Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2021, 15:00

Миғраж

Рәжәб айы үҙендә Рәғәиб кисе, Миғраж кисе кеүек мосолмандар өсөн мөбәрәк һәм әһәмиәтле көндәре булыу менән бәрәкәтле.

Рәжәб айы үҙендә Рәғәиб кисе, Миғраж кисе кеүек мосолмандар өсөн мөбәрәк һәм әһәмиәтле көндәре булыу менән бәрәкәтле.
Нәҡ ошо айҙа (быйыл 10 марттан 11 мартҡа ҡарағанда ) Миғраж кисе инә.Ошо кистә пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, менән бик күп мөғжизәле хәлдәр, хикмәттәр булған. Ислам диненең биш терәгенең береһе – көнөнә биш ваҡыт намаҙ фарыз (мотлаҡ үтәй торған бурыс) ителеү ҙә ошо кистә булған.

Мәлик бин Сағсағтан, Аллаһ унан риза булһын , еткерелә, пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, үҙенең төнгө сәйәхәте (мираж) тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләгән:
Мин әл-Хәтим (бәлки, әл-Хиджр , тигәндер) тигән ерҙә ята инем, кемдер һиҙҙермәҫтән минең эргәмә килде ( пәйғәмбәребеҙ эргәһенә Ябраил фәрештә килә) һәм минең эсемде ярып ебәрҙе (тамаҡтан аҫҡаса - кендектән түбәнгәсә) һәм йөрәгемде тартып сығарҙы. Шунан миңә иман тултырылған алтын тас килтерҙеләр, шунда йөрәгемде йыуҙылар ҙа , иман менән тултырып, кире урынына ҡуйып ҡуйҙылар. Шунан минең эргәгә мулдан бәләкәй, әммә ишәктән ҙур аҡ төҫтәге бер хайуанды алып килделәр - уның бер аҙымы шундай арауыҡты ала – күҙ күреме ерҙе. Шунан мине ошо хайуанға атландырҙылар һәм Ябраил фәрештә минең менән бергә сәфәргә юлланды.

Күктең иң түбәнге ҡатына еткәс, Ябраил уның ҡапҡаларын асыуҙы һораны Унан һоранылар: “ Был кем?”-тип. Ябраил: “ Был мин – Ябраил”, -тине. Унан: “ Һинең менән кем ул?”-тип һоранылар. “ Мөхәммәд”, -тип яуап бирҙе ул. Унан:” Уның артынан ебәрҙеләрме?”-тип һоранылар. “ Эйе”, -тип яуапланы ул. Шул саҡта:” Рәхим итһен – уның килеүе бик яҡшы!”-тинеләр. Шунан күк ҡапҡалары асылды һәм мин уның иң түбәнге ҡатында Әҙәм ғәләйһис-сәләмде күрҙем. Ябраил фәрештә: “Был һинең атайың Әҙәм, уға сәләм бир!”-тине. Мин сәләм бирҙем, Әҙәм ғәләйһис-сәләм минең сәләмгә яуап ҡайтарҙы, шунан һуң:” Тоғро (праведный) улым һәм тоғро пәйғәмбәр рәхим итһен!”-тине.

Шунан һуң Ябраил фәрештә менән күктең икенсе ҡатына күтәрелдек. Ул тағы күк ҡапҡаһын асыуҙарын һораны. Бая тәүге күк ҡатына еткән саҡта бирелгән һорауҙар бирелеп, уларға яуап алынғас, күк ҡапҡаһы асылды һәм мин унда Яхъя менән Ғайса пәйғәмбәрҙәрҙе күреп ҡалдым. Улар туғандар, йәғни икеһенең әсәһе бер туған. Ябраил фәрештәнең ҡушыуы буйынса мин уларға сәләм бирҙем. Сәләмгә яуап биргәс:” Тоғро ҡустыбыҙ һәм тоғро пәйғәмбәр рәхим ит!”-тинеләр.
Шунан күктең өсөнсө ҡатына күтәрелдек. Баяғы һорауҙар тағы ҡабатланды. Был күктең ҡатында мин Йософ пәйғәмбәрҙе күрҙем. Сәләм биреп, сәләм алышҡас, ул:” Тоғро ҡусты һәм тоғро пәйғәмбәр рәхим итһен!”-тине.

Артабан Ябраил фәрештә менән күктең дүртенсе ҡатына күтәрелдек. Баяғы һорауҙар тағы ҡабатланып, уларға яуаптар алынды. Был ҡатта мин Иҙрис ғәләйһис-сәләмде күрҙем. Баяғыса сәләм бирешеп, сәләм алыштыҡ.

Артабан бишенсе ҡат күккә күтәрелдек. Бында ла шул уҡ һорауҙар ҡабатланды. Бишенсе ҡат күктә Һарунды күрҙем. Алдағы күк ҡаттарындағыса сәләмләштек.
Шунан алтынсы ҡат күккә күтәрелдек. Шул уҡ һорауҙар ҡабатланды. Унда мин Муса ғәләйһис-сәләмде күрҙем. Сәләм биреп, сәләм алышҡас, беҙ китергә булдыҡ. Муса ғәләйһис-сәләм илап ебәрҙе. Унан: “ Һине иларға нимә мәжбүр итә?”-тип һоранылар. “ Мин шул сәбәпле илайым –минән һуң пәйғәмбәр итеп йәш кеше ебәрелер һәм ожмахҡа уның өммәтенән кешеләр минең өммәтем кешеләренә ҡарағанда күберәк инер”, -тип яуапланы ул.

Артабан Ябраил фәрештә менән күктең етенсе ҡатына күтәрелдек.Баяғыса һорауҙар бирелеп, уларға яуаптар алынды. Етенсе ҡат күктә Ибраһим ғәләйһис-сәләмде осраттым. Сәләмләшкәс ул: “ Тоғро ул һәм пәйғәмбәр рәхим итһен!”-тине.

Шунан һуң беҙ етенсе күктәге ахырғы сик лотосына – сидрәтул мөнтәһә тигән ағас янына күтәрелдек.Уның емештәре ҙурлығы буйынса Мәҙинә ҡалаһынан алыҫ булмаған Хәджәрҙәге кувшиндарға оҡшаған, ә япраҡтары – фил ҡолағына оҡшағандар ине. Ябраил: “ Был ахырғы сик лотосы”, -тине. Унда дүрт йылға ағып, уларҙың икәүһе күҙгә күренеп, икәүһе күҙгә күренмәй аға ине. Мин: “ Былар ниндәй йылғалар, йә, Ябраил?”-тип һораным. Ул:” Күҙгә күренмәгән йылғалар – ожмахта ағыусы йылғалар, күҙгә күренеп аҡҡан ике йылға – Нил менән Евфрат йылғалары”, -тип яуапланы. Шунан миңә Изге йорт – бәйтүл мәғмүр (Ҡәғбәтулланың күктәге прототибы) күрһәтелде. Унда көн һайын 70 мең фәрештә инеп намаҙ уҡый. Шунан миңә шарап, һөт һәм бал һалынған һауыттар килтерҙеләр. Мин һөттө һайланым. Ябраил: “ Был – ислам, уны һин һәм һинең өммәтең тотасаҡ”, -тине.

Артабан миңә бурыс итеп көн һайын 50 намаҙ уҡыу индерелде. Күктең иң юғары ҡатынан төшөп килгәндә мин Муса ғәләйһис-сәләм эргәһенән үтеп бара инем, ул: Һиңә нимә бойоролдо?”-тип һораны. Мин: Көн һайын 50 намаҙ уҡыу”, - тип яуапланым. Муса ғәләйһис-сәләм: “Һинең өммәтеңдең ағзалары быны үтәй алмаясаҡ. Аллаһ менән ант итәм, һиңә тиклем мин инде кешеләрҙе һынаным һәм Израиль халҡы менән хәлемдән килгәндең барыһын да эшләнем, тик тырышлығым юҡҡа ғына булды, үҙеңдең Раббыңа кире борол һәм өммәтең өсөн намаҙҙарҙы әҙәйтеүҙе һора”,- тине. Мин кире боролдом һәм Аллаһы Тәғәлә намаҙҙарҙы 10-ға кәметте. Шунан кире Муса ғәләйһис-сәләм эргәһенә боролдом. Ул миңә кире боролоп, Аллаһтан намаҙҙар һанын кәметтереүемде һорарға ҡушты. Мин кире боролдом. Аллаһ ҡалған намаҙҙар һанын тағы 10-ға кәметте. Тағы Муса ғәләйһис-сәләм янында туҡтаным. Ул кире боролорға ҡушты. Мин тағы һорарға боролдом. Шунан намаҙҙар һаны көнөнә 5-әү булып ҡалды. Төшөп килгәндә тағы Муса ғәләйһис-сәләм эргәһендә туҡтаным. Ул тағы: “ Ысынбарлыҡта, һинең өммәтең көн һайын 5 тапҡыр намаҙҙы үтәй алмаясаҡ! Аллаһҡа кире борол һәм үҙеңдең өммәтеңә еңеллек һора!”-тине. Мин: “Мин Раббымдан шундай күп һораным, миңә инде Унан ниҙелер булһа ла һорау оят. Мин ризамын һәм Аллаһҡа буйһонам! Уның (Аллаһтың) эргәһенән киткәндә мин: “ Мин нимәне талап итәм – шуны еткерҙем. Һәм үҙ ҡолдарымдың йөгөн еңеләйттем”, - тигәнен ишеттем тинем.”

А.Ғарифуллина “ Бохари, сахих хәҙистәр йыйынтығы” китабынан (1-се баҫма, 2-се том, 25-се бүлек, 184 - 187-се биттәр) тәржемәләне.
Читайте нас: