«Урал» физкультура-сәләмәтләндереү комплексында матур йолаға әйләнгән «Бөрйән батыры» район конкурсы үтте. Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына бағышланған сарала быйыл 15 ир-егет һынау тотто.
Егеттәр ярыш башланыр алдынан туған телдәр көнөнә арналған флешмобҡа ҡушылып, башҡорт теле тураһында йыр башҡарҙылар.
Бына улар спортта ла, сәнғәттә лә, тормошта ла һыр бирмәгән Бөрйән батырҙары: Ҡолғананан Рәфис Ғәйетбаев, Әтектән Әсхәт Ямғурсин, Илһам Ишбаев, Ғәҙелгәрәйҙән Әкрәм Иҫәнаманов, Алмаз Ҡаһарманов, Байназарҙан Редик Йәмилев, Рәмис Байназаров, Әбделмәмбәттән Иштуған Шәмиғолов, Иҫке Собханғолдан Айрат Хәсәнов, Яңы Собханғолдан Илдус Уразаев, Иҫке Монасиптан Хәлил Вәлиев, Илназ һәм Илнар Әмирхановтар, Нәбиҙән Инсаф Ҡарабулатов, Иҙел Туҡтамышев.
Ярыштарҙы билдәле спортсылар С. Хәлитова менән Ә. Ямғурсин алып барҙы.
Атлетик многоборье буйынса турникта күтәрелеү һәм 16 килолыҡ герҙы күтәреү батырҙар өсөн бер ни торманы. Турникта 27 тапҡыр күтәрелгән Иштуған Шәмиғоловҡа етеүсе булманы.
Ә герҙы 90 тапҡыр күтәреп, Илнар Әмирханов үҙенең иң көслөһө икәнен иҫбат итте.
Артабан буласаҡ һалдаттар автоматты ваҡытҡа тиреп, кире йыйҙылар.
Ярыштың был төрөндә Илназ Әмирханов иң етеҙе булды - был һынауҙы ул 19 секунд эсендә башҡарҙы.
Башҡорт батырҙары элек-электән уғатар булған. Отставкалағы подполковник А. Ырыҫҡолов ойошторған был бәйгелә, 25 мәрәй йыйып, Илдус Уразаев иң мәргәне тип табылды. Артабан егеттәр йөҙөү буйынса көс һынаштылар. 50 метр арауыҡта иң шәп йөҙөүсе Илһам Ишбаев булды.
Ярыш һөҙөмтәләре түбәндәгесә: «Турникта күтәрелеү буйынса иң яҡшы һөҙөмтә» Иштуған Шәмиғоловта, «Иң көслөһө» - Илнар Әмирханов, «Иң етеҙе» - Илназ Әмирханов, «Иң яҡшы йөҙөүсе» - Илһам Ишбаев, «Мәргән уҡсы» - Илдус Уразаев. 3-сө урынды Иштуған Шәмиғолов, 2-се урынды Редик Йәмилев, 1-се урынды Иҙел Туҡтамышев алды. Ә Гран-прины һәм «Бөрйән батыры-2021» исемен Иҫке Монасип ауылы егете Илнар Әмирханов яуланы. Еңеүселәрҙе Бөрйән районы муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе И. Шәмиғолов тәбрикләне. Еңеүселәргә грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. «Берҙәм Рәсәй» партияһы бүләгенә йөҙөү буйынса иң яҡшы күрһәткескә эйә Илһам Ишбаев лайыҡ булды.
Илнарҙың «Бөрйән батыры» исемен өсөнсө тапҡыр алыуы икән. Йырға ла, бейеүгә лә шәп егет төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнә.
«Бөтә егеттәр ҙә маҡсаттар ҡуйып йәшәһен, уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн бар көсөн һалһын, спорт менән шөғөлләнһен», - тигән теләктәрен еткерҙе Илнар.
Батыр егет - ил күрке, тиҙәр. Ярышта ғына түгел, көндәлек тормошта ла егеттәр илебеҙҙең ышаныслы таянысы һәм күрке булып йәшәһендәр ине.