Нимә генә тиһәң дә, ауылдың төп күрһәткесе – матур ғаиләләр. Үткән шәмбелә Брәтәк ауылында үткән “Айыҡ байрамдан – сәләмәт тормошҡа” район интернет-конкурсының йомғаҡлау сараһы ошоно тағы бер раҫланы. Төрлө ауылдарҙың иң-иң ғаиләләрен ошо төпкөлгә йыйып алыуға Брәтәк ауылының “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуы ла сәбәпсе булды.
Сараны асып, район хакимиәте башлығы Ғ.Манапов: ”Барығыҙҙы ла ошо матур байрамда ихлас тәбрикләйем. Конкурсанттарға уңыштар, сағыу сығыш теләйем.
Былтыр Тимер ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында 15 финалсы исемлегенә инһә, быйыл брәтәктәр ошо сарала әүҙемлек күрһәтә. Шөкөр, халыҡ сәләмәт тормош алып барыуға, иманға ынтыла”, - тине. Район ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйесе Р. Салауатова Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар советтарының штандартын Килдеғол ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе С. Билаловаға тапшырғас, сәхнәгә бер-бер артлы конкурстың финалына сыҡҡан ғаиләләр күтәрелде.
Беренсе булып сығыш яһау мөҙҙәте Килдеғолдан Ҡарағоловтар өлөшөнә төштө.
Ғаилә хужаһы Инсур Ҡарағолов моңло тауышы менән: “Ҡарағаттай, бөрлөгәндәй мәңге бергә йәшәрбеҙ!” - тип һыҙҙырып башҡаларҙың күңеленә сәм һәм дәрт өҫтәне.
Яңы Монасиптан Шәриповтар, ғаилә башлығы Родион Себер тарафтарында эшләп йөрөү сәбәпле, ярҙамға гармунсы олатайҙы алып килгән. Фәнис ағай гармунында һыҙҙырып та ебәрҙе, ейән-ейәнсәрҙәре көйҙө элеп тә алды.
Байназарҙан Науразбаевтарҙың тормош девизы “Арҡаланып йәшәр өсөн ҡанын биргән атай кәрәк, иркәләнеп йәшәр өсөн йәнен биргән әсәй кәрәк”-тән ғибарәт булып, Ф. Абдуллинаның “Ғаиләм-ҡәлғәм” шиғырының яңғырашы девизға елле мөһөр булды.
Нәбиҙән 7 балалы Шәмсетдиновтарҙың сығышы ла сараға өҫтәмә биҙәк һалды.
Талсыбыҡтай ҡыҙҙарҙың әсәйҙәре менән бергә бейеүгә төшөүе ғаиләнең сәнғәткә ғашиҡлығын дәлилләне.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 19 февраль һанында уҡығыҙ.
Һүрәттә: Брәтәктән 11 балалы Фәхрийәновтар ғаиләһе.