Ҡыҙым беренсе класта. Бөтә предметтар урыҫ телендә. Бер “Әлифба” ғына туған телдә.
Иҫке генә дәреслек бирҙеләр. Дәрескә әҙерләнгәндә иғтибар итәм: камил түгел был дәреслек. Текстар, күнегеүҙәр замана балаһына тәғәйен түгел, һүҙлек эше уйланып төҙөлмәгән. Баланың һүҙлек запасын үҫтереү өсөн бөтөнләй башҡа төрлө, уны ҡыҙыҡһындырырлыҡ күнекмәләр кәрәк. Барыбыҙға ла мәғлүм, төпкөл ауыл балаһының да хәҙер фекерләүе башҡа.
Лилиә Мирзаның әкиәттәргә таянып төҙөгән “Әлифба”һы күпкә отошлораҡ. Яҙғы карантин башланып, өйҙә ултырырға мәжбүр булғас, шул “Әлифба” менән тиҙ генә уҡырға өйрәткәйнем баланы. Уның текстары еңел ҡабул ителә, баланың иҫендә ҡала, тел байлығын, фекерләүҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Ул саҡта “Төлкө менән Торна” әкиәтен уҡығандағы ҡыҙыҡты яҙып ҡуйғайным. Бала: ”Улар нишләп ҡунаҡҡа йөрөшкән карантин ваҡытында? Ниңә улар маска кеймәгән икән?” - тип хәүефләнеп, һорауҙар менән күмгәйне үҙемде...
Бына, ниһайәт, әкиәтле бит килеп сыҡты был “Әлифба”ла ла. Әлеге лә баяғы “Төлкө менән Торна” әкиәте! Таныш әкиәт булғас, шыма ғына уҡып сыҡты бала. Хәҙер инде шуны бәйләнешле һөйләмдәр менән кире үҙенән һөйләтеп алыу бит инде маҡсат. Тырыша торғас, аҙағына килеп еттек әкиәттең! ”Төлкө ни өсөн сүлмәктәге ашты ашай алмай, ас килеш ҡайтып китте инде, ҡыҙым?” - тип һорайым. Дөрөҫ һөйләм төҙөһөн, тип, ярҙамға киләм, йәнәһе. Ә ул минең һорауға яуап бирәһе урынға: ”Өләсәй, ә ул нишләп һауытты күтәреп кенә эсмәне икән?” - тип ауыҙҙы яптырып та ҡуйҙы минең! Бына һиңә, мә! Ошо йәшемә еткәнсе шул һорау бер ҙә генә башыма килмәгәнсе! Үҙем уҡып үҫтем, балаларыма һөйләнем, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләү дәүерендә күпме тап иттем был әкиәтте.
Ошо әкиәт аша ”Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы” тигән әхләҡте төшөндөрә инем уҡыусыларға, ә тормошта кәрәк булған яп-ябай ғына ошо кәңәште бирә белмәгәнем!
Замана балаһы күҙлеге аша яңыса фекерләргә өйрәнергә лә тура килә.
Әлбиттә, Туҡайҙың был биттәге “Туған тел” шиғырынан куплетты йырлап өйрәнәбеҙ. Көйөн-һүҙҙәрен онотҡанда, иҫкә төшөрөргә кәрәк булыр, тип телефонына ла яҙҙырып ҡуйҙыҡ.
Быуындар бәйләнеше дауам итер, телебеҙ ошондай аралашыуҙар аша йәшәр, Алла бойорһа!