Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2021, 13:10

Бөгөн Рәғәиб кисе инә

Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән 18 февралдән 19 ҡараған кистә Рәғәиб кисе инә. Рәғәиб кисе – беҙҙең пәйғәмбәребеҙҙең, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең, ата-әсәһенең (Абдулла менән Әминәнең) никахлашҡан төнө. Йола булараҡ, ул Рәжәб айының тәүге йомаһында билдәләнә.

Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән 18 февралдән 19 ҡараған кистә Рәғәиб кисе инә. Рәғәиб кисе – беҙҙең пәйғәмбәребеҙҙең, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең, ата-әсәһенең (Абдулла менән Әминәнең) никахлашҡан төнө. Йола булараҡ, ул Рәжәб айының тәүге йомаһында билдәләнә.
Риүәйәттәр буйынса, пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, ата-әсәһенең никах төнөндә яралған – йәғни Рәжәб айының йома төнөндә (Аллаһ белеүсе ). Әминә пәйғәмбәребеҙгә йөклө сағында уҡ үҙенең йөрәге аҫтында Ергә килеп китәсәк кешеләрҙең иң яҡшыһын йөрөтөүе хаҡында хәбәр ала.

Рәғәиб кисе – Рәжәб айының ынйыһынан – затлы көндәренән иҫәпләнә. Был көнгә исемде фәрештәләр үҙҙәре ҡушҡан, тип һанала. Был һүҙ ғәрәп телендәге “рәғәбә” ҡылымынан, йәғни “нимәнелер ныҡ теләү” тигәнде аңлата. Шуға күрә Рәғәиб – брәкәтле кис, һәм ошо кистә күп мосолмандар сауап алып ҡалырға тырыша.

Рәғәиб кисе һәм төнө – рамаҙан айына әҙерлек. Беҙҙе ураҙа айынан ни бары ике генә ай айыра – Рәжәб, Шәғбан. Пәйәғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, Рамаҙандан ҡала, иң күбе ошо Рәжәп айында ураҙа тотҡан, тигән риүәйәттәр бар. Ошо айҙа ураҙа тотоуҙар, Рәғәиб кисендә тырышлыҡ күрһәтеп Аллаһты зекер итеүҙәр, Ҡөрьән уҡыуҙар, доға ҡылыуҙар беҙҙе Рамаҙан айына әҙерләй ҙә инде. Күп мосолмандар ошо Рәғәиб кисен ҡаршылап бөгөн, кесаҙна көн, ураҙа тота.

Рәғәиб кисендә нимәләр эшләргә тәҡдим ителә һуң?
Ҡазаға ҡалған намаҙҙарҙы үтәргә, өҫтәмә нәфел намаҙҙар уҡырға, Ҡөрьән уҡырға, Аллаһты зекер итергә, пәйғәмбәребеҙгә салауаттар әйтергә, уның бөтә кешеләргә булған матур өлгөһө хаҡында уйланырға. Ғүмәр Ибн Хаттаб еткергән: “ Йыл эсендә 5 төн бар һәм ул төндәрҙә ҡылған доға кире ҡағылмаҫ (йәғни, ҡабул булыр): Рәғәиб төнөндә, Шәғбан айының 15-се төнөндә (Бәрәат кисендә), һәр йома төнөндә, Ураҙа байрамын ҡаршылау төнөндә, Ҡорбан байрамы алдындағы төндә”.
А.Ғарифуллина дини сығанаҡтарға таянып әҙерләне.
Читайте нас: