Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2021, 12:00

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Иҫке Мөсәттә бер өйгә ут тоҡанған. Хужалары, мәлендә күреп ҡалып, һүндереп өлгөргәндәр.

Иҫке Мөсәттә бер өйгә ут тоҡанған. Хужалары, мәлендә күреп ҡалып, һүндереп өлгөргәндәр.
Демография
Февралдең 15-енән 28-енә тиклемге осорҙа (ике аҙнала) районда 11 сабый тыуған. Бер яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ике ғаилә тарҡалған. 8 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Иҫке Мөсәттә бер өйгә ут тоҡанған. Хужалары, мәлендә күреп ҡалып, һүндереп өлгөргәндәр.
02 хәбәр итә
19-26 февралдә район буйынса эске эштәр бүлексәһендә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы 43 мөрәжәғәт теркәлгән. Улар иҫәбендә банк картаһынан аҡса урлау (1), мутлашыу (1), эскән килеш ҡабатлап автомобиль менән идара итеү (2), сит ил граждандарын фиктив теркәү (1), үлтереү менән янау (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), механик зыян килтерелгән юл-транспорт ваҡиғаһы (3), ғаилә низағтары (6), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), битлек режимын боҙоу (7) һ.б. бар.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 54 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 41. Эскән килеш руль артына ултырыуҙың 3 осрағы асыҡланған.
Читайте нас: