Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2021, 15:00

Мәғариф күгендә - яңы йондоҙҙар

16 февралдә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының район этабының финалы үтте. Уҡытыусыларҙы ижади эшләргә, эҙләнеүҙәргә дәртләндереүсе был сара хәҙер матур йолаға әйләнде инде.

16 февралдә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының район этабының финалы үтте. Уҡытыусыларҙы ижади эшләргә, эҙләнеүҙәргә дәртләндереүсе был сара хәҙер матур йолаға әйләнде инде.
Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең акттар залында ойошторолған еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһына был конкурста юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡытыусылар йыйылды.

Быйылғы йылдың “Йыл уҡытыусыһы кем булыр?” - барыһын да ошо һорау ҡыҙыҡһындыра ине.
Конкурсанттарҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы В. Вәлиева, мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы И. Сәйфетдинов сәләмләне.

Бәйгелә ҡатнашыусылар аҙна дауамында төрлө һынауҙар үтте. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр һәм номинанттар билдәләнде.
“Йыл уҡытыусыһы – 2021” конкурсының район этабында абсолют еңеүсе – Яңы Собханғол мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Кинйәбаева Физәлиә Таһир ҡыҙы!
Конкурстың лауреаттары: Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең технология уҡытыусыһы Аллабирҙин Фирғәт Азамат улы, Аҫҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мырҙабулатова Гөлнур Әйүп ҡыҙы, Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишбулатова Лилиә Таһир ҡыҙы.

Ырғыҙлы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Миндеғолова Миләүшә Фәрит ҡыҙының сығышы – “Педагогик өмөт”, Әтек филиалының башланғыс кластар уҡытыусыһы Хәкимова Айгизә Мансур ҡыҙы – “Иң яҡшы педагогик стиль”, Байназар дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Дәүләтшин Флүр Хәлил улы – “Йөрәгемде балаларға бирәм”, Иҫке Собханғол төп урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Сәитбаталова Алһыу Илдар ҡыҙы “Иң яҡшы сайт” номинацияларында еңеү яуланы.
Еңеүселәргә, лауреаттарға грамоталар, премиялар, бүләктәр тапшырылды.

Сираттағы конкурс уҡытыусы һөнәренең абруйлы һәм ылыҡтырғыс булыуын, уҡытыусының йәмғиәттәге ролен һәм социаль йәһәттән әһәмиәтен тағы бер тапҡыр раҫланы.
Илебеҙ киләсәгенең нисек булыуы тап уҡытыусы ҡулында. Тап уҡытыусы яңы быуынды тәрбиәләүгә туранан-тура өлөш индерә. Ә беҙҙең мәктәптәрҙә балаларға белем биреүсе уҡытыусыларҙың ҡулында тәрбиә һәм белем алған балаларҙың киләсәктә илдең, республиканың һәм райондың лайыҡлы кешеләре булырына шик тыумай.

Бөрйәндең мәғариф күгендә сираттағы яҡты йондоҙҙар ҡабынды. Уларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә, тормоштарында уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: