Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2021, 12:00

Һарттарға – газ, кепестәргә юл кәрәк

Иҫке Монасип халҡын, әлбиттә, был мәсьәләләр генә борсомай. Ауылдың матур киләсәге өсөн янып йәшәгән монасиптар 15 февраль көнө отчет йыйылышында осрашты.

Иҫке Монасип халҡын, әлбиттә, был мәсьәләләр генә борсомай. Ауылдың матур киләсәге өсөн янып йәшәгән монасиптар 15 февраль көнө отчет йыйылышында осрашты.
Иҫке Монасип ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Х. Йомағолов көн тәртибен барлап, райондан килгән етәкселәр менән таныштырҙы һәм ауылдың көнитмеше буйынса ентекле отчет менән сығыш яһаны.
Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов үҙ сығышында иң мөһим ваҡиғаларға ғына туҡталды, Монасип халҡына ҡағылышлы һорауҙарға баҫым яһаны. Райондың 2021 йылға маҡсаттары менән дә таныштырҙы.

Янғын һүндереү часы начальнигы Ш. Хәкимов янғынды булдырмау сараларына иғтибарлы булырға, оло йәштәгеләрҙе һәм балаларҙы өйҙә бер үҙҙәрен ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы. Округ депутаты Р. Рахманғолов Иҫке Монасип халҡына рәхмәтен белдерҙе, киләсәктә лә бергә эшләргә саҡырҙы. Халыҡтың күпселек һорауҙары бюджет мәсьәләһенә ҡағыла. Хәбир Мәһәҙей улы килем һәм сығымдар буйынса айырым һөйләп үтте.

Өйҙәргә газ үткәреү буйынса һорауҙар күп булды: квитанцияның һуңлап килеүе, 60 һәм 100 меңлек сертификаттарҙың үҙенсәлектәре, газ үткәргәндән һуң тороп ҡалған юл торошо, газды түләп үткәреүҙең тәртибе һ.б. Был һорауҙарға «Газ-сервис» ойошмаһы начальнигы Ф. Бикбулатов яуап ҡайтарҙы. Ф.Ҡонафин йылға аша үткән боҙ юлына һыу сығыуы, сүп-сар түгеү, ЕДК түләүҙәре, интернет, дауахана мәсьәләләре буйынса һорауҙарына яуап алды.

Халыҡты оҙаҡ йылдар күпер мәсьәләһе борсой. Бәләкәй күпер буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Н. Сафин, ҙур күпер тураһында район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов аңлатып үтте. Монасип эшҡыуарҙары асфальт өҫтөнә һалынған яһалма тигеҙһеҙлектәрҙең бейеклегенә зарланды. Кепес урамдары һәм шул яҡҡа боролған юлдың торошона ҡағылған һорауҙарға ДРСУ начальнигы Р. Денисламов яуап ҡайтарҙы.

Бал ҡорто тотоусылар районға француз ҡорттарының индерелеү-индерелмәүен асыҡланы. Йорт һалырға ағастың тиҙ һәм тигеҙ бүленмәүенә, өсөнсө балаға ер урынына түләүҙәргә, Шүлгәнташ мәмерйәһенең исеменә ҡағылышлы һорауҙарға ла яуаптар яңғыраны. С. Ғазина «Ауырыу осоронда туристарҙың районға инеүен туҡтатып торорға кәрәк», тигән тәҡдим әйтте. Ветеринар Ф. Шәрипов һыйыр малдарын яһалма ҡасырыу буйынса мәғлүмәттәр еткерҙе.

Йыйылыш тамамланғандан һуң да халыҡ Ғәзиз Миңлеәхмәт улы менән әңгәмәләшеп, һорауҙарына өҫтәмә яуап алды.
Читайте нас: