Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2021, 11:00

Ырыҫ тырыш ҡулында

Иҫке Собханғолдан Азамат Хәкимовҡа афариндан башҡа һүҙ юҡ! Ниңә, тиһегеҙме? 2020/2021 уҡыу йылының яҙғы семестрында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең стипендиаты булыуға ирешкән студент бит ул! Быға тиклем ошондай дәрәжәле стипендияға Иҫке Собханғол һылыуы Ғәлиә Хоҙайғолова ғына өлгәшкәйне.

Иҫке Собханғолдан Азамат Хәкимовҡа афариндан башҡа һүҙ юҡ! Ниңә, тиһегеҙме? 2020/2021 уҡыу йылының яҙғы семестрында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең стипендиаты булыуға ирешкән студент бит ул! Быға тиклем ошондай дәрәжәле стипендияға Иҫке Собханғол һылыуы Ғәлиә Хоҙайғолова ғына өлгәшкәйне.
Азамат мәктәптә уҡығанында ла уҡыу алдынғыһы булды, мәктәптең, райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәне, спорт менән дуҫ булды. Бигерәк тә теүәл фәндәргә, атап әйткәндә, физика фәненә мөкиббән бирелеп, район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа гел призлы урындар яулап йөрөнө.

Ошо тырышлығы уны заманында район хакимиәте башлығы стипендиаты итте лә инде. Физиканан БДИ-ла 80 мәрәй йыйһа, Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа еңгәне өсөн уға 20 мәрәй өҫтәлеп, Азамат илебеҙҙең теләһә ниндәй вузына имтиханһыҙ инеү хоҡуғына эйә булды, йәғни бәхетле “100 мәрәйле”ләр иҫәбенә инде!

Башҡорт дәүләт аграр университетының “Предприятиеларҙы энергия менән тәьмин итеү” факультетын һайлаған егет бакалавриатты “Ҡыҙыл диплом”ға тамамланы, үҙе белем алған уҡыу йортоноң иң әүҙем студенттары иҫәбендә йөрөнө. Мәҫәлән, уның портфолиоһын дөйөм физика буйынса Көньяҡ Урал төбәк-ара студенттар олимпиадаһында 1-се урын яулағанлығына Сертификат, “Башҡортостан Республикаһының йәштәр яҡташлығы ассоциацияһы” төбәк йәмәғәт йәштәр ойошмаһы тарафынан мини-футболда команда составында 2-се урын алғанлыҡҡа Маҡтау ҡағыҙы, физика профилле предмет булмаған студент олимпиадаһында 1-се урын алғанлығына диплом (2017), Бөрйән районы йәштәре һәм студенттары союзы тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн “ Бөрйән йәштәре һәм талиптары берлеге”нең Грамотаһы, БДАУ-ҙа “1-се курс студенты” спартакиадаһында өҫтәл теннисы буйынса 1-се урын алыуына Маҡтау ҡағыҙы, район студенттары араһында әүҙем сәләмәт тормошто, спортты пропагандалағаны өсөн Бөрйән район хакимиәтенең Рәхмәт хаты (2017), дөйөм физика буйынса төбәк-ара олимпиадала 2-се урын алғанлығына Сертификат (2-се урын, 2018), “Студент һәм аграр фән” 11-се Бөтә Рәсәй студенттарҙың фәнни-ғәмәли конференцияһында уңышлы сығышы өсөн БДАУ-ҙың Маҡтау ҡағыҙы, дөйөм физика буйынса төбәк-ара олимпиадала 1-се урын алғанлығына диплом (2019), төп һайлап алыу чемпионатында футболда команда составында 3-сө урын алғанлығына грамота (Рәсәй АССК-һының), БДАУ ойошторған “Иң яҡшы студент эше” конкурсында “Иң яҡшы курс эше” номинацияһында еңгәне өсөн (2-се урын) диплом һәлмәк итә.

Магистратурала уҡыу өсөн Азамат Өфө дәүләт нефть-техник университетының “Торба үткәреү транспорты” (ФТТ) факультетын һайланы һәм яңылышманы – бында ла тик “бишле”гә уҡып, бөгөн Рәсәй Федерацияһы кимәлендәге мәртәбәле стипендияға эйә булды – 1 ғинуарҙан 31 авгусҡаса айына 50 мең һум аҡса алып уҡыясаҡ.

Эйе, ырыҫ - тырыш ҡулында, тип белмәй әйтмәгән халҡыбыҙ. Бәләкәйҙән ғилемгә, спортҡа, еңергә ынтылышы Азаматты бөгөн дә иң-иңдәр араһында итә. Ошо ныҡышмаллығы, алдына ҡуйған маҡсаттарына тайпылышһыҙ барыу сифаты уны киләсәктә лә ташламаһын!
Читайте нас: