Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2021, 13:00

Саналар парады

«Урал» физкультура-сәләмәтләндереү комплексы алдында «Мәсем» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре «Мөғжизәле саналар» ярышы үткәрҙе.

«Урал» физкультура-сәләмәтләндереү комплексы алдында «Мәсем» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре «Мөғжизәле саналар» ярышы үткәрҙе.
Матур йолаға әүерелгән сараға саналар быйыл фольклор һәм әҙәбиәт темаларына ярашлы биҙәлгән ине. Байрамға балалар яратып ҡараған йәнһүрәт геройҙары - Күк трактор, Минни Маус, сусҡаларын егеп, Марфуша килгән. Үҙенең шәхси тракторында тракторист, паровоз машинисы, танктағы һалдат, санаға ултырған ҡуяндар, йыл хужаһы үгеҙҙе егеп - Ася, бульдозер йөрөтөүселәр ҙә булды. Тырышлыҡ һәм күңел һалып биҙәлгән саналар байрамдың йәме булды.

Конкурсанттар үҙҙәре менән шиғри формала таныштырғандан һуң, парадҡа сыҡтылар. Байрамды алып барыусы М. Ямғурсина ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы күңелле ярыштарҙа һынап ҡараны.

Жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе билдәләү еңелдән булманы, һөҙөмтәлә, бөтә конкурсанттар ҙа еңеүсе тип иғлан ителде. Йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы етәксеһе Н. Ишниязова барлыҡ ҡатнашыусыларға -Иҫке Собханғолдан Исҡужиндар, Ямғурсиндар, Түлебаевтар, Ғәзизовтар, Ҡонафиндар, Әтектән Бейембәтовтар, Байназарҙан Әйүповтар, Ғәҙелгәрәйҙән Ҡаһармановтар, Мәһәҙейҙән Маликовтар, Иҫке Монасиптан Муллағоловтар ғаиләләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, иҫтәлекле бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Балалар ата-әсәйҙәре менән саф һауала күңелле байрамдан дәрт, көс алып ҡайтты.
Читайте нас: