Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2021, 18:00

Тағы ла яулыҡ хаҡында...

Эййй... Тоталар ҙа бәйләнәләр бит ошо яулыҡҡа... Теге төркөмгә инһәң дә, быныһына байҡау яһаһаң да, “борон беҙҙең өләсәйҙәр әлегеләр кеүек “ғәрәп”, “төрөк” кейемен кеймәгән, яҙып тороп яулыҡ ябынған, әберкәле күлдәк кейгән...” тигән фекергә мотлаҡ юлығаһың.

Эййй... Тоталар ҙа бәйләнәләр бит ошо яулыҡҡа... Теге төркөмгә инһәң дә, быныһына байҡау яһаһаң да, “борон беҙҙең өләсәйҙәр әлегеләр кеүек “ғәрәп”, “төрөк” кейемен кеймәгән, яҙып тороп яулыҡ ябынған, әберкәле күлдәк кейгән...” тигән фекергә мотлаҡ юлығаһың.
Яулыҡ, тигәндәй... Бәй, яулыҡ ябынырға беҙгә бер ниндәй түрә лә, Президент та, батша ла ҡушмағән, ә ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһы Тәғәлә Үҙе ҡушҡан - Ҡөрьән аяты менән ошо ғәмәлде фарыз иткән. Сөннәт түгел, фарыз, йәғни бер ниндәй тайпылышһыҙ, тикшереү-микшереүһеҙ үтәй торған ғәмәл иткән. Тимәк, уны үтәһәк, сауапҡа ирешәбеҙ, үтәмәһәк, беҙ гонаһлы һәм теге донъяла яуап тотасаҡбыҙ.

Ошо яулыҡҡа бәйләнеүселәр саҡ ҡына булһа ла ошо хаҡта уйлаһа ине. Мәҫәлән, беҙ эштә начальник ни ҡушһа, шуны үтәйбеҙ (хатта был эш беҙгә оҡшамаһа ла, вазифа вәкәләттәренә инеп үк етмәһә лә), сөнки эш кәрәк,аҡса кәрәк, түрәгә ярау кәрәк – эштән ҡолаҡ ҡағыуҙан, түрәнең тәнҡитенән ҡурҡабыҙ. Ә ниңә беҙ шул хәтлем арыҫлан йөрәкле батырбыҙ әле ул – ғәләмдәр Раббыһы, беҙҙе ошо Ергә бар ҡылған, беҙгә һулар һауа, ашар ризыҡ, яратҡан балаларыбыҙҙы, күҙебеҙҙе ҡыҙҙырған донъяны биргән Аллаһтан ҡурҡырға уйлап та ҡарау юҡ. Етмәһә, “Һөрәтәләнеп йөрөү кәрәкмәҫ ине, пәрәнжә ябынып” тип, иманлы булыуҙары сәбәпле Раббылары ҡушҡанды үтәргә тырышып йөрөүселәрҙән йөй табып ҡуябыҙ. Гонаһынан да ҡурҡмайбыҙ. Аллаһ бойорғанды үтәмәүгә өндәү, үтәгәндән көлөү, Аллаһ Ҡөрьән аяты менән индергәнде инҡар итеү нимә була? Гонаһ түгелме? Тәүбә, әстәғфируллаһ.

“Нур” сүрәһенең 31-се аятында: «Мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарға ла һөйлә: (ярамағандарға ҡарауҙан) тыйылһындар: намыҫ һәм ғиффәттәрен һаҡлаһындар. Күрһәтергә ярағандарҙан (йөҙ менән ҡулдарҙан) башҡа зиннәттәрен күрһәтмәһендәр. Баш яулыҡтары муйындарын, яғаларын, күкрәктәрен ҡаплап торһон”, -тиелә. Ап-асыҡ яҙылған – ЙӨҘ МЕНӘН ҠУЛДАРҘАН БАШҠА ЗИННӘТТӘРЕН, йәғни тән ағзаларын, тип. Аллаһтың ошо бойороғо аҙмы беҙгә, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙ? Ниндәй генә уҡыу йорттары бөтһәк тә, әллә ниндәй бөйөк ғалимә булып китһәк тә, ҙур-ҙур дәрәжәләр биләһәк тә, белегеҙ – беҙ бер ваҡытта ла Аллаһтан аҡыллы була алмайбыҙ! Уның ҡушҡанына ҡаршы барып та бер ни сығара алмайбыҙ.

Тағы: “Әр-Рәғд” (“Күк күкрәү”) сүрәһенең 18-се аятында: “ Раббының әмеренә буйһонғандар өсөн иң гүзәл әжер бар (Йәннәт). Уға (Аллаһҡа) буйһонмағандарға килгәндә, улар Ер йөҙөндә булған байлыҡтары өҫтөнә тағы ла шуның ҡәҙәр малдарын фиҙа итеп ҡотолор ине (ләкин ул малдар ҡабул ителмәйәсәк). Уларҙың бараһы ере – йәһәннәм. Ул бик тә хәтәр урын”, -тиелә.

Баяғы яулыҡ ябыныусылар Аллаһтың ризалығын, рәхмәтен өмөт итеп, Уның бойороғон үтәп, тыйғанынан тыйылып яулыҡ (палантинмы, “амирка”мы, “торба”мы -башҡанымы ) ябына икән, ошо аят уларҙың хәлен бәйән итә түгелме? Ябынмағандарҙыҡын да.

Яулыҡ ябыныуҙың өҫтөнлөктәре: яулыҡ ябыныу Аллаһтың асыуынан, гонаһтан һаҡлай, сауаплы эш; яулыҡ ябыныу ғаилә бюджеты һаҡланыуға килтерә – мәҫәлән, яулыҡ ябынмағандар йылдың 12 айында парикмахерҙа була, сәсен ҡырҡтыра, буята , прическа эшләтә (хаҡтарын үҙегеҙ беләһегеҙ, бер кисә өсөн 4-5 мең һумлыҡ прическа эшләткәндәр бар), яулыҡ ябыныу ҡатын-ҡыҙҙы яман күҙҙән, насар, бысраҡ энергиянан, күҙ тейеүҙән һаҡлай:йәй- башҡа эҫе ҡабыуҙан, башҡа айҙарҙа – һыуыҡ тейеүҙән.
Яулыҡ – ябай ғына сепрәк ярпыһы түгел. Ул – мөслимәнең тажы, иманлылыҡ, тәҡүәлек билдәһе, һаҡлаусы ҡалҡаны. Ошонан үҙебеҙҙе мәхрүм итмәйек.

Мода артына эйәреп, “заманса”, “текә” булам тип тырышыуҙар – шайтан ҡотҡоһо, аҡса сығарыу, һығыу, исраф итеү юлы. Уларҙың бөтәһен кеше (нәфсеһенә эйәреп) уйлап сығарған. Үҙебеҙ һымаҡ уҡ мәхлүкәт кеше ҡушҡанса түгел, Аллаһ ҡушҡанса йәшәп өйрәнәйек – сауапҡа һәм рәхмәткә ирешербеҙ, иншәә Аллаһ!
Һәр кем үҙе юлын, киләсәген үҙе һайлай. Берәү берәүҙе көслөк менән дингә килтерә, яулыҡ ябындыра алмай. Иман да – Аллаһ биргән бүләк һәм ниндәйе бит әле! Ул да бөтә кешегә насип түгел.

Ҡөрьәндең “Әл-Мәидә” (Аш табыны” сүрәһенең 56-сы аятында:” Аллаһ тарафындағылар һәр ваҡыт өҫтөн булыр”, - тиелә.
Иң бөйөк һәм хаҡ һүҙҙәр – Аллаһтыҡы. Уларға башҡа бер ни өҫтәй алмайым.
Читайте нас: