Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2021, 14:20

Беребеҙ – ут, беребеҙ – һыу, тиҙәр Баҙал биҫтәһендә йәшәүсе Исҡужиндар

-Мин – ут, Ришат һыу беҙҙә. Уның тап ошо тыныс холҡо мине арбаны, ахыры. Дуҫлашып йөрөгәндә һөйләшкән арала уҡ уның тырыш, эшсән булыуын самалағайным.

-Мин – ут, Ришат һыу беҙҙә. Уның тап ошо тыныс холҡо мине арбаны, ахыры. Дуҫлашып йөрөгәндә һөйләшкән арала уҡ уның тырыш, эшсән булыуын самалағайным.
Кисә, 1 мартта, Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнде. Иҫке Собханғол ауылының Баҙал биҫтәһендә йәшәүсе Ришат һәм Эльза Исҡужиндарҙың ғаиләһе байтаҡтан күҙ уңымда. Сөнки йәштәрҙең икеһен дә – Килдеғол ауылынан Йыһанур һәм Гүзәл Ҡолдобаевтар ғаиләһендә буй еткергән Эльзаны 4-5 йәшенән, Килдеғол ауылынан Рафаэль һәм Нәсимә Исҡужиндар ғаиләһенең кинйәкәүе Ришатты башланғыс синыфтарҙа уҡығанынан белә-күрә йөрөнөм. Икеһе лә тырыш, үҙ көстәре менән тормоштарын ҡотло һәм етеш итергә ынтылған ғаиләләрҙә ҡанат нығытҡандар.

Ҡапҡалары аша атлап үтеү менән донъялары бында йәшәгән кешеләрҙең уңғанлығы, бөтмөрлөгө хаҡында бәйән итә лә башланы. Йәшәй белә шул хәҙер йәштәр: өй ишеген асыу менән ҡаласа мөхит ҡаршы ала, ҡот, ырыҫ бөркөлә. Һәр ерҙә хужаның яратҡан ғаиләһе өсөн уңайлыҡтар булдырырға, хужабикәнең ҡәҙерлеләре өсөн матурлыҡ тыуҙырырға теләгән ҡул эҙҙәре күҙгә ташлана. Хәҙер һәр өйгә тиерлек хас булғанса, крандан һыуыҡ һәм эҫе һыу ағып тора, душ, башҡа уңайлыҡтар бар. Күркәм аш бүлмәһе, ҙур йоҡо бүлмәләре, иркен зал. Барыһы ла зауыҡ менән эшләнгән. Алсаҡ, ихлас хужаларҙың күңел киңлеге йорттарын тағы ла иркенерәк, яҡтыраҡ иткәндәй.

Ут күршеләре – Килдеғол ауылы егете Марсель менән Әбделмәмбәт ҡыҙы Айгөлдөң туйында танышҡан йәштәр. Ришат – Марселдең класташы. Айгөл менән Эльза “Землемер” МУП-ында бергә эшләгәндәр.

Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 2011 йылдың 5 ғинуарында гөрләтеп туй үткәрә йәштәр. Быйыл был матур ғаилә никахтарының 10 йыллығын билдәләгән.
Эльза менән Айгөл күршеләш кенә ерҙәр алып ҡуйған булғандар. Килдеғолдоң сос егеттәре башта бәләкәй өй, унан ҙурын да ҡороп, төкәтәмәләр төкөтөп, был урындарға ҡот, бәрәкәт булдырған.
-Ришат йәй буйы тырышып, бәләкәй өйҙө көҙгә инерлек итте. Ике йылдан ҙурына нигеҙ ҡорҙоҡ. Әйткәндәй, нигеҙен икәүләп эшләнек. Улыбыҙ Илмирҙе эргәгә коляска менән ҡуябыҙ ҙа, мыжыһа, печенье тоттора һалып, ул шуның менән буталған арала йән фарманға эш менән булабыҙ. Көн һайын эштән һуң шулай 11-12-ләрһеҙ өйгә инмәйбеҙ. Ҡайһы ваҡыт Ришаттың ҡасан инеп ятҡанын да белмәй торғайным. Ике яҡтан да туғандар ҙа ныҡ ярҙам итте, - тип үҙҙәренең бәләкәй дәүләттәренә нигеҙ һалыныу тарихы менән таныштырҙы хужабикә.

Өйҙәренең генә түгел, бәхеттәренең дә, татыулыҡтарының да нигеҙен шулай һала йәштәр. Сөнки уртаҡ эш, бер-берен күтәрмәләү үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе лә, ышанысты ла нығыта, дәртләндерә.
-Тәүге мәлдә, яңы ғына донъя көтә башлағас, аҡсаһыҙлыҡтан йонсоғаныраҡ саҡтар ҙа булманы түгел. Ришаттың тырышлығы, донъя көтөргә йәбешеп ятыуы уға ҡарата ышанысымды, был ҡыйынлыҡтарҙы еңеребеҙгә өмөттө нығытты.

Газ, һыу үткәреүгә кредит алдыҡ. Барлыҡ тиерлек эске эштәрҙе лә Ришат үҙе тотоноп эшләгәс, ғаилә бюджетына ла еңелерәк булды, - тип хәләлен маҡтап ҡына тора икән Эльза, кескәй дәүләт үҙенең башлығынан уңған икәнлегенә ишара был.

Аҙ һүҙле, тыйнаҡ холоҡло Ришатҡа кәләшенең һөйләгәндәренә йылмайып ҡына ҡуйырға ҡала.
-Мин – ут, Ришат һыу беҙҙә. Уның тап ошо тыныс холҡо мине арбаны, ахыры. Дуҫлашып йөрөгәндә һөйләшкән арала уҡ уның тырыш, эшсән булыуын самалағайным. Аҡыллы булыуы уның тормошта ла арҡа терәрлек ысын ир-егет була алырына өмөт бирҙе. Тап шулай булып сыҡты ла, шөкөр. Улдарыбыҙға ла теге йәки был осраҡта, атайығыҙ нимә тиер бит әле, атайығыҙҙан һорағыҙ, тип кенә торам. Үҙҙәре лә буласаҡ ғаилә башлыҡтары бит. Атай донъя тотҡаһы, ғаилә өсөн яуаплы кеше булырға тейеш икәнен белеп үҫһендәр. Бәләкәй генә саҡтарынан балаларҙы ла тигеҙ көтөштө Ришат. Улар өсөн йән атып тороуына ныҡ ҡыуанам, - тип алғышлана Эльза.

Был матур ғаиләлә Илмир һәм Рушан исемле малайҙар үҫә. Илмир 3-сө класта уҡый, Рушанға 5 йәш.
Ғаилә башлығы райондың юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығында КамАЗ водителе, Эльза кадастр инженеры.
Йәштәрҙән ғаилә бәхетенең сере хаҡында ла һораштым.

-Татыулыҡ, бер-береңә ышаныс, ихтирам, мөхәббәт - беҙҙеңсә, ғаиләне бәхетле иткән төшөнсәләр шулар. Ваҡытында бер-береңде тыңлай, ишетә белеү бик мөһим. Һәр кем, минеке дөрөҫ, тип еңмешләнә башлаһа, ғаилә кәсәһендәге бәхет яйлап сайпыла, кәмей башлайҙыр ул. Ниндәй осраҡта ла уртаҡ фекергә килергә тырышабыҙ. Бер-береңә юл ҡуя белеү ҙә ғаиләнең ныҡлығына тәьҫир итә. Йәнә ғәфү итә белеү мөһим. Бер кем дә фәрештә түгел, юҡ ҡына етешһеҙлеге өсөн дә икенсеңдең битенән алып, был хәлде тотош трагедияға әйләндерергә кәрәкмәй, - тип бер-береһен тулыландыра-тулыландыра үҙҙәренең тәжрибәһендәге һәм аңлауындағы ғаилә бәхетенең формулаһын төҙөргә тырышҡан йәштәргә ҡарап һоҡландым да, ҡыуандым да. Ошондай башҡорт ғаиләләрендә бит ул милләтебеҙҙең киләсәге, тип ҡыуандым. Уларҙың бер һүҙҙән булып, бер-береһен бүлдермәй генә тулыландырыуына, бәхет серен шулай тәрән аңлай белеүҙәренә һоҡландым. Хоҙай тарафынан бер-береһе өсөн нарыҡланған һәм үҙ яртыларын тапҡан кешеләр генә шулай булалыр ул…

Ингән ерҙәрәк ятҡан эш ҡоралдары, төҙөлөш материалдары ғаилә башлығының ауыр эштән ҡайтҡас, кистәрен былай ҙа сынъяһау донъяһын һаман да камиллаштырыу юлында икәнлегенә ишара булһа, залдың дүрттән бер өлөшөн биләп ултырған гөлдәр, ишек төбөндә йылынып ултырған тупраҡ, тотош туңдырғысты биләгән емеш-еләк, аш-һыу бүлмәһендәге, хәйер, тотош өй эсендәге нур, сафлыҡ хужабикәнең донъя көтөүгә ысынлап та ут икәнлеген һүҙһеҙ ҙә аңлата. Әйткәндәй, Эльза картуф ерҙәренең яртыһын тиерлек еләклек итеп алған. Үҙҙәренә лә, туғандарына ла артығы менән етә уңышы. Сәскә, йәшелсә-фәлән үҫтереүгә лә сос.

Эйе, һәр дәүләттең көнитмеше уның менән нисек идара итеүҙәренә, унда йәшәүселәрҙең күктән көтмәй, ырыҫлыҡтың сере үҙ ҡулдарында - тырышлыҡта икәнен аңлауына бәйле. Исҡужиндарҙың йәшәйеше тап ошо хәҡиҡәткә ҡоролған.
Читайте нас: