Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2021, 11:00

Илһөйәрлек – заман талабы

Беҙҙең Бөрйән егеттәре Ватанды һаҡлау тигән бурысын йылдар дауамында намыҫ менән үтәй, илһөйәрлек тигән аҫыл сифат йәш быуынға төрлө күркәм саралар, матур кешеләр аша даими һеңдерелә килә.Иҫке Собханғол мәктәбендә Афғанстандан Совет ғәскәрҙәре сығарылыуҙың 32 йыллығы уңайынан дәрес-осрашыуҙар үтте.

Беҙҙең Бөрйән егеттәре Ватанды һаҡлау тигән бурысын йылдар дауамында намыҫ менән үтәй, илһөйәрлек тигән аҫыл сифат йәш быуынға төрлө күркәм саралар, матур кешеләр аша даими һеңдерелә килә.
Иҫке Собханғол мәктәбендә Афғанстандан Совет ғәскәрҙәре сығарылыуҙың 32 йыллығы уңайынан дәрес-осрашыуҙар үтте.
Иң шәп тарих –
яугир ауыҙынан
Афған һуғышы ветераны, яҡташыбыҙ, Байғаҙы ауылы уҙаманы Иҫәнбаев Йәнғәле Абдулхаҡ улы менән осрашыуға 10-сы “А”, “Б” һәм 11-се “Б” кластары бик ентекле әҙерләнгән.
Үҙәк өҙгөс “Хәтер” йыры менән башланып киткән дәрес уҡыусыларға бик фәһемле булғандыр, сөнки дәрес һуңында бирелгән һорауҙар уларҙың илебеҙ тарихына битараф түгеллеген раҫланы.
Уҡытыусылар Р. Сәғитова, Л. Нурутҡолова, Г. Сәғитова инеш һүҙ менән сығыш яһағас, һүҙ яугир-ветеранға бирелде. Йәнғәле Абдулхаҡ улы үҙенең тормош, хеҙмәт, яу юлдарын төрлө тетрәндергес, фәһемле ваҡиғаларға нигеҙләнеп бәйән итте. ”18 йәшем тулғас та әрме сафына алдылар. Тәүҙә Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта күнекмәләр үттек. Беҙҙе ныҡ әҙерләнеләр. Самолетҡа ултырғас ҡына Афғанстанға юл тотоуыбыҙ мәғлүм булды. “БМП-2”-лә наводчик булдым, колонналарҙы оҙаттыҡ. Ике йыл палаткала йәшәлде. Шинданд, Шахшаран ҡалалары эргәһендә хеҙмәт иттем. Урман кешеһенә, билдәле, сүллек һәм ҡая-таш араһында ҡыйыныраҡ булды. Сухпай ашап, бәғзе саҡ ризыҡһыҙ йөрөргә лә тура килде. БМП эсендә ҡайнар мунсала ултырған кеүек эҫе, эскән һыу ҙа йылы.Ошо мәлдә ауылдың теш сәңкетер айраны иҫкә төшә. Ҡоҙоҡ-йылғанан һыу алырға ҡушмайҙар, сөнки уларҙы дошмандар ағыулап ҡуя. Люкты асырға ярамай – өҫтән, тауҙар араһынан аталар беҙгә. Төнөн һөжүм итәләр. Беҙ ҙә бирешмәйбеҙ. Тауҙарҙа дошмандар аттарҙа оҫта йөрөй. Аңғармаҫтан килеп сығалар, юҡ булалар. Күҙ алдымда бер офицер, бер һалдат үлде. Ҡышлаҡтарҙы ҡамап алып, дошмандан “таҙартабыҙ”. Засадаға ла йөрөнөк. Беҙҙең егеттәр ҙә эләкте, күбеһе үлде...
Ундағы халыҡ шул хәтлем насар йәшәй – ҡышлаҡтағы өйҙәрҙә балсыҡ урындыҡтар, кейем яғы хөрт, әммә ҡыйыу һәм ҡурҡмаҫтар инде. Йылғалары тулы балыҡ, әммә уны, ниңәлер, тотоп ашамайҙар. Беҙ ашап кинәндек. Һуғыш – уйын түгел, бар хәлеңсә тырышаһың, йәшәргә, еңергә ынтылаһың инде. Иң ауыры – эргәңдә йөрөгән иптәштәреңде юғалтыу...» - тип хәтирәләргә бирелде яҡташыбыҙ.
Музейҙа
тарих һаҡлана
Мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейында үткән сара ысын мәғәнәһендә тарихыбыҙға байҡау булды. Афған һуғышы ветерандары музей экспонаттарын ҡарап-барлап сыҡҡас, музей етәксеһе, тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы Н. Шәрәфетдинова, уҡытыусы Ә. Кәбирова үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте. Мәктәп директоры Ә. Әбдрәхимовтың ялҡынлы сығышы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
5-се “Г” класы уҡыусылары Гүзәл Шәмиғолова, Нурия Исмәғилева, Динар Хисмәтуллин, Динар Ҡолһарин, Эмиль Байғужин, Вилдан Туҡбаев тарихты шәп белеүҙәре менән таң ҡалдырҙы.
Онотмай
улдарын Ватан
Район мәҙәниәт һарайы алдында митинг үтте. Һәйкәлгә сәскәләр һалып, Ватан саҡырыуы буйынса сит илдәрҙә хеҙмәт итеп, интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлеген бер минут тын ҡалып хөрмәт итте яҡташтар. Сара барышында райондаш “афғансы”ларға – Гөлсәсәк Ҡарамышеваға, Илшат Мөхәмәтовҡа, Йыһанур Шәмиғоловҡа “Ватанды һаҡлаусыға” миҙалы тапшырылды, районыбыҙҙа әүҙем генә эшләп килгән йәмәғәт ойошмалары етәкселәре – “Чечняла һәм башҡа ерҙәрҙәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар”, “Диңгеҙселәр туғанлығы”, “Һауа-десант ғәскәрҙәре “ һ.б. үҙҙәренең ойошмаһында ағза булып торған Афғанстанда ир-егетлек бурысын үтәп ҡайтҡан ир-аттарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Район “афғансы”лары етәксеһе Азамат Алтынбаев үҙҙәренең ойошмаһының эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте.
Әхмәҙей Сәғитов “афганка” панамаһы менән бүләкләнде. Чечняла һәм башҡа локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар берләшмәһе етәксеһе урынбаҫары О. Ғәлиев та ошондай “афганка”ны ошо көндәрҙә юбилейын билдәләүсе Хәниф Ибраһимовҡа бүләк итте. “Һауа-десант ғәскәрҙәре” ойошмаһы етәксеһе И. Азанғолов Фәнис Сәйәхов, Афзал Сирбаев, Әмир Ғәлиуллин, Илсур Абдуллиндарға һалдат символы – әрме сервизы тапшырҙы. “Диңгеҙселәр туғанлығы”ның (етәксеһе Р. Күлбаев) шәп бүләге Рәшит Әйүпов, Нурғәле Һырлыбаев, Радик Аҫылбаевтарға эләкте.
Февралдең ажғыр еле лә, ғинуар булһам, һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем, тип ҡәһетләнгән сатлама һыуығы ла матур һәм тәрбиәүи йәһәттән файҙалы сараға ҡамасау була алманы.
Читайте нас: