәт ғилеме белгесе, яҙыусы, Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаевтың махсус бүләгенә Илнур Ғайсин лайыҡ булды.

Байрамдың иң сағыу, сәмле, көсөргәнешле өлөшөнә - «Ылаҡ» уйынына тамашасылар айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йыйылышты. «Ылаҡ», икенсе төрлө «Күк бүре» - боронғо уйын. Һыбайлылар ылаҡ (кәзә) түшкәһе өсөн көрәшә. Яҡынса 30 килограмм ауырлығындағы түшкәне атта ултырған килеш ерҙән ҡулға алып, ҡаршы яҡтың ҡаҙанына ташларға кәрәк. Дәғүәселәр ҡағиҙәләр рөхсәт иткән юлдар менән ҡамасаулай. Ҡаршы команда бәйгеселәрен һырт менән этергә ярай, уларға һуғырға, ялтанырға, тура барып бәрелергә ярамай. Сослоҡ, көс, сыҙамлыҡ, берҙәмлек талап иткән уйында биш команда – Башҡорт дәүләтҡурсаулығынан «Бөркөт», Һарғая ауылының «Үҙән» йәштәр йыйылма командаһы, Баймаҡ районынан «Талҡаҫ», Әтек ауылынан «Осҡон», Ҡолғана ауылынан «Ҡолғана» командалары ҡатнашты. Өс сәғәт дауамында барған уйын бик сәмле булды. Беренсе урынды һәм быйыл тәүгә индерелгән күсмә кубокты Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының «Бөркөт» командаһы яуланы. Уларға 15 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк тапшырылды. Икенсе урын Баймаҡ, Сибай егеттәренең «Талҡаҫ» командаһына эләкте. Әйткәндәй, Бөрйәндә «Ылаҡ»тың башланғысын күрһәтмә уйын аша Баймаҡ егеттәре һалған. Өсөнсө урынға Әтек ауылы егеттәренең «Осҡон» командаһы лайыҡ булды. А. Бейембәтов еңеүсе командаларҙы ҡотлап, Ишембайҙа үткән «Ылаҡ» уйынында 2-се урынды яулап ҡайтҡан Әтек егеттәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ылаҡсыларҙың да аттары ла күстәнәсһеҙ ҡалманы.

Байрамды ҡарарға килеүселәр ҙә бик ҡәнәғәт ҡалды. «Ҡышҡы һыуыҡ, буранлы көн башҡорттар өсөн бер ни ҙә түгел», - ти улар. Бер нисә урынға яғылған усаҡ янында йылынып, ҡайнар сәй һәм былау менән һыйланып, ойоштороусыларға рәхмәттәрен еткерҙе тамашасылар.

«Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» туризмды үҫтереү, халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын һаҡлау йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә байрам.
Читайте нас: