Ҡаргиҙәр башҡа үҙйөрөшлө транспорт сараларынан айырылмай, шуға күрә уны теркәү мотлаҡ. Һатып алғандан һуң, күпме ҡулланылыуына ҡарамаҫтан, 10 тәүлек эсендә ул иҫәпкә ҡуйылырға тейеш.
Ҡаргиҙәр менән А1 категорияһына тракторист-машинист танытмаһы булған кешеләр идара итеүгә хоҡуҡлы. Техник күҙәтеү үтмәгән ҡаргиҙәрҙе файҙаланыу тыйыла. Бынан тыш, уның хужаһы ҡаргиҙәрҙә юлға сығыр алдынан уның төҙөклөгөнә ышанырға һәм юлда торошон ҡарап барырға бурыслы.
Техникаға яҡшы мөнәсәбәт, шулай уҡ үҙ ваҡытында һәм тулы техник хеҙмәтләндереү үтеү хәүефһеҙлек нигеҙе булып тора. Хәүефһеҙлек сараларына төкөрөп ҡарау һәм, уны файҙаланыу ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай, ҡаргиҙәрҙә ҡыҙыҡ өсөн генә йөрөү етди йәрәхәттәргә һәм хатта кеше үлеменә килтереүе ихтимал.
Ағымдағы йылдың 18 ғинуарынан 19 февраленә тиклем Башҡортостан Республикаһында “Ҡаргиҙәр” тигән шартлы исем аҫтында юлһыҙ ерҙән йөрөй алыусы мотосредстволарҙы файҙаланғанда ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса саралар үткәрелде. Был операция барышында техникаларҙы тикшергәндә машиналарҙы теркәү ҡағиҙәләрен үтәүгә, машинаның үҙ ваҡытында техник күҙәтеү үтеү-үтмәүенә, техника менән идара итеүгә тейешле категориялы тракторист-машинист танытмаһы булыу-булмауға айырым иғтибар бирелде.
Операция БР Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ бүлеге, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР Урман хужалығы министрлығы һәм БР Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы менән берлектә үткәрелде. Операция сиктәрендә үрҙә аталған ведомстволар вәкилдәре ҡатнашлығында Бөрйән районында 8 берлектәге рейд саралары ойошторолдо.
Айлыҡ барышында файҙаланыу процесында 31 берәмек техника, шул иҫәптән 1 ҡаргиҙәр тикшерелде. Һөҙөмтәлә, төҙөк булмаған машина менән идара итеүҙең 7 факты асыҡланды. 6 осраҡта техника теркәү танытмаһы булмайынса файҙаланылған. Тракторист-машинист танытмаһы булмаған килеш машина менән идара итеүҙең 1 осрағы теркәлде. 1 осраҡта трактор мотлаҡ страховка полисыһыҙ эксплуатацияланған.
Асыҡланған ҡағиҙә боҙоу осраҡтары шуны күрһәтә – әлеге ваҡытта үҙйөрөшлө машиналар хужалары тарафынан төҙөк булмаған һәм документтары булмаған машиналарҙы тотоноуға юл ҡуйыла. Шулай уҡ тейешле тәртиптә теркәлмәгән техникаларҙы һәм тракторист-машинист танытмаһы булмаған килеш техника файҙаланыу осраҡтары бар.
Ошоларҙы иҫәпкә алып, Инспекция хәтерегеҙгә төшөрә, үҙйөрөшлө машинаны үҙ мәлендә теркәү уның хужаһының бурысы. Уны үтәмәгән өсөн штраф ҡаралған. Әйтәйек, дәүләт теркәүе ҡағиҙәләрен үтәргә теләмәгән граждандарға 1500 һумдан 10 000 һумға тиклем штраф янай (РФ КоАП-ының 19.22 статьяһының 1-се бүлеге).