Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2021, 13:00

Милләт рухын һаҡлай ағинәйҙәр

Кеше ғүмеренең һәр миҙгеле үҙенсә матур. Ә шулай ҙа олоғая килә, йәш ваҡытта уйламаған ҡиммәттәргә икенсе күҙлектән ҡарай башлайһың икән.

Кеше ғүмеренең һәр миҙгеле үҙенсә матур. Ә шулай ҙа олоғая килә, йәш ваҡытта уйламаған ҡиммәттәргә икенсе күҙлектән ҡарай башлайһың икән.
Йәш саҡта эшләп тә, донъя көтөп тә бушамаған мәлдәрҙә иғтибарҙан ситтә ҡалған күренештәрҙең, атап әйткәндә, халыҡ кәсептәренең, йолаларҙың ҡәҙерле мираҫҡа әйләнеп китеүе лә аптыратмайҙыр.
Күңелендә үҙ милләтенә, халҡы тарихына һөйөү йөрөткән һәр кеше киләсәк быуынға ҡомартҡы ҡалдырыу, йәш быуында ошо йылы хистәрҙе уятыу маҡсатында боронғолоҡто, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тәрәндәнерәк өйрәнә башлай. Беҙҙең Нәби ауылындағы хаҡлы ялдағыларҙы ла, хеҙмәт юлындағыларҙы ла үҙ эсенә алған ағинәйҙәр ойошмаһы ошо юҫыҡта әүҙем эш алып бара. Ауыл мәҙәниәт йортонда бихисап кисәләрҙә сығыш яһауҙан тыш, тирә-йүнгә сығып та төрлө сараларҙа ҡатнашып өлгөрәбеҙ.

Һуңғы йылда ҡороғорвирус арҡаһында бар тормошобоҙ сикләүҙәргә ҡоролһа ла, беҙ, Нәби ауылы ағинәйҙәре, ветерандар, талаптарға ярашлы сараларҙы ҡулланып, әүҙемлегебеҙҙе кәметмәҫкә тырыштыҡ. Бесән бөткәс тә, әсәй-өләсәйҙәр тәжрибәһенә таянып, кейеҙ баҫыу өсөн йөн тетергә тотондоҡ. 6-7 кеше ҡул менән генә башҡарып, әллә ни ырата алмағас, Әүжән быйма цехына киттек. Бер көн эсендә юлыбыҙ ыңғай ғына булып, кәрәк тиклем йөн теттереп алып ҡайттыҡ. Кейеҙгә сергетыш та тектек, ә өлгөһөн боронғо ҡомартҡыларҙан ҡарап өйрәндек. Был мәшәҡәтле шөғөлдәрҙе ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Сәйҙә апай Йомағужинаның йортонда башҡарҙыҡ. Күмәк ҡул көсө талап иткән был эш, әйтеп үтеүемсә, тәнде талсыҡтыра. Хеҙмәтебеҙҙе йыр-бейеү менән аралаштырып атҡарабыҙ, физик әүҙемлекте лә онотмайбыҙ, скандинавса ла йөрөп киләбеҙ. Ошо ҡәһәрле ауырыуға тиклем гел шөғөлләнеп өйрәнгәс, кемдер саңғыла, кемдер атлап ҡына йөрөп тә һаулығыбыҙҙы һаҡлауҙы күҙ уңынан ысҡындырмай торғайныҡ. Бына, ниһәйәт, шаҡтай ҡатмарлы ғына, ҙур түҙемлелек талап иткән хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһен күреп ҡыуанырға ла насип булды: һәр кем белгәнен, ишеткәнен өйрәтеп, 8 кейеҙ әҙерләп ҡуйҙыҡ.
Әйткәндәй, беҙҙең Нәбиҙә йәше-ҡарты, 35-40 тирәһенә яҡын ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ, скандинавса атлау менән үҙ сәләмәтлеген нығытыу өҫтөндә эшләй. Һаулыҡ - ҙур байлыҡ икәнен аңлап, хәрәкәтле-бәрәкәтле йәшәү алып барған ауылдаштарҙың әүҙемлеге ҡыуандыра. Һаулыҡ һәм оҙаҡ йәшәү сере дөрөҫ туҡланыуҙан да тора икәнен бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Шуға ла үлән сәйҙәренә, һөт ризыҡтарына, буҙа, емеш-еләк ризыҡтарына өҫтөнлөк бирергә тырышабыҙ. Тау көнөндә лә, беҙ, өлкәндәр, тауға күтәрелеүҙең бар йолаларын үтәп, Ҡаршытауға сыҡтык. Тәбиғәт ҡосағында сәйһеҙ булмай инде: ут яғып, үлән сәйҙәре эсеп, намаҙ уҡып, тәбиғәтебеҙгә тәсбих әйтеп ҡайттыҡ. Киләсәктә лә ата-бабаларыбыҙ рухын аманат итеп тапшырыу маҡсатында нимәләр атҡарырға була икән, тип пландар ҡорҙоҡ. Донъялар имен тороп, йәштәр туйҙар үткәрһә, һыу юлы күрһәтеү йолаларын тергеҙеү, ауылыбыҙға килен төшөрөүҙәрҙе күркәм сараға әйләндереү, күрше-тирәләр менән осрашыу тураһында әңгәмәләштек.

Күптән түгел тағы бер геү килеп алдыҡ: Нәби ауылының хаҡлы ялдағы ветерандарының, ағинәйҙәренең әүҙемлеген һәм берҙәмлеген яҡшы баһалаған район етәкселеге тәҡдиме менән БСТ каналы килеп, беҙҙе телевидениеға төшөрөп китте. Ауылыбыҙҙың хаҡлы ялдағы саңғысылары тормошон яҡтыртыу маҡсатында репортаж әҙерләнде. Беҙҙең арала иң өлкәндәре Шәмсиә Әйүпова менән Флүрә Һатыбыловаға 67-шәр йәш, уларға етә Хәмдиә Һатыбалова, Зилә Һатыбалова, Римма Рәхмәтуллина һәм йәшерәктәрҙән Фәйрүзә Йәнсурина, Вәхиҙә Нәбиуллина, Мөслимә Вәлиева оло быуын саңғысыларының күренекле вәкилдәре булып тора.

Осрашыуҙа оҫталарыбыҙҙың ҡул эштәренән, халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарынан матур күргәҙмә ойошторорға ла өлгөрҙөк.
Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын лайыҡлы үткәрәйек.
Читайте нас: