Күҙәмбәт яланында «Рәсәй саңғы юлы - 2021» сараһы сиктәрендә Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саңғы ярыштары үтте.
Халыҡ араһында физкультураны һәм спортты, сәләмәт тормошто пропагандалау, балаларҙы һәм йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында уҙғарылған сарала төрлө йәштәге мәктәп уҡыусылары, студенттар, предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, ветерандар һәм сәләмәт тормош яҡлылар ҡатнашты.
Спорт һөйөүселәрҙе район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғ. Хәлитов сәләмләп:
- Һеҙҙе Рәсәй кимәлендә йыл һайын уҙғарыла килгән сарала күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Сәләмәт тормош яҡлылар йылдан-йыл арта бара. Бигерәк тә балаларҙың күп булыуы ҡыуандыра. Бөгөн бөтәгеҙ ҙә еңеүсе булып ҡайтасаҡһығыҙ, сөнки сәләмәт тормош өсөн көс табып, стартҡа килеп баҫыу - ул үҙе ҙур еңеүгә тиң. Барлыҡ ҡатнашыусыларға яҡшы кәйеф, сәмле ярыш, уңыштар теләйем, - тип изге теләктәрен еткерҙе.
Әйткәндәй, Ғайса Әхәт улы үҙе лә был көндө спортсылар менән бер рәттән саңғыла стартҡа баҫты. Алдағы йылдарҙан айырмалы рәүештә, ярышта ҡатнашыусылар һаны 400-ҙән ашып киткән ине. Көндөң йылы тороуы һәм ярышты алып барыусы район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе И. Шәмиғоловтың тапҡыр, мәрәкәсел һүҙҙәре лә спортсыларға өҫтәмә дәрт бирҙе.
Спортсылар араһында ярыш, положениеға ярашлы, төрлө йәш категориялары буйынса айырым-айырым ойошторолдо.
Урындар түбәндәгесә билдәләнде:
2010-2007 йылғы малайҙар араһында 1-се урын Шайморат Ғөбәйҙуллинға, 2-се урын Буранбай Дауытовҡа, 3-сө урын Батырйән Ҡурамшинға эләкте.
Ҡыҙҙар араһында 1-се урынды Гүзәл Сәйфетдинова, 2-се урынды Алтынай Ҡасимова, 3-сө урынды Фирзәлиә Ҡарамышева яуланы.
2006-2003 йылғы малайҙар араһында 1-се урынға Ирхан Үтәбаев, 2-се урынға Инъяз Дәүләтшин һәм 3-сө урынға Батыр Салауатов сыҡты.
Ҡыҙҙар араһында 1-се урынға Алһыу Сафина, 2-се урынға Эльвира Барыева, 3-сө урынға Йәмилә Кәбирова лайыҡ булды.
2002-1992 йылғы ир-егеттәр араһында 1-се урын Ильяс Шәмиғоловта, 2-се урын Азамат Шәмиғоловта ҡалды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урынды Алина Боҫҡонова, 2-се урынды Гөлшат Көмөшбаева һәм 3-сө урынды Гөлназ Мирасова яуланы.
1991-1980 йылғы ир-егеттәр араһында 1-се урын Илнур Ҡарамышевҡа, 2-се урын Фазыл Бикбулатовҡа, 3-сө урын Ғәзиз Юлбирҙинға эләкте.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урынға Лилиә Мөхәмәтғәлина, 2-се урынға Лилиә Кинйәкәева, 3-сө урынға Гөлүзә Кәримова лайыҡлы тип табылды.
1981-1973 йылғы ир-егеттәр араһында 1-се урынды Илдар Мирасов, 2-се урынды Вадим Хәсәнов һәм 3-сө урынды Ришат Исхаҡов яуланы.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙан 1-се урын Гүзәл Төлкөбаеваға, 2-се урын Зәлиә Ғөбәйҙуллинаға, 3-сө урын Таңһылыу Ҡолдобаеваға бирелде.
51 йәштән оло ир-егеттәр араһында 1-се урынды Рафаил Фәтҡуллин, 2-се урынды Әхтәм Ямғурсин, 3-сө урынды Илшат Күжәбаев алды.
Ҡатын ҡыҙҙарҙан Сәмәрә Хәлитова 1-се урынға лайыҡ булды.
Йәштәр менән бер рәткә саңғыға баҫыусы, сәләмәт тормошто беренсе урынға ҡуйыусы иң оло саңғысы Мансур ағай Ғазинға ла афариндан башҡа һүҙ юҡ.
Еңеүселәргә грамоталар, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Күҙәмбәт яланында мәктәп автобустарын урынлаштырырға туҡталҡа һәм бәҙрәфтәрҙең булмауы ғына бер аҙ уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа ла, дөйөм алғанда, быйылғы Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы уңайынан уҙғарылған саңғы ярышынан спортсылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә ҡәнәғәт булып таралышты.