Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2021, 13:00

Афғанстан - беҙҙең хәтер һәм һыҙланыуҙар

Ҡолғана ауыл биләмәһендә Афғанстан һуғышында ҡатнашыусы яугир-интернационалис-тар көнөнә арналған байрам саралары ойошторолдо.

Ҡолғана ауыл биләмәһендә Афғанстан һуғышында ҡатнашыусы яугир-интернационалис-тар көнөнә арналған байрам саралары ойошторолдо.
Беҙҙең ауылдан Вәлиев Зәки Хажиәхмәт улы менән Мөхәмәтов Әсғәт Әғзәп улы гражданлыҡ бурыстарын Афғанстанда намыҫ менән үтәп, имен-һау әйләнеп ҡайттылар. Зәки Хажиәхмәт улы 1980 йылдың 22 октябрендә хәрби хеҙмәткә алына һәм Мозари-Шәриф провинцияһы үҙәгендә, Дахибала тауында, Бамъян, Паниер үҙәктәрендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

Әсғәт Әғзәп улы 1987 йылдың майында хеҙмәткә алына. Октябрь айында Кунар провинцияһының Асдабад ҡалаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә бөгөн беҙҙең арала юҡ. Ҡолғана ауылында улар иҫтәлегенә 2018 йылда таҡтаташ асылды. Ошо көн уңайынан мәктәп, мәҙәниәт, ауыл хакимиәте менән берлектә үҫеп килеүсе йәш быуында тыуған илгә һөйөү, Афған ерендә хеҙмәт иткән ауылдаштары иҫтәлегенә хөрмәт, ғорурлыҡ тәрбиәләү маҡсатында «Афғанстан - беҙҙең хәтер һәм һыҙланыуҙар» исемле сара ойошторҙо.

Байрам таҡтаташ янында митинг менән башланып китте. Афған һуғышы тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырғандан һуң, ауыл хакимиәте башлығы И. Ҡулбирҙин телмәр тотто, таҡтаташҡа сәскәләр һалынды. Һуңынан уҡыусылар араһында йүгереү, саңғы буйынса ярыштар ойошторолдо.

Ҡолғана ауылы фельдшеры Ғ. Вәлиева яугир-интернационалис-тарҙың ғаиләләренең хәлдәрен белешеп тора, ә мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең шефлығына алып, уларға эштәрендә ярҙам итә.
Читайте нас: