Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2021, 14:00

Бөрйәндәр - икенсе!

Өфөлә хәрби хәрәкәттәр һәм һауа-десант ғәскәрҙәре, спецназ ветерандары араһында күпкөрәш (многоборье) үтте.

Өфөлә хәрби хәрәкәттәр һәм һауа-десант ғәскәрҙәре, спецназ ветерандары араһында күпкөрәш (многоборье) үтте.
Республика буйынса иң-иңдәрҙе йыйып алған был сара Ватандан ситтә ир-егетлек бурысын үтәгән рәсәйлеләрҙе иҫкә алыу көнөнә һәм легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың яҡты иҫтәлегенә арнап ойошторолдо.

Көсөргәнешле ярышта Бөрйән егеттәре һынатманы - Йәлил Әлибаков, Илшат Ғазин, Илнар Салауатов, Айгиз Иманғолов, Сәйет Сәйәхов, Зәбир Әхмәтшиндарҙан торған команда һәр төр ярышта таһыллыҡ, сослоҡ, ихтыяр көсө, һынмаҫ рух күрһәтеп, 14 команда араһында икенсе урын яуланы.

Районыбыҙ намыҫына тап төшөрмәй, ярыштарҙа ла, тормошта ла, эштә лә һынатмаған егеттәргә афариндан башҡа һүҙ юҡ!
Читайте нас: