Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2021, 14:00

Халыҡ-ара шырпы көнө менән!

Әй әттәгенәһе, хәҙер шыпа буш көн юҡ – көн дә байрам, көн дә туй! Бөгөнгөһө халыҡ-ара шырпы көнө икән! Кисә үлһәм, белмәй ҡалыр инем.

Әй әттәгенәһе, хәҙер шыпа буш көн юҡ – көн дә байрам, көн дә туй! Бөгөнгөһө халыҡ-ара шырпы көнө икән! Кисә үлһәм, белмәй ҡалыр инем.
Шырпы, тигәндәй. Элек бер тин генә була торғайны ул. Ҡабын әйтәм. Әсәйем , магазинға барһа, теге тишекле ( авоська) сеткаһы менән бер сетка итеп алып ҡайтыр ине.
Уның һәр кеҫәһендә шырпы ятыр, берәй ергә барғанда, башҡа кешелә булмағанда ла, әсәйемдең берәй кеҫәһенән шырпы табып була ине. Шырпыһыҙ, бер телем икмәкһеҙ юлға сыҡмағыҙ, донъя хәлен кем белгән, тип өйрәтте.

Бер мәл һунарсы шырпылары (башындағы көкөртө елле генә) сығып китте. Яңы йылда ҡайҙа ул хәҙерге ише донъяны ялтлатырлыҡ, ҡалтыратырлыҡ шартлатҡыстар, ошо шырпың булһа, ҡабыҙып һелтәгән булаһың.

Хәҙер шырпыға алмашҡа башҡа заманса нәмәләр килде. Шулай ҙа үҙенең тәү бурысын әле һаман тоғро үтәй әле ул шырпы. Хаҡы 1 тин булмаһа ла, мейес башында билдәле урында ята. Балалар күҙенән йәшенеп. Өйҙәребеҙгә йылы бирә, тамағыбыҙ туҡ булыуҙы ла ҡайғырта.

Ул биргән ут шулай өйҙәребеҙҙе, күңелебеҙҙе генә йылытһын, янғын-фәләне, бәлә-ҡазаһы менән язаламаһын. Шул ғына.
Тағы: ут төшөнсәһе беҙҙең халыҡта элек-электән яза мәғәнәһен алған: әкиәттәрҙә лә “ аждаһалар ауыҙынан ут бөрккән”, кеше “ут эсендә ҡалған” һ.б.

Динебеҙҙә лә ут “тамуҡ” исеменә ауаздаш, йәһәннәмдең, тамуҡтың, ыҙа- яза ның прототибы, тиергә мөмкин. “ Һеҙ ҡулланған, тоҡандырған ут тамуҡ утының етмештән бер өлөшөн генә тәшкил итә”,-тиелә Бохари һәм Мөслим риүәйәттәрендә. Бәй, шулай булғас, тамуҡ утының көсөн күҙ алдына ла килтереү ҡурҡыныс бит. Аллам һаҡлаһын барыбыҙҙы ошо ут ғазабынан.
Читайте нас: