Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2021, 12:20

Палаталаштар

…Әллә күпме йылдар үтһә лә, ошо ваҡиға күңелдән сыҡмай. Тәү ҡарамаҡҡа әллә ней ҙур ваҡиға ла түгел һымаҡ, ләкин аңлағанға ишара булырҙай…

…Әллә күпме йылдар үтһә лә, ошо ваҡиға күңелдән сыҡмай. Тәү ҡарамаҡҡа әллә ней ҙур ваҡиға ла түгел һымаҡ, ләкин аңлағанға ишара булырҙай…
…Шәфҡәт туташы оҙатыуында палатаға ингәс, күҙемә ташланған иң тәүге кеше ап-аҡ сәсле, күкһел халат кейгән, оло ғына йәштә күренһә лә, йәнә дауаханала булыуына ҡарамаҫтан, йөҙөнә бер ни тиклем косметика тигеҙгән әбей булды. Һул яҡтағы койкала ултырған яшыҡ ҡына ҡатынды үҙемдең урыныма барып еткәс кенә шәйләп ҡалдым. Әйберҙәремде урынлаштырып бөткәс, дауаханала башҡа нимә эшләйһең инде, койкама ултырҙым. Шул саҡта ғына теге әбейҙең миңә һынаулы һәм ҡыҙыҡһыныулы ҡарашын тойҙом. Тишә ҡарай, тиҙәр ундай саҡта.

Һөйләшеп киттек. Өфөнөкө икән. Мария Васильевна. Бик грамоталы һәм ҡырҡараҡ һөйләшеүенә ҡарағанда, әсәйем әйтмешләй, берәй урында эшләгән һәм белемле кеше булыуын тойомланым. Инде туҡһанға яҡынлаған икән. Ләкин ул йәште бирмәҫһең дә, кәүҙәһен тура ғына тотоп ултыра. Сәстәре лә матур ғына итеп ҡырҡылған. Бында ятҡанына ике аҙна булып киткән. Баҡтиһәң, үҙе ошо дауаханала баш шәфҡәт туташы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан икән. Әйтәгүр, инеп сыҡҡан шәфҡәт туташы ла бик ихтирамлы ғына итеп һөйләшеп, “Мария Васильевна”нан өҙөлөп кенә тора.

-Өҫтә берәй туғаның йәки танышың бармы әллә? Бында теләгән бер кеше ята алмай. Зав отделением үҙе инеп хәлеңде белеп сыҡҡас уҡ уйлап ҡуйғайным, - тимәһенме бер көндө был.

Нимә тип әйтергә лә белмәй, эйе, тип ҡуйыу менән генә сикләндем. Ысынында ла шулайыраҡ килеп сыҡты шул. Бер юғары урында эшләгән апай менән эш буйынса әңгәмәләшкән ваҡытта минең хәл-торошома иғтибар иткән булып сыҡты. Һәм, ярҙам кәрәк булһа, шылтырат, йәшһең бит әле, тигәйне. Ул әңгәмәгә байтаҡ ваҡыт үтеп киткәйне инде, ҡапыл хәлем мөшкөлләнә биреп киткәс, теге апайҙың телефонын эҙләп алып, шылтыраттым…
Һул яҡтағы койкалағы ҡатын, төҫ-башына ҡарағанда, башҡорт йә татар булырға тейеш. Тик ул беҙҙең әңгәмәгә ҡыҫылманы. Минең менән баш ҡағып ҡына иҫәнләште лә, койкаһына ята һалды.

Ул арала дүртенсе бүлмәләшебеҙ ҙә килеп инде. Процедураларҙа булған, күрәһең, ҡулына таҫтамалын тотоп алған. Минең менән иҫәнләште лә, ул да урынына ята һалды. Кеше ял иткәндә сәкәйеп ҡарап ултырыуҙы хуп күрмәй, мин дә алып килгән китабыма текәлгән булдым.

Мария Васильевнаның әңгәмәне артабан да һуҙырға иҫәбе бар ине, ләкин минең китапҡа текәлгәнде күргәс, ул да шымды.
Теге койкалағы ҡатын ысынлап та башҡорт булып сыҡты. Төптәге койкалағыһы мәрйә икән. Эйе, төҫ-башынан уҡ аңлашыла ине былай.

Күбеһенсә Мария Васильевна менән икүләп һөйләшәбеҙ, тегеләр артыҡ һүҙгә ҡыҫылмайҙар, әҙ һүҙлеләр. Улай тип тә булмай һымаҡ былай, Рәсилә апайҙың, башҡорт ҡатындың исеме шулай, икебеҙ генә булғанда һөйләп һүҙҙәре бөтмәй. Ҡайһы саҡ мәрйәләр булғанда ла икәүләп башҡортса һөйләшеп алабыҙ. Бындай ваҡытта Анна өндәшмәй, ә Мария Васильевна:
-Эти опять на своем. Всю жизнь живу среди башкир, но знаю только одно слово – белмим, - тип көлөп ала.
Бүлмәләштәремдең өсөһөнөң дә кеҫә телефондары бар. Беҙҙә ул саҡта кәрәҙле бәйләнеш булмағас, минең телефоным юҡ ине әле. Коридорҙағы телефон аша бәйләнеш тотам өйҙәгеләр менән.

Рәсилә апай көнөнә әллә нисә тапҡыр балаларына шылтыратып, хәлдәрен белешә. Ире хаҡында шыбырлабыраҡ һораша. Эсмәгәнме, һиҙелмәйме, тигәне ишетелеп ҡалды береһендә. Тимәк, күҙҙәрендәге һағыш эҙе ошо юҫыҡтараҡтыр, тип һығымта яһаным үҙемсә.

Анна күберәк христиан дине буйынсараҡ китаптар уҡый. Мин дә доғалар яҙылған китабымды алып килгәнмен. Ваҡыты-ваҡыты менән уҡып алам.
Шулай көндәр үтә торҙо. Бер көндө шәфҡәт туташы инеп, Мария Васильевнаны иртәгә сығарасаҡтары хаҡында хәбәр итте.
Был кистә айырыуса йөрәкһене ул – һөйләп хәбәре бөтмәне. Анна менән Рәсилә апай ҙа һүҙгә әүҙемерәк ҡушылдылар. Анна апайҙан Мария Васильевна туҡтауһыҙ нимә уҡыуы тураһында ла һораша ҡуйҙы. “Отче наше”ны ҡабатлайым, тине тегенеһе.

-Мин ғүмерем буйы коммунист булдым, ундай-бындай нәмәгә ышанмайым да, - тип ҡырт киҫте Васильевна.
-Нельзя так, нельзя, Мария Васильевна, - тип Анна үҙенекен һөйләне. Христиан дине тураһында ябай ғына итеп байтаҡ бәйән итеп ташланы ул шул арала. Мария Васильевна түгел, Рәсилә апай менән беҙ ҙә әллә күпме мәғлүмәт белдек. Тыныс ҡына тауышлы, ипле генә Анна милләттәшен ышандырҙы бит тәки.
-“Отче наше”ның тексын миңә лә бирмәҫһеңме, - тип ҡуйҙы Мария Васильевна.

Анна ҡыуана-ҡыуана күсереп яҙа һалып бирҙе һәм ҡысҡырып уҡыуын үтенде. Ғорур, бер кемгә лә баш бирмәҫерәк ҡиәфәттә, һаман да үҙен ер кендеге һымағыраҡ итеп күреп, шәфҡәт туташтарынан дә һәр системаның эсенә нимә һалыныуын, нидәй укол ҡаҙауҙарын мотлаҡ тикшереп, унда һалма, бында һал, тип кенә өйрәтеп ултырған әбейебеҙ күндәм генә ҡысҡырып уҡып та сыҡты.

Аннаның йөҙө ҡояштай балҡып китте бынан һуң.
Мария Васильевнаның ҡыҙы ниндәйҙер судта судья, кейәүе лә ҙур урында эшләй. Улы ла һуңғы кеше түгел, ахыры, урында эшләй, кем әйтмешләй. Улар килеп тора. Әбейгә әллә ниндәй ятыраҡ ризыҡтар ташыйҙар. Ә әбей беҙҙең менән бүлешә. Эрерәк булһа ла, һаран түгел. Күп ташыйһығыҙ, мине һимертергә һалдығыҙмы әллә, тип яратып ҡына шелтәләй балаларын. Улары: “Ана, ҡыҙҙар менән бергәләп ашағыҙ”, тип йылмаялар.

Әсәһе дауаханала саҡта улы кеше яллап, әсәһенең өйөнөң обойҙарын алыштыртҡан, санузелын яңыртҡан. “Өйөңдө танымай ҙа тороһоң әле”, тип көләләр. Мария Васильевнаны аптыратырһың инде.

Улар ҡайтып киткәс, хәбәрен теҙҙе генә:
- Мин бит уларға өс бүлмәле фатирымды ҡалдырып, ошо ике бүлмәлегә күстем. Минең Иван Петрович ҙур урында эшләне, шуға иркен йәшәнек. Ике фатирыбыҙ булды. Быныһын запасҡа алып ҡуйғайныҡ. Оҙаҡ йылдар фатирға кеше индереп торҙоҡ. Улым кәләш алғас, башта шунда йәшәнеләр. Ҡыҙым фатирлы кешегә сыҡты тормошҡа.

Мин больницанан сыҡҡас, залдағы диванымды ла, кухонный гарнитурымды ла алыштырырға уйлап торам әле. Ҡыҙыма әйтеп ҡайтарҙым ҡарай торорға. Минең залдағы балаҫ йәшел төҫтә, шуға диванды ла шул төҫтәнерәк һайлағыҙ, тинем. Әле тотоноп йөрөгән гарнитурым артыҡ иҫке түгел, шулай ҙа төҫө ялҡыта башланы. Яңыһының аҫҡы яғы зәңгәр, өҫкө яғы аҡ булһын, тинем. Күңелде күтәреп торһон. Юғиһә әлегеһе һоро төҫтә.

Ошолайтып организмға йыл һайын капитальный ремонт үткәртеп торам мин. Шунһыҙ булмай хәҙер. Бына бик шаҡтай булдым. Хәҙер ейәнемдең туйында бейергә лә иҫәп тотам. Быйыл йәйгә өйләнергә уйлай ул. Былай ҙа оҙаҡ йөрөп ташланы. Уға атаһы менән әсәһе коттедж һалдырҙылар. Хәҙер йәштәргә рәхәт бит, йәшә генә.

Ҡыҙҙар, туған һымаҡ булып киттегеҙ әле ул, һеҙҙән айырылғы ла килмәй хатта. Миңә килеп йөрөгөҙ, Уфаның уртаһында минең фатирым. Яңғыҙлыҡтан яман нәмә юҡ, балалар эштән бушамайҙар. Ялдары ваҡытында хәлемде белә һалалар былай. Продукты менән һыуытҡысымды лыҡа тултырып торалар. Миңә икмәк менән һөт кенә алырға ҡала. Фатир өсөн түләүҙәрҙе лә ҡыҙым үҙенең өҫтөнә алған, күпме икәнен дә белмәйем.

Танечка, Уфаға килгәнеңдә мотлаҡ миңә инеп ҡайт. Ишек төбөндәге төймәгә өс тапҡыр өҙөк-өҙөк баҫһаң, үҙ кешем икәнде аңлатыр, ишекте асырмын.
Тағы әллә нимәләр һөйләне лә һөйләне әбейебеҙ. Йоҡлап киткәнмен. Иртәнсәк уянғанда Мария Васильевна инде әллә ҡасан уянып, оло сәфәргә йыйынғандай, сумкалары менән мәж килә ине инде. Булған тәмле-татлыһын көсләп-әрләп тигәндәй беҙҙең койкалар эргәһендәге тумбочкаларға һалып сыҡты.
Сәғән ундарға ҡыҙы ла килеп етте. Тунын бүлмәгә үк алып ингән.

-Был шәшке тунды балаларым юбилейыма бүләк иттеләр, - тип тормоштан ныҡ ҡәнәғәт Мария Васильевна ишеккә ыңғайланы.
-Ну, мама, ты выпендрюшка та еще, - тип йылмайып, ҡыҙы артынан эйәрҙе.

Мин Васильевнаны лифтҡа тиклем оҙата барҙым. Ҡыҫып ҡосаҡлап, тағы ла бер тапҡыр өйөнә килергә саҡырып, адресын минән әйттерҙе.
Ҡыҙы, мама, миңә эшкә бит, әйҙә, тиҙерәк, тип ҡабала
ндыра башлағас, лифтҡа инеп барышлай:
-Молодец! Ятлағаның адресымды, - тип йылмайҙы.
Был ҡарсыҡ ҡыҙығыраҡ холоҡло булды: бер ҡараһаң - ҡырыҫ, бер ҡараһаң - уҫал, икенсе ҡараһаң, унан киң күңелле кеше юҡ, шаянлығы ла бар… Характерҙар бер ишерәк булғанғамы, биребеҙ килеште Мария Васильевна менән.

Теге бушаған койкаға йәнә бер әбейҙе индереп һалдылар. Быныһы менән уртаҡ тел табып булманы. Бөтә донъяға йәне көйгән, тик үҙен генә иң ныҡ ауырыған кеше тип һанаған ауырыраҡ холоҡло инәй ине ул. Бер туҡтауһыҙ мыжый, уфтана, һөйләнә. Әлбиттә, сире лә көслө булғандыр инде.
Әллә ниндәй бушлыҡ барлыҡҡа килде лә ҡуйҙы палатала.

Икенсе көн иртәнге процедураларҙан һуң шәфҡәт туташы килеп инде лә, ҡыҙҙар, бөгөн төндә Мария Васильевна китеп барған, тине.
Башта башҡа барып етмәне әле был хәбәр.

-Нимә?
-Нисек?
-Сире шундайыраҡ ине. Үҙенең оптимист булыуы арҡаһында йәшәгәндер, тибеҙ, ошо көнгә тиклем. Быйыл икенсе дауаханаға барырға кәрәклеген әйтһә лә табип, юҡ, мин үҙемдең родной дауаханама ятам, ошонда ғына дауаландым һәм дауаланасаҡмын, тигән.

…Был хәбәр беҙҙе телһеҙ итте. Бер аҙҙан Анна:
-Ярай әле, “Отче наше”ны бер тапҡыр булһа ла уҡып өлгөрҙө, - тип ҡуйҙы.
Мин коридорҙа һауа һулап инергә булғас, Рәсилә апай ҙа эйәрҙе.
Диванға барып ултырҙыҡ.

-Шаңҡытты. Кеше ғүмеренең энә осонда ғына икәнен тағы бер иҫкәртте бит Хоҙай. Йә инде, өсөнсө көн генә диван, гарнитур алыштырам, тип ултырған кеше. Кеше һағыштай, Хоҙай бағыштай, тигәндәре шулдыр инде, - тип ауыр уфтанды Рәсилә апай.

Бүлмәгә ингәндә теге яңы палаталашыбыҙ телефон аша балаларын әрләй ине. Бына мин үлһәм, белерһегеҙ әле, исмаһам, ашарға алып килеп китер инегеҙ, тип үк ебәрә… Ә тумбочкаһы тулы ризыҡ үҙенең. Дауаханала ла бик яҡшы ашаталар.

Ғүмеренең һуңғы сәғәттәрендә лә киләсәккә өмөт менән ҡарап, балаларынан риза булып ултырған Мария Васильевна күҙ алдына баҫты.
Эй, тормош, алдатҡыс ҡына бит һин. Ашығабыҙ, донъя ҡыуабыҙ, көйәләнәбеҙ… Аннаның Мария Васильевнанан “Отче наше”ны уҡытҡаны күҙ алдына килә лә баҫа… Ошо тормошта аҙашҡан һәр кемдең юлында мәлендә дөрөҫ юҫыҡландырыр кеше осраһын ине ул…

(Ошо хәлдән һуң Рәсилә апай үҙенең күҙҙәрендәге тәрән һағыштың серен дә аса биреп ҡуйҙы. Аса биреү генә лә түгел әле…Ярай, уныһы артабанғы яҙмаларҙың береһендә булыр).
Читайте нас: